Отправлено 17 Август 2012 — 08:46
Башҡортса умартасылыҡ темаһына ҡағылған ниндәй һүҙҙәр бар? Ошо темаға ингән форумсыларға белгән һүҙҙәр менән бүлешергә тәҡдим итәм. Әҙәби лә, диалект булһа ла ярай. Бер ниндәй «корыстный интерес»һыҙ астым теманы. Хөрмәтле форумсы,тәнҡит — личкаға, зинһар өсөн. Ошолай итеп эшләп барырмын, яңы һүҙҙәр өҫтәп: Апилифт — Апилифт Борть — солоҡ Бортевое пчеловодство — солоҡсолоҡ Воск — Балауыҙ Воскотопка — ? Вощина — Балауыҙ? Гнилушки для дымаря — сөрөк Дно улья — Оя төбө Дымарь — Төтәҫләгес, төтәткес, (төтөнлөк — хата, 10, miraj) Запечатанная рамка — Ҡаналанған рамка? Көпләнгән рамка? Тулған кәрәҙ рамкаһы? Засев — Леток — Кейә? Матка — Инә ҡорт Медогонка — Бал айыртҡыс, Центробежка? Центрифуга? Мёд — Бал Падевый мёд — Пасека — Умарталыҡ Пасечник — Умартасы Перга — Һитә, манса (?) Перегородка — Подкрышник — Ҡапҡас аҫлығы Прополис — Прополис, ҡорт елеме Пчела — Бал ҡорто Пчелы воровки — Һурнаҡ Пчелиная семья — 1)Ҡорт күсе (Мәҫ: 10 баш ҡорт күсе) 2) Умарта (Мәҫ: 10 умарта) 3) Дәдән ҡорт (Мәҫ:10 дәдән ҡорт) 4) Оя (Мәҫ: — Күп ҡорт тотаһығыҙмы? — Күп түгел, 20 оя. Пчеловод — Ҡортсо Пчелопакет — Пыльца — Сәскә һеркәһе? Расплод — Үрсем Роеловня — Тубал Рой — Күс Соты — Кәрәҙ Соторамка, рамка — Кәрәҙле рамка Стамеска — Ҡасау Трутень — Ата ҡорт, әреғорт, әре ҡорт, әре, һороғорт Улей – Умарта, оя Холстик — 1) Холстик 2) Киндерсә (киндер) 3) Умарта япмаһы
Отправлено 17 Август 2012 — 09:12
Пчела — бал ҡорто Матка — инә ҡорт Воск, соты — кәрәҙ Рой — күс Улей — умарта Мёд — бал Пчелиная семья — ? Пчелопакет — ?
Пчелиная семья — ҡорт күсе. 10 пчелосемей — 10 баш ҡорт күсе, 10 умарта, 10 дәдән ҡорт Пчелопакет — сауҙа умартаһы тип алырға тәҡдим итәм. Уңышлыраҡ варианттар булыр тип өмөт итәм Дымарь — төтәҫләгес, төтәткес Воскотопка — балауыҙ иреткес
Отправлено 17 Август 2012 — 09:18
Умарта — ул буш, ҡортһоҙ, рамһыҙ ағас оя түгелме ни?
Отправлено 17 Август 2012 — 10:16
Умарта — ул буш, ҡортһоҙ, рамһыҙ ағас оя түгелме ни?
Умарта — ҡорто булғаны ла, булмағаны ла Вощина — балауыҙ Трутни — әреғорт, әре ҡорт Медогонка — — бал айыртҡыс Холстик — киндерсә (киндер) Леток — кейә Дно улья — оя төбө Подкрышник — ҡапҡас аҫлығы Прополис — прополис, ҡорт елеме Расплод — үрсем Перга — һитә, манса Пыльца — сәскә һеркәһе
Отправлено 17 Август 2012 — 10:49
Холстик — киндерсә (киндер) дөрөҫ була микән? Хәҙер бит киндер генә түгел башҡа туҡыма ла ҡулланалар, хатта полиэтилен да. Шунан: — У вас много пчел? — Немного, 20 семей. Башҡортса ошолай тигәндәрен ишеткән бар, минеңсә хата түгел: — Күп ҡорт тотаһығыҙмы? — Күп түгел, 20 оя.
Отправлено 17 Август 2012 — 11:07
Холстик — киндерсә (киндер) дөрөҫ була микән? Һәҙер бит киндер генә түгел башҡа туҡыма ла ҡулланалар, хатта полиэтилен да. Шунан: — У вас много пчел? — Немного, 20 семей. Башҡортса ошолай тигәндәрен ишеткән бар, минеңсә хата түгел: — Күп ҡорт тотаһығыҙмы? — Күп түгел, 20 оя.
