Новости » Культура | ||
Бөгөн һинең тыуған көнөң,Көтөп алған күңел байрамың.Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып,Иң-иң гүзәл йырын һайраһын!Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһенБыл донъяның барлыҡ саф йәмен!***************Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,Йәшәүеңде еңел итһендәр,Тик изгелек кенә юлдаш булһын,Ҡыйынлыҡтар йыраҡ китһендәр.Тыуған көнөң менән ҡайнар ҡотлап,Беҙ теләйбеҙ ихлас күңелдәнНыҡлы һаулыҡ һәм дә оҙон ғүмер,Бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән!
әсәйҙәргә! Беҙҙең өсөн йөрәк йылың бүлеп,Күҙ нурҡайҙарыңды түккәнһең.Күтәрмәҫтәй йөктәр күтәргәнһең,Оҙон тормош юлын үткәнһең.Һәммәбеҙҙең изгелеген күреп,Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!Бәхет менән, сәләмәтлек менән,Беҙҙе ҡыуандырып йөҙ йәшә! Гүзәл йәргә! Зәңгәр күктәр матур йондоҙ менән,Еҫле гөлдәр менән ер йәмле.Йондоҙҙарҙан яҡты, гөлдән гүзәлҺинең менән бар донъя йәмле! Туй күлдәге29.09.2011 | Автор: adminТуй күлдәге аҡ ебәктән,Ҡыҙҙар гүйә аҡҡоштар.Аҡлыҡ бит ул, сафлыҡ бит ул,Яуһын әйҙә алҡыштар.ҡушымта:Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙанКөнләшеп тә үлерлек,Туй күлдәге бер көнлөкмө,Туй күлдәге — ғүмерлек.Аҡ теләктәр, аҡ ебәктәр,Туй ҙа ғүмер ғүмергә.Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙыңУрыны була гел түрҙә.Аҡлыҡ бит ул, сафлык бит улТуй күлдәген кейеүе.Иркәм тиеп, йәрем тиеп, Онотолоп һөйөүе.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[12 декабря 2011] | Просмотров: 3054 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}