Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Сәмреғош ҡанат ҡаға-8 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 30.05.2019 1 min read
Новости » Слово автору
– Уныhы паровоз була инде, ҡыҙым. Бынау бер-береhенә тағылған вагондарҙы шул паровоз суйын юл буйлап тартып бара. – Ә суйындары ҡайҙа hуң? – Бына ошо поезд тәгәрмәстәре торған тимерҙәр суйын бит инде. Ә мин, алйот, суйын юл тигәс тә, мейестә картуф бешерә торған суйын көршәкте күҙ алдыма килтергәйнем. Күргәнемә хайран ҡалып тамаша ҡылғанда ғына теге иң алда бышҡырыусы паровоз тигән машина шундай яман ҡысҡырып ебәрҙе – ҡолап китә яҙҙым. – Ана шулай ғәйрәтле инде ул паровоз! – ти атай, ҡулымды ҡыҫыбыраҡ тотоп. – Бер үҙе йөк тейәлгән егермешәр-утыҙар вагонды тартып китә. – Ниңә шулай ҡысҡыра hуң? – Алыҫ юлға ҡуҙғалып китер алдынан хәбәр итеп ҡуя. Беҙ станцияла йөктө бушатып, атайымдың ошонда йәшәүсе белеше Андрей ағайҙар йортонда атты ла бер аҙ ашатып-эсереп, үҙебеҙ ҙә сәй эсеп сыҡҡансы, тағы бер поезд үтте әле. Быныhының паровозы йыуан бүрәнәләр, ҙур-ҙур мискәләр тейәлгән арбалар таҡҡайны. – Тегенеhе кешеләр ултырып йөрөй торған пассажир поезы ине, ә быныhы – йөк ташыусы тауар поезы тип атала. – Атайым вокзалды ла, шунда ҡайнаған hәм hалҡын hыу ағыҙып ала торған крандарҙы ла күрhәтеп, бөтәhен дә аңлатып йөрөнө. Өҫтәүенә, станцияла электр уты яныуын да тәүге тапҡыр күреп, бик күп нәмәләр белеп ҡайттым. – Тиҙҙән үҙебеҙҙең Рә йылғаhында ла электр станцияhы төҙөп, ошондай лампалар яҡтыртып йәшәй башлаясаҡбыҙ, – тине атай станциянан ҡайтҡанда, татлы хыялдарға бирелеп. Бөтә өйҙәрҙә лә шундай уттар тоҡанhа, ауылыбыҙҙа гел көндөҙгө hымаҡ яҡты булып торормо икән?

Көҙгө hалҡын елдәрҙә

Көҙгә ауыл халҡы тағы ла байыбыраҡ, нығыныбыраҡ килде. Колхоз баҫыуҙарында иген дә арыу ғына уңғайны, баҡсаларҙағы картуф, йәшелсәләр ҙә, hуғымлыҡ малдар ҙа, ҡош-ҡорттар ҙа байтаҡ булды. Әгәр йылдар имен торhа, атайҙың яңы бер бура буратып, уны теге ситән өй алды урынына урамға ҡаратып ҡуйырға hәм өйҙөң түбәhен ҡалай менән яптырып алырға ниәте. Тик hис уйламаған яҡтан тауышhыҙ-өнhөҙ генә килеп сыҡҡан асы ҡайғы беҙҙең йортобоҙға hалҡын күләгә булып ятты. Ер туңғас, йылға аръяғында бәләкәй арбаға тал сыбыҡтары тейәгән сағында әсәйем башы әйләнеүҙән йығылған. Аңына килгәс, ул, көс-хәл менән генә йылға аша hалынған баҫманан сығып, өйгә ҡайтып ауҙы. – Ҡәhәрле зәхмәт hуғылды шикелле. Бөтә тәнем сәнсешеп hыҙлай. Булмаhа, атайыңа барып әйт әле, ҡыҙым, – тине ул хәтhеҙ ваҡыт ыңғырашып ятҡандан hуң, кипкән ирендәрен көскә ҡыймылдатып. Атай ул саҡта элек үҙебеҙҙең сәсеүлек ерҙәре булып иҫәпләнгән, хәҙер инде колхоз милкенә әүерелгән hаҙ әрәмәhе эргәhендәге баҫыуҙа комбайн бушатып киткән бойҙай өйөмөн hаҡлай ине. Этебеҙ Шарик та уның эргәhендә. Ашығып өҫтөмә кейендем. – Ҡулыңа берәй таяҡ-фәлән дә тотоп ал, ҡыҙым. Был ваҡытта ҡырҙа төрлө ҡош-ҡорт йөрөүсән. Осраhалар, ҡурҡып торма. – Әсәй, үҙенең хәле мөшкөл булhа ла, hаман мине ҡайғырта. Ер туңhа ла, ҡар төшмөгөйне әле. Тау итәгендәге юл буйлап атай эргәhенә тиҙ үк барып еттем. Минең хәбәр уны әллә ни ҡурҡытманы. Күптән түгел генә әле әсәйҙең уң яҡ күкрәге шешеп, хәтhеҙ ваҡыт яфаланғайны. Атайым МТС-тан солидол тип аталған hары май алып ҡайтып бирҙе лә, шуны ике-өс көн hөртөүгә үк, яман шеш тишелеп аҡты hәм беҙ быға бөтә ғаиләбеҙ менән hөйөндөк.

– Моғайын, тағы ла шул яман шеше сыға торғандыр, – тине атай күңелhеҙ генә. – Донъя мәшәҡәте артынан ҡыуып, теге ваҡытта ла Бәләбәй духтырҙарына илтеп күрhәтә алманыҡ…

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Предыдущая страница | Страница 3 из 3

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[16 февраля 2011] | Просмотров: 44 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Мәҡәлдәр, йомаҡтар кәрәк! — Әҙәбиәт — Башҡорт форумдары
Next: Ответ луны » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025