Уҡ-һаҙағың тәртиптәме егет? | Новости » Литература |
Уҡ-һаҙағың тәртиптәме егет? -Ошо һорау телдең осонда.Яуға өндәү гонаһ дошман юҡта,Тик буталыш илдең эсендә.Саҡырмайым утҡа, бар теләгем – Илем һалдаттары имен булһын.Олатайҙар яуҙа үткән юлдыңОҙонлоғон ейәндәре белһен.Беҙҙекеләр яуҙа үткән юлдар Хәтерҙәрҙән сыҡмаҫ ғүмергә.Сит ерҙәрҙә ҡалған ҡурай моңоТарих аша яңғырай бөгөн дә.Башҡорт батырҙары БалтикалаТыуған илен һағынмағанмы?Париж урамында ат уйнатып,Уралына талпынмағанмы?Алыҫ Көнсығышта – Порт-АртурҙаНисәү икән башҡорт ҡәберҙәре?Көнбайышта аҙмы ҡанлы эҙҙәр,Ҡарт һалдаттар иҫтә-хәтерҙәме?Тарих биттәрендә күпме ҡорбан,Һаман ҡайта һалдат табутта.…Уҡ-һаҙағың әҙер булһын егет,Былай ғына. Бармаһаң да утҡа.Был шиғырымды бер нисә йыл элек үк яҙғайным. Тик ниңәлер тап бөгөн уны ҡабаттан уҡып сығып, ошонда ҡуйғым килде.
Юҡ, ҡоралға тотонорға тимәйем, Аллам һаҡлаһын. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | +2 |
[8 июня 2012] | Просмотров: 158 Автор: admin | Оцени статью! |
Уҡ-һаҙағың тәртиптәме егет? HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/3992-u1185-1211a1177a1171y1187-t1241rtipt1241me-eget.html]Уҡ-һаҙағың тәртиптәме егет?[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/3992-u1185-1211a1177a1171y1187-t1241rtipt1241me-eget.html Прямой адрес публикации
«Йэшлек» гэзите сайтынан янылыктар: |
21 быуат сайтынан янылыктар: |
{allpages}