Йыһат СолтановҺарттар11956 йылда Өфөлә донъя күргән “Очерки по истории Башкирии” тигән китаптың I томы, I киҫәгенең 41-се битендә билдәле этнограф Р.Ғ. Кузеев тарафынан беренсе тапҡыр рәсми телгә алынып, 1971 йылда “Ағиҙел” журналының февраль һанында тексы ташҡа баҫылып сыҡҡан “Һуңғы һартай” исемле тарихи хикәйәтебеҙ зыялы барса уҡыусыларын таң ҡалдырып тетрәндерткәйне һәм башҡорттоң күп ырыуҙары араһындағы Һарт ырыуына төбәлеберәк ҡарарға, уның килеп сығышы һәм тарихы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынырға мәжбүр иткәйне. Үҙебеҙ һымаҡ уҡ аҫаба башҡорт һарттарҙың да борон-борондан уҡ арабыҙҙа йәшәп килеүҙәрен күптәребеҙ күреп тә, ишетеп тә белһәк тә, был ырыуҙың иң боронғо тарихы һәм тамырҙары ошоғаса йүнләп тикшерелмәүе асыҡланды. Ысынлап та, кем һуң улар, һарттар?Һәр нәмәгә маһир “Большая Советская Энциклопедия” һарттарҙы “үзбәктәрҙең ҡәҙимге ултыраҡ тормошло өлөшө” тип атай ҙа ул, атауын. Ләкин был үзбәктәр үҙҙәре кем икән һуң?..Хәҙерге үзбәк ғалимы Б.Х. Ҡармышева “Үзбәк СССР-ы Ҡашҡадәрья өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө халҡының этник һәм ерлек төркөмдәре” тигән бер мәҡәләһендә (“Этнография институты, ҡыҫҡа хәбәрҙәр”, ХХХIII, М., 1960, 47-се бит; артабан: Б.Х. Ҡармышева) “үзбәк халҡының барлыҡ өс тарихи ҡатламын” ошолай билдәләй: “1) ҡәҙимге ултыраҡ тормошло ерекмән һәм ҡала халҡы (ырыу-ҡәбилә бүленеше юҡ); 2) төрки-монгол ҡәбиләләр тоҡомдары, яҙма сығанаҡтарҙа һәм хәҙерге ерле халыҡ телендә улар түрк, түркләр тип йөрөтөлә (ырыу-ҡәбилә атамаларын өлөшсә һаҡлағандар); 3) ХV быуат аҙағы — ХVI быуат башында Шәйбәни-хан етәкселегендә Урта Азияны яулап алған Дәшт-и-ҡыпсаҡ (Алтын Урҙа) үзбәктәренең күп һанлы ҡәбиләләренең тоҡомдары”. Һуңғы күп һанлы төркөм, үзбәктәр, күренеп тора, Урта Азияға тап беҙҙең яҡтан ябырылмыш беҙҙең ғәзиз бабалар. Шуға тиклем Урта Азияла “үзбәк” тигән этнос булмаған, үзбәк унда төньяҡтан — Күк Урал (Күк Урҙа) яғынан килгән.Икенсе бер үзбәк ғалимы Б.А. Ахмедов 1965 й. Мәскәүҙә сыҡҡан “Күскенсе үзбәктәр дәүләте” тигән китабында (артабан: Б.А. Ахмедов) был дәүләт тарихын ентекле генә тикшереп, “ХV быуаттарҙың 20-се йылдарында Дәшт-и-ҡыпсаҡтың көнсығыш өлөшөндә” (йәғни Күк Уралда!) уның барлыҡҡа килеүенең сәбәбе итеп “Алтын Урҙаның тарҡалыуын һәм Алтын Урҙала ла, Аҡһаҡ Тимер нәҫелдәре империяһында ла феодалдарҙың үҙ-ара һуғыштарының көсәйеүен” билдәләй. Был дәүләт, ти ул, “40 йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ йәшәне, әммә Урта Азия һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының артабанғы яҙмыштарын билдәләүҙә күренекле урын тотто. Был дәүләтте Әбү-л-Хәйри-хан — Аҡһаҡ Тимер нәҫелдәре империяһын яулап алыусы Мөхәммәт Шәйбәни-хандың ҡартатаһы нигеҙләгәйне” (5-се бит).Билдәле булыуынса, Дәшт-и-ҡыпсаҡтың шул Мөхәммәт Шәйбәни-хан тарафынан дөйөм дәүләткә тупланмыш ҡәбиләләр һәм халайыҡтар уҡмашы хәҙерге байтаҡ төрки халыҡтарының — башҡорттарҙың, үзбәктәрҙең, ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, ҡарағалпаҡтарҙың һ.б. туп-тура бабаларынан хасил булған. Ул Шәйбәни-хан ылыҫының сиктәрен теүәл генә билдәләүе мөмкин түгел хәҙергә. Әммә Әбү-л-Ғази мәғлүмәттәренә ҡарағанда, — ти Б.