[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Таҡмаҡ бәйгеһен башлайбыҙ | Новости » Музыка |
Ҡасандыр «Йәшлек» гәзитендә тәпәй баҫҡан таҡмаҡсылар бәйгеһе, башҡа матбуғат баҫмаларын урап, яңынан үҙ ояһына ҡайтты. Тиҫтә йылдан һуң һүҙ оҫталарын, йор һүҙлеләрҙе, төртмә теллеләрҙе, халыҡ ижадын үҙ итеүселәрҙе, үҙебеҙсә әйткәндә, таҡмаҡсыларҙы быйыл яңынан үҙебеҙҙең ҡорға йыйырға булып киттек. Шулай итеп, «ТАҠМАҠ» бәйгеһе иғлан ителә.Бәйгенең маҡсаты ябай, хатта девиз кеүек – Кризис тип, аҡса юҡ тип,Үгеҙҙәй үкермәйек!Таҡмаҡ әйтеп, төрткөләшепКүңелде күтәрәйек. (Таҡмаҡсылар, йыбанмаһағыҙ, үҙегеҙ шымартып ебәрерһегеҙ әле).Конкурстың ике төп шарты бар:1. Ҡатнашыусы мотлаҡ «Йәшлек»тең дуҫы булырға, йәғни баҫманы алдырып уҡырға тейеш.2. Ике ай һайын яңы тема тәҡдим ителәсәк һәм ҡатнашыусы шул теманан тайпылмаҫҡа бурыслы. Таҡмаҡтар барыһы ла гәзит битендә баҫылырға мужыт, йәғни, мәҫәлән, мөмкин, әгәр бик-бик әсе булмаһа һәм дә сөсө булмаһа, икенсе төрлө әйткәндә, оятһыҙ һәм мәғәнәһеҙ куплеттар автоматически төшөп ҡаласаҡ, уңышлылар халыҡтың йөрәгенә, туҡылдатып та тормайынса, барып, юҡ, бәреп инәсәк. Күп таҡмаҡ ебәреүсе лә, шәп таҡмаҡ һалыусы ла, тиҙ таҡмаҡ ҡойоусы ла… – барыһы ла иҫәпкә алынып, еңеүсе киләһе йылдың аҙағында билдәле булыр. Кризис тигәндәре имен-аман ғына үтеп китһә, мөхәрририәт арыу ғына бүләктәр вәғәҙәләй. Үтмәһә инде, ғәфү итегеҙ, барыбер бүләк табасаҡбыҙ. Тас булһа ла күтәреп барырбыҙ.Шулай итеп, алдағы ике айға тема – «Яңы йыл».Таҡмаҡтарығыҙҙың тәүге юлдары былай башланырға тейеш:1. «Шыршы төбөндә, ҡоҙағый…»2. Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,Яңы йылдың… (төнөндәме, табынындамы, байрамындамы, кисәһендәме – үҙегеҙ ҡарағыҙ).Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: таҡмаҡтарығыҙҙа ошо юлдар йә шул юлдарҙың мәғәнәһе мотлаҡ булһын ине. Бер ҙә булмаһа, ошо юлдарҙан башланып, берәй ҡыҙыҡлы тарих, боросло хәл-ваҡиға һөйләнергә лә мөмкин.Һүҙ аҙағында «Йәшлек»тәрҙән бер таҡмаҡ:Ағиҙелдән ағып киләСей ҡарағай таҡтаһы.«Йәшлек» алдырмағандарҙыңАғып тора маңҡаһы.* * * Һиңә тигән ҡулъяулығымСабата кеҫәhендә.Һуған турағанда илайымИҫемә төшәhең дә.* * * Һары, hары, hап-hары,Һары бәке hаптары.Ауылға ҡайтҡан инем, Йырлай хатта аттары.* * * Һандуғастар баҫып hайрайУлица канауына.Бер тройка hыя тиҙәрЙәреңдең танауына.* * * Һайыҫҡандар бейеп йөрөй,Ойоҡ, сабата кейеп.Бында килеп, сабата кейеп,Нишләп йөрөйhөң бейеп?* * * Эй, дуҫтарым, hеҙгә әйтәмЙүрүҙән таҡмаҡтарын.Ихлас күңелдән тыңлағыҙ,Ишетмәй ҡалмағыҙ тағы.* * * Эй дуҫҡайым, килдеңмени –Күрмәнем килгәнеңде.Тулған айҙарға оҡшатамЙылмайып көлгәнеңде.* * * Әй тал үҫә, тал үҫә,Башын киҫhәң, тағы үҫә.Апаhы өсөн ҡайғырмайбыҙ –Һеңлеләре тағы үҫә.* * * Эйе шул, шулай шул,Майhыҙ ҡоймаҡ шыумайшул.Майhыҙ ҡоймаҡ шыуыр ине Көн дә бешеп тормай шул.* * * Эй, дуҫтарым, hеҙгә әйтәм –Йәш ғүмерҙән туймағыҙ.Ваҡыты етмәй йәш ғүмерҙеңСәскәләрен ҡыймағыҙ.* * * Эй, балалар, балалар,Ни бирhәң дә алалар.Һағынғанда хат яҙырғаӘлдә әле ҡағыҙ бар.* * * Пенсияhын алған ҡарттарМагазинға йүгерә.Бер ҡабымлыҡ икмәге юҡ –Араҡыға үрелә.* * * Өфөләргә барҙыңмы?Аҡ сәскәләр алдыңмы?Һағынып-hарғайып барып,Дуҫыңды күрә (а)лдыңмы?* * * Өфөләргә барам әлеБер лимон өсөн генә.Яныуҙарым, көйөүҙәремБер hинең өсөн генә.* * * Өфө тараҡтары менәнМатур сәс тарауҙары.Йөрәгемде өтөп алаКүҙ hирпеп ҡарауҙары.* * * Өфөләргә барhаң әгәр,Дуҫым, мине ҡалдырма.Мин таянған ҡулбашыңаЯттарҙы таяндырма!
http://www.yeshlek-gazeta.ru/ezebiet/yumor/4363-ta1185ma1185tar.html |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[4 декабря 2009] | Просмотров: 46 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}