Урыҫсаһы холстик икән, шулай була инде. Башҡа туҡыманан булһа, умарта япмаһы тип алырға була. Әңгәмәлә хилафлыҡ тапмайым Зәйнулла, яңы һүҙҙәрҙе яңы пост итеп яҙ. Элеккеһе араһында бутала бит Роеловня — тубал Пчеловод — беҙҙә ҡортсо тиҙәр. Умартасы тип тә әйтәләр. Әммә умартасы күберәк пасечникҡа тап киләлер Соторамка — кәрәҙле рамка. Кәрәҙҙәргә бал тулғас, ҡорт уларҙы ҡыналай, йәғни көпләй башлай. Ғәҙәттә, тулған кәрәҙ тип әйтәләр. Тулған кәрәҙ рамкаһы тип тә әйтергә булалыр.
Отправлено 18 Август 2012 — 05:43
Воск, соты — кәрәҙ
Воск — балауыҙ (это некое химическое вещество с особым молекулярным строением, а не предмет) Соты — кәрәҙ (некая геомтрическая структура, построенная пчёлами из воска)
Отправлено 18 Август 2012 — 05:45
Медогонка — — бал айыртҡыс
Такого никогда не слышал. Эту хрень у нас всегда называли центробежкой.
Отправлено 18 Август 2012 — 05:53
Трутень — ата ҡорт (әремтамаҡ тип әйткәндәрен ишеткән бар)
һороғорт
Дымарь — ?
Төтөнлөк
Отправлено 18 Август 2012 — 11:48
һороғорт Төтөнлөк
трутень — әре тип кенә лә йөрөтәләр. Һороғорт һирәгерәк ҡулланыла
Дымарь — төтөнлөк түгел. Төтөнлөк — ул место, где дымят. Обычно его устраивают во время сенокоса для лошадей. Ә дымарь — төтөн ебәргес, йәғни, төтәткес йәки төтәҫләгес Гнилушки для дымаря — сөрөк
Отправлено 19 Август 2012 — 11:41
Өләсәйем һыйыр һауғанда биҙрәгә төрлө сөрөк, кипкән тиҙәк һалып шуға ут төртөп төтөн бырлыҡҡа килтерә торғайны. Ошо махсус биҙрәне лә төтөнлөк тип әйтә торғайны. Мәҫ: төтөнлөкте килтер, төтөнлөк һалып ебәрәйек; бөгөн себен күп, төтөнлөкһеҙ һауып булмаҫ.
Отправлено 19 Август 2012 — 11:50
Өләсәйем һыйыр һауғанда биҙрәгә төрлө сөрөк, кипкән тиҙәк һалып шуға ут төртөп төтөн бырлыҡҡа килтерә торғайны. Ошо махсус биҙрәне лә төтөнлөк тип әйтә торғайны. Мәҫ: төтөнлөкте килтер, төтөнлөк һалып ебәрәйек; бөгөн себен күп, төтөнлөкһеҙ һауып булмаҫ.
Был осраҡта дөрөҫ, әлбиттә. Ә дымарь — махсус, күрекле төтәткес
Отправлено 19 Август 2012 — 12:22
а мне дед объяснял,что умарта-это круглый,долблёнка-улей,или колода,как там ещё назвать,а дадан это уж по привычке умарта называют,и дядёк один сарвинский тоже самое говорит.дед-мариец один научил,что лучший гнилушка для дымаря из грибов-паразитов на берёзе,ольхе.20 оя-если дословно 20 ульев,у нас 20 баш говорят.Мирай-апай права дымарь-тететкес,а тетенлек hалып…-этож буквально-дымовую завесу сделать от кровососущих.пасеку,у нас корт баксасы называют.тётка у меня,матери старшая сестра, бипин ,лекарство-пипин называет
Отправлено 19 Август 2012 — 05:17
Дадана һүҙе ошо кеше исеменән: Дадан Шарль http://airbees.com/articles/persona/263-dadan-sharl.html
Отправлено 19 Август 2012 — 05:29
а мне дед объяснял,что умарта-это круглый,долблёнка-улей,или колода,как там ещё назвать,а дадан это уж по привычке умарта называют,и дядёк один сарвинский тоже самое говорит.дед-мариец один научил,что лучший гнилушка для дымаря из грибов-паразитов на берёзе,ольхе.20 оя-если дословно 20 ульев,у нас 20 баш говорят.Мирай-апай права дымарь-тететкес,а тетенлек hалып…-этож буквально-дымовую завесу сделать от кровососущих.пасеку,у нас корт баксасы называют.тётка у меня,матери старшая сестра, бипин ,лекарство-пипин называет