А. Ахмедов (41-се бит), — Шәйбәни-хан йәйҙәрен — Урал тауы итәктәренән алып Тубыл, Яйыҡ, Илек, Ырғыҙ йылғаларынаса йәйрәмеш киң арауыҡта, ә ҡыштарын Арал диңгеҙе бассейнындағы Чуйсу, Сарысу йылғалары буйында һәм Сырдаръяның түбәнге яҡтарында күсенеп йөрөгән”; былар иһә башҡорттоң борон-боронданғы уҡ донъяға киң билдәле аҫаба ерҙәре һәм йәйләү — ҡышлау әйләнешенең урындары булып, башҡорт халҡының хәтерендә әлегәсә ныҡ һаҡлана (Р.Ғ. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974, 198-199-сы биттәр; артабан: Р.Ғ. Кузеев). Һәм хәҙерге башҡорт әйлеләре (уларға һарттар ҙа керә), ти ғалим, мәҫәлән, “Сырдаръя һәм Арал буйҙарында ғәрәп-фарсы сығанаҡтары “бажғард” (башҡорт) тип, ә һуңғыраҡ дәүер Урта Азия яҙыусылары Насир-әд-дин Ар-рабғузи, Әбү-л-Ғази кеүектәр “иштәк” (шул уҡ башҡорт) тип атаған ҡәбиләләр төркөмөндә бергә тығыҙ аралашып йәшәгән. Бажғардтар һәм буржандар (башҡорттар һәм бөрйәндәр) көнбайышҡараҡ киткәс, әйлеләрҙең, шул иҫәптән һарттарҙың бабалары бер ни тиклем ваҡыт Сырдаръя һәм Арал буйҙарында ҡала. Улар, моғайын, шул саҡта уҡ баяғы унда үҙләштерелмеш йәйләү — ҡышлау әйләнешенә ылыҡҡан: ҡышын малдар Сырдаръя һәм Арал буйҙарындағы йоҡа ҡарлы далаларҙа көтөлгән, ә йәйгеһен алыҫ төньяҡҡа — Торғаяҡ, Тубыл, Уй буйҙарына һәм тамам Урал итәгенәсә ҡыуылған. Дәшт-и-ҡыпсаҡта сәйәси хәлдәр ҡатмарлашҡас, әйлеләрҙең бер өлөшө (шул иҫәптән һарттар. — Й.С.) үҙҙәренә билдәле күсенеү юлдары буйлап Көньяҡ Уралға ҡайтҡан һәм был уларҙың даими төйәге булған” (Р.
Ғ. Кузеев, 205-206-сы биттәр). Шуның менән бергә, үзбәк ғалимы Б.А. Ахмедов бик хаҡлы билдәләүенсә (16-сы бит), “Дәшт-и-ҡыпсаҡ күсмә ҡәбиләләр берлеген тәшкил итмеш күп ҡәбиләләрҙең һуңынан ваҡланып бүленеүҙәре һәм уларҙың төрлө өлөштәренең, шулай ҙа үҙҙәренең ҡәбилә атамаларын һаҡлап ҡалып, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һ.б. халыҡтар даирәһенә кереүҙәре яҡшы мәғлүм”, был иһә ул әйтелгән халыҡтарҙың барыһында ла улар өсөн уртаҡ теге йәки был ҡәбилә атамаларының, айырым алғанда, һарт атамаһының, булыуы менән раҫлана. Был иһә барыһынан элек өс ҡәрҙәш халыҡҡа ҡайтып ҡала: башҡорттарға, ҡаҙаҡтарға һәм үзбәктәргә; һуңғыларын (хәҙерге үзбәктәрҙе), билдәле булыуынса, башҡорттар нәҡ ХХ быуат башынаса һарт//сарт ләҡәбендә белгәндәр ҙә атағандар, ә башҡорттарҙың үҙҙәрен дә Урта Азияның ҡайһы бер халыҡтары, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар, “иштәк” тип, ә үзбәктәр “нуғай” тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының бер килке өлөшөн һарттар ҙа тәшкил иткәнлеге Башҡортостандың ер-һыу атамаларында ла ярылып ята: Һарт, Һарт-батраҡ, Һарт-Симирнәү, Һарт-шишмә, Һарт-баш, Һарт-Лобау, Һарт-Науруз һ.б. (Р.Ғ. Кузеев, 206-сы бит). Шуны ла әйтергә кәрәк, башҡорт теленең көнсығыш һәм көньяҡ диалекттарында һөйләшкән һарттар үҙ ырыу атамаһын “һарт” тип “һ”-лаштырып һөйләһә, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәре, боронданғы “с” күренешен һаҡлап, “сарт” тип әйтә, был да башҡортлоҡ билдәһе. Сөнки фәндә яҡшы мәғлүм булыуынса, “башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлектәренең береһе шунан ғибәрәт: бер юлы ул ике — ҡыуаҡан һәм юрматы диалекттарына нигеҙләнеп, өсөнсө — төньяҡ-көнбайыш диалекттың да ҡайһы бер мөлкәттәрен файҙалана” (М.