Хөрмәтле сибайҙар!
Урал аръяғы халҡы өсөн Сибай атайсалға әүерелде. Атай-олатайҙарыбыҙ милләт һәм дин айырмалыҡтарының тыныс һәм ижади тормош өсөн ҡаршылыҡ була алмауын быуаттар дауамында күп тапҡыр иҫбатланы. Әммә, быуат быуатҡа оҡшамай, тигәндәй, тормош бер урында тормай, һәр заманда ла көнүҙәк проблемалар, төрлө борсоулы хәлдәр тыуып тора.Бына әле лә донъя кимәлендә билдәле булған оло шәхестәребеҙҙең данлы эшмәкәрлеген кире яҡтан күрһәтергә теләүселәрҙең табылыуы – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың пак исеменә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты А. Назаровтың бысраҡ һирпергә маташыуы – үрҙә әйтелгәндәргә миҫал. Бөгөн төбәгебеҙҙең аңлы кешеләре араһында Ә. Вәлиди хеҙмәттәренең Рәсәй федерализмы нигеҙе булыуын танымаған кеше һирәктер. Ә баяғы депутаттың шәхси тормошо һәм көндәлек эше тотошлай мутлыҡтарҙан тороуы күптәргә билдәле. Ошоға бәйле беҙ, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, барлыҡ төбәк халҡын, сибайҙарҙы шәхескә яғылған яланың республикабыҙға, унда йәшәгән 130-лап милләткә, милләт-ара тыныслыҡты, татыулыҡты, тотороҡло социаль-сәйәси хәлде ҡаҡшатырға йүнәлтелгән экстремистик, милләтсел, шовинистик сара икәнлеген аңларға саҡырабыҙ һәм түбәндәгеләрҙе еткерәбеҙ.1. Философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаевтың «Ватандаш» журналының 2009 йылдағы 11-се һанында донъя күргән «Зәки Вәлиди – сәйәсмән, ғалим һәм патриот» тигән тарихи мәҡәләләрен һәм башҡа материалдарҙы уҡып, Әхмәтзәки Вәлидиҙең фашистик Германия менән бәйле булмауына ышанабыҙ һәм уның тыуған илгә булған мөнәсәбәтен аңлап, хөрмәт итәбеҙ. Беҙ, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, барлыҡ төбәк халҡын, сибайҙарҙы шаҡшы уйҙырмаларға ышанмаҫҡа өндәйбеҙ. 2. Төбәк компоненты буйынса ҡала башҡорттары ҡоролтайының позицияһы – Рәсәй Федерацияһының мәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу. Ошо уңайҙан үҫеп килгән йәш быуынды, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлын һәм хеҙмәттәрен төптән өйрәнергә саҡырабыҙ. 3. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи хәтерен нығытыу маҡсатында Сибай ҡалаһы музейында, балалар һәм йәштәр үҙәктәрендә, мәктәптәрҙә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында, «Атайсал», «Сибайский рабочий» һ.б. баҫмаларҙа, радио һәм телевидениела Ә. Вәлиди эшмәкәрлегенең әхлаҡи ватансыл йүнәлештә булыуын киң сағылдырырға тәҡдим итәбеҙ. 4. Бөгөн Рәсәй – уникаль федерация. Унда 170-ләп милләт йәшәй. Статистика буйынса, уртаса алғанда, Рәсәй гражданы икһеҙ-сикһеҙ тыуған илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтар тураһында бер нәмә лә белмәй, хәбәрҙар түгел. Әхмәтзәки Вәлидиҙең хеҙмәттәре хаҡында, бигерәк тә уның Германияға ғалим булараҡ саҡырылған осорон ил күләмендә танылыу алған ғалим-тарихсыларыбыҙ бар дөрөҫлөгөндә интернет аша даими сағылдырһын ине. 5. Беҙ, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ата-олатайҙарыбыҙ тарафынан һалынған халыҡтар дуҫлығын XXI быуатта яңы шарттарҙа нығытасаҡбыҙ. Ул дуҫлыҡ нигеҙендә бер-береңә ихтирам, тыуған төйәккә һәм Бөтә Рәсәйгә һөйөү ята. Ә бына ошо донъяуи принциптарҙы иҫәпкә алмай, яман, шикле уй менән донъя күләмендә атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре булған Ә. Вәлидигә яла яҡҡан РФ Дәүләт Думаһы депутатын ҡырҡа ғәйепләйбеҙ, уға Думала урын юҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Унда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланған депутат 2000 йылда Сибайҙа Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл астырыуҙың барлыҡ сығымдарын ҡаплаусы булараҡ, бөгөн килеп беҙҙең төбәк халҡына үҙенең ике йөҙлө булыуын иҫбатланы. Депутатлыҡ срогы тулмаһа ла, ошо һәм башҡа ҡырын эштәрен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһының «Берҙәм Рәсәй» партияһы бюроһынан уны депутатлыҡ вәкәләттәренән бушатыу мәсьәләһен күтәреүҙе һорайбыҙ. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы
башҡарма комитеты ағзалары.
|