Сәмреғош ҡанат ҡаға-14 |
Новости » Слово автору | |
Тамыр ҡайырыhын ҡуптарып ултырғанда, беҙ сиратлашып йә үҙебеҙ уҡыған китаптарҙың йөкмәткеләрен, йә әкиәттәр hөйләйбеҙ, йомаҡтар әйтешәбеҙ. Шулай иткәндә, бер ҙур өйөм зелпе тамырының hыҙырылып бөтөүе hиҙелмәй ҙә ҡала. Колхоз тарафынан үҙебеҙгә йөкләтелгән норманы мотлаҡ үтәү дәрте менән ҡанатланып эшләгән көндәрҙең береhендә бәләгә тарыныҡ. Fәҙәттә, тамырҙар бешеп еткәс, ҡаҙанды аҫылған кәртәhе менән бергә ут өҫтөнән алып китәбеҙ ҙә, ситкәрәк илтеп, бушата инек. Был эште Ҡәюм ағайҙың ун биш йәшлек Ынйы исемле ҡыҙы менән Әхмәҙулла ағайым башҡара торғайны, ә бына нәүбәттәге ҡаҙанды күтәреп килгәндә Ынйы апайҙың аяғы тайып, ҡулындағы кәртәhе ысҡынды. Шунда уҡ ҡаҙан ауҙы hәм, уның ҡайнар hыуы түгелеп, hаман да әле кәртәнең икенсе осон үҙ ҡулында тотоп торған ағайымдың аяғына барып тейҙе. Аяғы бешеүгә ул яман итеп ҡысҡырып ебәрҙе hәм, ситкә тайпылмаҡсы булып, абайламаҫтан йәнә теге шажлап торған ҡайнар ағым өҫтөнә ултырҙы. Шунда уҡ уның йөрәк ярғыс тауышы урманды яңғыратты. Бынан hуң ул атылған уҡ hымаҡ ситкә осоп китте, ләкин бик ныҡ бешеп өлгөргәйне инде. Салбарын hалып, ҡулына тотҡан ағайым бешкән ерҙәре әрнеүгә түҙә алмайынса: «Атай, ата-а-а-ай, тип аҡыра-аҡыра аҡлан тирәләй сапты. Атайҙар бик йыраҡ киткән шул, уның тауышын ишетеп, ярҙамға килеүсе булманы. Аптырағас, беҙ ағайҙың ҡып-ҡыҙыл булып күберсеп сыҡҡан тәндәренә көршәктәге ҡатыҡты hылаған булдыҡ. Атайҙар кисен ҡыуыш эргәhенә ҡайтҡанда, ҡысҡырып тауышы бөткән ағайым үҙәк өҙгөс итеп ыңғырашыуға күскәйне инде. Ул бер нисә көн йөҙтүбән генә ятып торорға мәжбүр булды. Урмандағы юл япраҡтарын йылы hыуҙа йомшартып бәйләй торғас, тәненең йәрәхәттәре әкренләп төҙәлде. Ошо ваҡиғанан hуң атайҙар, ҡаҙан бер аҙ hыуынмайынса, уны ҡуҙғатмаҫҡа ҡуштылар, hәм беҙ «ит» те әҙ-әҙләп кенә биҙрәгә бушатып алып «кимереү» гә күстек. Әлбиттә, гел-гел эш менән генә лә үтмәне беҙҙең урмандағы ваҡыт. Атайҙар hаман алыҫыраҡ китеп, оҙағыраҡ йөрөй башланы. Улар ҡушҡан эштәрҙе башҡарғас, еләк йыйырға ла, уйнарға ла, уйларға hәм моңайырға ла ваҡыт ҡала. Ағайым бейек ағастар башына менеү менән мауыға – зәңгәр күк ылыҡтыра уның күңелен. Мин үҙемә инеш аръяғындағы ағастар араhынан ботаҡтарын төптән үк ебәргән, киң тармаҡлы йыуан бер имән ағасын hайлап алдым да шунда «оялай» торған булып киттем. Зелпе тамырҙарының кешегә оҡшаш hындарынан яhалған ҡурсаҡтарым да шунда. Өлкәндәр еләккә киткәндә, мине ҡыуыш тирәhен hаҡлау өсөн ҡалдырhалар ҙа, ошо ағас башындағы оямдан ғына ҡарап ултырам, сөнки унда мин үҙемде Сәмреғошомдоң йомшаҡ мамыҡлы арҡаhына ултырып икhеҙ-сикhеҙ ғаләмдә елгән hымаҡ тоям. Бер көндө атайымдар ҡайтарған бөтә «hөйәктәрҙе мөнйөп» бөтөргәс, Әхмәҙулла ағайым, Ынйы апай hәм Нажия ҡурай еләге йыйырға киттеләр, ә мин ҡыуышыбыҙ эргәhендә hаҡсы булып ҡалдым. Fәҙәтемсә, үҙемдең «тәхетемә» менеп ултырҙым да бәүелә-бәүелә хыял донъяhына сумдым. Яҡындағы бер нәфис ҡайында кәкүк саҡырырға кереште. Һанап тормаhам да, уның миңә оҙон ғүмер вәғәҙә иткәне аңлашыла. Аҡландағы юлдан аттарын йән-фарманға саптырып, атай менән Ҡәюм ағайҙың ҡайтҡаны күренде. Уларҙың арба келтерҙәтеп буш ҡайтыуы бик тә сәйер ине. Мин ағастағы оямдан уҡ икеhенең дә йөҙҙәре hөрөмләнеүен шәйләнем. Берәй нәмәгә асыуланыштылармы икән әллә? Улар аттарын туҡтаттылар ҙа ҡыуыш эсендәге нәмәләрҙе сығарып арбаларына тейәй башланылар. – Ҡыҙым, йәhәт кенә төш ул ояңдан! Кәрәкле нәмәләрең булhа, алырға онотма. Тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа ҡайтып китәбеҙ. – Эш бөттөмө ни инде? – Эш ҡайғылары китте. Герман hуғыш асҡан. Стаханов ауылындағы йәшерәк бөтә ирҙәр hуғышҡа китергә әҙерләнә. Бар, йүгереп кенә ағайыңдарҙы алып кил. «Хәҙер үк ҡайтабыҙ!» – тиген. Мин бөтә көсөмә аҡлан сите буйлап, ағай, Ынйы апай, тип hөрәнләй-hөрәнләй йүгерҙем. Хәлем бөттө хатта. Ярай әле тауышымды аҡланға яҡыныраҡ йөрөгән Нажия ишетеп ҡалған. – Әллә hинең дә табаның бештеме? Ниңә шулай ҡарлыҡҡансы аҡыраhың? – тине ул, ҡаршыма сығып.
– Ағайымдар ҡайҙа?
Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[16 февраля 2011] | Просмотров: 478 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Сәмреғош ҡанат ҡаға-14 HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/2497-s1241mre1171osh-1185anat-1185a1171a-14.html]Сәмреғош ҡанат ҡаға-14[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/2497-s1241mre1171osh-1185anat-1185a1171a-14.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}