И. Исаев. О языках народов СССР. М., 1978, 128-се бит). Шуныһын да аныҡлап китеү урынлы: әйтелгән өсөнсө диалект — төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле — тәүге ике диалект кеүек үк, “донъя яратылғандан уҡ” йәшәп килмеш аҫаба-башҡорт теленең бер өлөшө булып тора һәм ул да беҙҙе, башҡорт теленең күренеше булараҡ, донъяның ғөмүмән башҡа төрки телдәре менән бергә, бөтә телдәр өсөн дөйөм тәүтел олонона илтеп тоташтыра. Тик ошоно, үкенескә ҡаршы, телсе ғалимдарыбыҙ ғына әлегәсә иғтибарһыҙ ҡалдырҙылар һәм, М.И. Исаев хаҡлы билдәләүенсә, уның фәҡәт “ҡайһы бер мөлкәттәрен” генә әҙәби тел өсөн “файҙаландылар”. Ләкин бында мин, “һарт мәсьәләһе”н асыҡлауҙа алдынғы тел белеменең тәүтелде тергеҙеү алымдарына мөрәжәғәт иткәнемдә, башҡорт теленең бөтә мөмкинлектәрен дә ҡулланыу кәрәк булғанлыҡтан, тәүге ике — көнсығыш һәм көньяҡ (М.И. Исаевса — ҡыуаҡан һәм юрматы) диалекттарҙың боронғо “с” урынына “һ” (һарт) әйтелешен дә, өсөнсө — төньяҡ-көнбайыш диалекттың “һ” урынына “с” (сарт) әйтелешен дә бер тигеҙ һәм сикләүһеҙ, киҫәтеүһеҙ файҙаланам. Йәнә килеп ошо урында башҡортлоҡто белдереүсе “аҫаба” терминының әүәлерәк “асабаҡ” рәүешле әйтелеүен дә иҫәпкә алып ҡуяйыҡ.Ә башҡорттар сарт тип йөрөтмөш Урта Азия төрки халҡының “үзбәк” атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
XVI быуат башында баяғы Шәйбәни-хан етәкселегендә Күк Уралдан ҡубынмыш “Дәшт-и-ҡыпсаҡ ҡәбиләләре”, йәғни нигеҙҙә башҡорт-асабаҡтар, боронданғы үҙ ерҙәренең бер киҫәге һаналған Урта Азияны ҡабаттан биләп алып, хәҙерге Үзбәкстан тупрағында төпләнеүен һәм “урындағы ҡәҙимге төрки тоҡомдар” менән аралашыуын өҫтәрәк үзбәк ғалимдары хеҙмәттәренән белгәйнек. Шуға тиклеп ул яҡтарҙа “асабаҡ” та, “үзбәк” тә бер кемдең дә атамаһы булып йөрөмәгән, тигәйнек. Фәҡәт шул “асабаҡ” (йәғни аҫаба, ер биләүсе үҙ аллы башҡорт) тоҡомдары унда барғас һәм дәүләт төҙөгәс кенә, был атама, Б.А. Ахмедов үҙе лә таныуынса (16-сы бит), этноним мәғәнәһен алып, шул тупраҡтың төрки телле бөтә халҡына үзбәк ләҡәбе берегә… Б.Х. Ҡармышеваның (48-49-сы биттәр) ҡыҙыҡлы күҙәтеүе бар: “Үзбәкстандың һәм Тажикстандың көнбайыш һәм көньяҡ өлкәләрендә үзбәк атамаһы ерле халыҡ тарафынан һаман башлыса Дәшт-и-ҡыпсаҡ үзбәктәре (асабаҡтары, аҫабалары. — Й.С.) тоҡомдарына ҡарата ҡулланыла, йәғни ул термин үҙенең урта быуаттар аҙағындағы тар мәғәнәһендә йөрөй. Хәҙерге ваҡытта, үзбәк этнонимы үзбәк социалистик милләтенең дөйөм ләҡәбенә әйләнгәс, беҙ йөрөгән райондарҙағы ерле халыҡ йыш ҡына уны ике вариантта телгә ала ине: үзбәк һәм узбаҡ. Үзбәк ләҡәбе ҡала үзбәктәрен билдәләү, шулай уҡ киң мәғәнәһендә үзбәк милләте рәүешендә ҡулланылһа, ә узбаҡ — тар мәғәнәһендәге Дәшт-и-ҡыпсаҡ үзбәктәре атамаһы булып ҡалған”. Был ике терминдың да бер һүҙҙән — “асабаҡ”тан (“аҫаба”нан) килеп сығыуы үтәнән-үтә күренеп тора (күрә белгән кешегә), ләкин иң элек уларҙың икенсеһе — узбаҡ үҙенең “асабаҡ”ҡа яҡынлығы менән иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итә. Һәм, ғөмүмән, ғалимдар тарафынан аныҡ фашланғанмы икән был термин?