![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Республикабыҙ яңылыҡтары | Новости |
Баш ҡалабыҙҙа «Бизнес-марафон – 2010. Мәскәү бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының Өфөләге миссияһы» проекты сиктәрендә Мәскәү һәм Өфө эшҡыуарҙарының осрашыуы үтте. Ике төбәк эшҡыуарҙарының етештереү һәм сауҙала туранан-тура хеҙмәттәшлек итеүенә булышлыҡ итеүсе проектта ҡатнашырға теләк белдереүсе 78 Мәскәү эшҡыуары ике ай эсендә Өфө компаниялары араһынан партнер булырҙайҙарын асыҡлау, һайлау эшен алып барҙы. Был күп кенә республика эшҡыуарында ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостанда «Балалар – балаларға» хәйриә программаһын тормошҡа ашырыуға тотондолар. Уның сиктәрендә йәш музыканттар һәм бейеүселәр ай һайын балалар йорттарындағы тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаясаҡ. Республикала был программаны Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды филиалы бойомға ашыра.Был аҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөтә ете комитетының да ултырыштары үтә. Бөгөн урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре, дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеттарҙың ултырыштары үтә. 7 һәм 8 апрелдә ҡалған комитеттар ҙа йыйылып, билдәләнгән көн тәртибе буйынса эшләйәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Иң яҡшы башҡорт сайты» конкурсын иғлан итә. Был сарала республиканың башҡорт телендә эшләп килгән барлыҡ сайттары ҡатнаша ала. Башҡорт интернет-ресурстарын бер урынға туплау ниәтендә үткәрелгән конкурс Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнала һәм июнь айына тиклем дауам итә. Республиканың урман тармағында эшләүселәрҙең профсоюз хеҙмәткәрҙәре һуңғы биш йыллыҡ эштәренә йомғаҡ яһаны. Был сарала Рослеспрофсоюз рәйесе Олег Гуторенко, БР Урман министрлығы вәкилдәре, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Эш һөҙөмтәләрен барлау менән бер рәттән, тармаҡ профсоюзының V съезына делегаттар ҙа һайланды. Ҡар ныҡлап ирей башламаҫ элек, Ирәмәл тауҙарында республика альпиниадаһы уҙғарылды. Был ярыш Башҡортостанда ошо төр спорттың да үҫешә алыуын күрһәтте һәм унда 84 үҫмер ҡатнашты. Ҡарҙа, ҡаяла хәрәкәт итеү, тауға артылыу, тәүге ярҙам күрһәтеү кеүек күнекмә-һынауҙарҙы еңеп сығып, 47 спортсы «Рәсәй альпинисы» нормативын уңышлы үтәне.Башҡортостанда быйыл барлыҡҡа килгән наркотиктарға ҡаршы ассоциацияның беренсе ултырышы үтте. Йәмәғәтселекте наркомания проблемаларына йәлеп итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән ойошма наркомандарҙы һауыҡтырыусы медицина-реабилитация учреждениеларын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирмәксе. Әйткәндәй, республика наркополицияһы йәмәғәт реабилитация үҙәктәренә сертификат алырға тәҡдим итә. Башҡортостанда оҙаҡ йылдар ИТАР-ТАСС агентлығы корпунктын етәкләүсе Рауил Төхвәтуллин Рәсәй мосолмандарының Юғары советы составына индерелгән. Мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьәнгә бәйле хеҙмәттәре өсөн уны «Рәсәй Ислам мираҫы» йәмәғәт хәрәкәте шулай баһалаған. Рауил Төхвәтуллин үҙе билдәләүенсә, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып дини китапты өйрәнеүгә күп көсөн һалған һәм был эшен артабан да дауам итәсәк.А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.»Йәшлек» гәзите журналисты
http://www.yeshlek-gazeta.ru/main/5100-bash1185ortostan-ja1187yly1185tary.html |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[6 апреля 2010] | Просмотров: 47 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}