Грибы-паразиты — насар нәмә ул. Аңлатыуы оҙаҡ. Иң яҡшы сөрөк — ерек, уҫаҡ, ҡайын ағастарынан. Куп кенә умартасылар төтөнһөҙ генә эшләйҙәр, төтөндән ҡорт өсөн дә, умартасы өсөн дә зарар күп. Бына ошо нәмәкәй менән уңайлы: http://www.pchelovod.com/prod555.html
Йә иһә ошолай:
Прикрепленные файлы
Воздуходув.jpg 161,99К 0 Количество загрузок
Отправлено 19 Август 2012 — 06:14
Пчелы воры — һурнаҡ. Беҙҙә махсус төшөнсәһе булыу ҡортсолоҡтоң көнкүрешебеҙгә ни тиклем ныҡлы ингәнлеген раҫлай бит! Ә урыҫса тәғәйен атамаһы юҡ! Дадан һүҙе килеп инеүе беҙҙә ҡортсолоҡтоң булмауын аңлатмай, ә ошо фурмы умарталарҙың булмауын ғына күрһәтә
Отправлено 21 Август 2012 — 12:04
Апилифт — Воск — Балауыҙ Воскотопка -балауыҙ иреткес Вощина — балауыҙ табағы, кәрәҙ Гнилушки для дымаря — сөрөк Дно улья — умарта төбө Дымарь — төтәткес, төтөнләгәс Запечатанная рамка — мисәтләнгән Засев — Леток — Кейә Матка — Инә ҡорт Медогонка — бал ҡыуғыс, балды кәрәҙҙән һурҙырта торған ҡорамал Мёд — Бал Падевый мёд — япраҡ балы, япраҡ бүлеп сығарған шәрбәтле матдәләрҙең ҡорттар тарафынан эшкәртелеүенән йыйылған бал Пасека — Умарталыҡ Пасечник — Умартасы Перга — һитә, кәрәҙ күҙәнәктәренә тултырылып, бал менән һылап ҡуйылған ҡорт йәттәһе Перегородка — бүлге, бүлмә Подкрышник — Ҡапҡас аҫлығы Прополис — Прополис, ҡорт елеме Пчела — Бал ҡорто Пчелы воровки — Һурнаҡ Пчеловод — умартасы Пчелопакет — бал ҡорто пакеты Пыльца — һеркә Расплод — Үрсем Роеловня, роевня — моҙға, ҡорт тубалы, айырылған күсте ябып тороу өсөн ҡабыҡтан, туҙҙан һәм башҡа нәмәнән эшләнгән һауыт Рой — Күс Соты — Кәрәҙ Соторамка, рамка — Кәрәҙле рамка Стамеска — йоҡа ҡасау Трутень — Ата ҡорт, әреғорт, әре ҡорт, әре, һороғорт Улей – Умарта Холстик — киндер япма Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001) Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952) Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001) http://mfbl.ru
Отправлено 21 Август 2012 — 12:26
Запечатанная рамка — мисәтләнгән
Медогонка — бал ҡыуғыс, балды кәрәҙҙән һурҙырта торған ҡорамал
Был ике һүҙ менән ризалаша алмайым. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҡыуыу һүҙен «не по назначению» ҡулланыу йышайып китте. Машинаны ла «ҡыуалар», ғәмәлдә машинаны урлайҙар Угнать һүҙен шулай туранан-тура һуҡтыра ла ҡуялар. Ә ҡыуыу башҡорт телендә «прогнать», «гонять» мәғәнәһе бирә. Йәғни, был ҡыуылған нәмәнең эсенә инмәйһең, ә уның йә артынан бараһың (һыйыр ҡыуыу), йә эргәңдән ебәрер хәрәкәттәр эшләйһең — себен ҡыуыу. Йәки, машинаһын ҡыуа ғына, тиҙәр — ҙур тиҙлек менән барғанда (аналогия: атты ҡыуа ғына!) Балды ла ҡыумайҙар, ә һарҡыталар, балауыҙҙан айыралар. Медогонка — бал һарҡытҡыс, бал айыртҡыс (аналогия:сепаратор — һөт айыртҡыс)
Отправлено 21 Август 2012 — 12:34
МЕДОГОНКА ж бал ҡыуғыс, бал һурҙырғыс Русско-башкирский академический словарь http://mfbl.ru:8080/mfbl/rusbash
Отправлено 21 Август 2012 — 12:49
МЕДОГОНКА ж бал ҡыуғыс, бал һурҙырғыс Русско-башкирский академический словарь http://mfbl.ru:8080/mfbl/rusbash
Туғанҡай, академик һүҙлекте лә шул беҙҙең кеүек ике аяҡлы, ике ҡуллы кешеләр эшләй бит…