Ҡыҙҙарҙы гүзәллек серҙәренә, нәзәкәтлеккә, сәхнәлә һәм тормошта үҙеңде тоторға өйрәткән “Һылыуҡай” студияһы күптән инде башҡорт ҡыҙҙары араһында ҙур популярлыҡ яуланы. 2000 йылдан эшлән килгән студия бик күп ҡыҙҙарға ҙур тормошҡа юл асты. Ғәлиә Сер, Асия Шахмина, Фаягөл Дәүләтйәрова, Гөлсөм Айытҡолова – “Һылыуҡай” студияһының элекке тәрбиәләнеүселәре исемлеген оҙаҡ дауам итергә була. Был ижади ҡыҙҙар тормошта үҙ урындарын тапты.
Студияла шөғөлләнгән ҡыҙҙар “Һылыуҡай” республика конкурсында ғына түгел, халыҡ-ара гүзәллек бәйгеләрендә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, 2003 йылда Ҡаҙаҡстанда халыҡ-ара гүзәллек конкурсында – Гран-при, 2004 йылда “Мисс Азия” конкурсында – беренсе премия, 2006 йылда – “Азияның Мисс-камиллығы” титулы. Әйткәндәй, “Мисс Азия” халыҡ-ара конкурсынаа быйыл Башҡортостандан ике ҡыҙ – “Һылыуҡай-2010” телевизион конкурсы еңеүселәре ҡатнашасаҡ.