Шиғырым — асыҡ! | Новости » Слово автору |
Зөлфәт Аҡ ҡар ҡунһын шиғыр юлдарыма, Бәҫ һарылһын, ямғыр һибелһен, Ҡаплап алһын таңғы алһыу томан, Йондоҙҙарҙың сере түгелһен! Дала-тау елдәре кереп тулһын Һулышына шиғри һүҙҙәрҙең… Бөтөрөлһөн япраҡ өйөрмәһе Янған һымаҡ ҡайнар көҙҙөрең! Янһын ине сере көҙҙәрҙең… Шиғырыма әйтәм… шиғырым — асыҡ! — Таң балҡышын, ал ысыҡ нурын, Барлыҡ төҫ балҡышы салауатты Күпер иткән ләйсән ямғырын! Яҙғы гөлдәр булһын шиғырымда… Көҙгө япраҡ тибрәп ҡағылһын! Тулҡын ҡаға-ҡаға үтһен унда Камышлыҡлы, тып-тын ағым һыу… Күпме көтәм икән… Һәммәгеҙ ҙә Шиғырыма ишек шаҡыһа, Кирелеп асығыҙ ҙа инегеҙ һеҙ, Эстән шиғыр нуры яҡтырһа! Атлағыҙ һеҙ шиғыр баҫмаһына Һәм туп-тура түргә үтегеҙ! …Бында бер кем дә юҡ… Беҙ тик — икәү! — Ихлас шиғыр менән икебеҙ!
2006 |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | +1 |
[22 февраля 2011] | Просмотров: 559 Автор: admika | Оцени статью! |
Шиғырым — асыҡ! HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/2782-shi1171yrym-asy1185.html]Шиғырым — асыҡ![/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/2782-shi1171yrym-asy1185.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йэшлек» гэзите сайтынан янылыктар: |
21 быуат сайтынан янылыктар: |
{allpages}