Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй | Новости » История |
5. Ҡурҡыныс Башҡорт. Был ҡалабыҙ Өфө йылғаһының тамағынан (баяғы Журжан ҡалаһынан) үрҙәрәк уң ярҙа (хәҙерге Өфө ҡалаһы урынында түгел) урынлаштырылған. Тимәк, изге дини-мәҙәни мәркәзебеҙ Өфөнөң исемен “Ҡурҡыныс Башҡорт” ҡалаһының исеменә алмаштырырға ярамай, улар икеһе ике башҡа йәшәгән. Башҡортостандың археологик картаһында (М., 1976) тап шул Идриси билдәләгән тәңгәлдә (Благовещен районында) боронғо ике ҙур ҡалабыҙҙың емеректәре бар: “№962. Сарвахинское городище. Большое городище, укрепленное высоким валом, отчет 1959 г… №1059. Бажинское городище (Каменная Гора). Хорошо сохр. городище “Каменная Гора”. Укреплена двумя валами. Внутренний вал (высота 2,2 м) посредине прорезан. Высота наружного вала 1 м. Форма городища подтреугольная, площадь около 10 тыс. кв. м. Отчеты 1929, 1952 гг”. Һуңғыһы, моғайын, тап баяғы Ҡурҡыныс Башҡорт ҡалаһы булғандыр… Сит яҡтарҙың географтары, йылға тамағындағы бөйөк дини мәркәзебеҙгә үтеп инә алмағанлыҡтан, ысынбарлыҡты белмәүҙәре арҡаһында, Өфөнө шул Ҡурҡыныс Башҡорт итеп һанауҙары ихтимал. Икенсенән, ул Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге атаҡлы Баба-Төкләҫ, уның улы Туҡсаба, уның улы Мөйтән батшаларыбыҙҙың баш ҡалаһы булғанлыҡтан, әйтеп үтеүебеҙсә, М. Ҡашғари китабындағы картаға тап уның этносының боҙоп яҙылған исеме менән Журжан (йәғни Үҫәргән) тип теркәлгәндер. Ғәҙәттә, Өфө йылға тамағындағы Өфө ҡалаһының исеме лә, урыны ла сит-яттарҙан ҡурсалап ныҡ йәшерелгән (табу), бының тәрән тарихи сәбәптәре бар, шуны мәшһүр әл-Идриси үҙе үк асып бирә (тәржемәбеҙ өс ҡатлы булмаһын өсөн, тарихсы И.Г. Коновалова китабынан килтерәм): “Басджирты. Сведения, приводимые ал-Идриси о басджиртах (башкирах), также отчасти повторяют данные более ранних писателей. Новая информация касается городов басджиртов: «Из городов внутренних басджиртов [назовем] Мастр и Кастр. Оба города невелики, и купцы редко посещают их. И никто в них не бывал, так как [туземцы] убивают всех чужестранцев, которые хотят проехать через их страну (дөрөҫө — тәүдиндең изге хоҙайҙарының йорто һаналған Уралға яттарҙы үткәрмәйҙәр. — Й.С.). Оба города стоят на реке, впадающей в Исил». Тимәк, изге мәркәзебеҙ Өфөнөң исемен дә, ҡайҙа урынлашыуын да яттарға әйтеү тыйылған, башҡорт еренә үтеп инергә тырышыусыларҙың шунда уҡ башын өҙгәндәр (“Ҡурҡыныс Башҡорт” ҡалаһының исеме үҙе ни тора!). Еребеҙгә һорамайынса аяҡ баҫҡан һәр бер яһил килмешәктең башын өҙөү йолаһы тураһында 10-сы быуат башындағы Ибн-Фаҙлан яҙмаларынан уҡ беләбеҙ, ләкин быны юҡҡа сығарып маташыусыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Яңыраҡ ҡына “Башҡортостан” радиоһының “Майҙан” тапшырыуындағы мәғлүмәтле ултырҙаштар ауыҙынан яңғыраны ошо “һаҡсыллыҡ” ғәләмәте: йәнәһе, бабаларҙы ҡырағайлаштырып күрһәтергә ярамай. Был иһә, миңә ҡалһа, башын ҡомға тығып йәшеренгән тинтәк дөйәғоштоң ҡурсаулығын хәтерләтә — башым һау булһа, к…мде бүре ашаһын! Салдарҙан-сал тарихыбыҙҙы аяҡ аҫтына һалып тапап йөрөүебеҙ етмәгән, инде ҡырсып шымарта ла башлаһаҡ, үҙебеҙ үк ҡырағайлашабыҙ түгелме? Моғайын, алдан уҡ шуны күрәҙәләп, бишенсе быуат бабаларыбыҙ беҙ-ҡулсырҙарға күргәҙмәле һабаҡ биреп ҡалдырған (көмөш ҡомғанға семәрләнгән һүрәт):
Күрәһегеҙ, Ибн-Фаҙлан ҡурҡҡан башҡорттоң тап үҙе: килмешәк-дошмандың ҡанлы башын эйәренең ҡанъяғаһына элеп, тереләтә әсир алынғанын сәсенән ҡармап алған килеш тәпәйләтеп, менгеһе өҫтөндә баһадирҙарса хозурланып ҡайтып бара. Хәйер, ошо уҡ хаҡта шомланып яҙған әл-Идриси һүҙҙәрен өҫтәрәк килтерҙек.6. Бәжәнәк-төркиҙәр иле. Бәжәнәк – Боҙ-Инәк – Боҙ һыйырына (Бизонға) һәм уның күктәге һынланышы Айға табыныусы башҡорттар.7. Табын ҡалаһы.8. Бәжәнәк-төркиҙәр иле.9. Урҙа тауҙары.10. Болғар-төрки кешеләре. Былар ҙа шул уҡ башҡорттар. Болғар ерҙәрен, Болғар ҡалаһын башҡортлоҡтан яҙлыҡтырырға маташыусыларға яуап итеп таныҡлы урыҫ ғалимының раҫлауын килтереү етә: болғар – шул уҡ бажгир (башҡорт) тигәндең үҙгәреше генә (Н.А. Баскаков. Русские фамилии тюркского происхождения. М., 1979; 249-ынсы бит). Изге хоҙайҙарҙың ере Башҡортостан тупрағына аяҡ баҫыу ятбауырҙарға ҡәтғи тыйылғанлыҡтан, уның көньяҡҡа (Мысырғаса) һуҙылмыш оло юл буйындағы Башҡорт-Болғар ҡалаһына Башҡортостандың халыҡ-ара баҙар ҡалаһы статусы бирелеп, уға килер оло юл асыҡ ҡалдырылған.11. Болғар-төркиҙәр ере.12. Шауман ҡалаһы.13. Буртас ҡалаһы. “Буртас” этнонимы, әйтеп үтеүебеҙсә, Бүре-Атас (ата бүре) тигән һүҙҙән, йәғни Бүре-Атасҡа һәм уның күктәге һынланышы Көнгә (Ҡояшҡа) табыныусы шул уҡ үҫәргән-башҡорттар.14. Өфө (Уба) йылғаһы (исеме яҙылмаған). Шул йылға тамағындағы бик боронғо илаһи мәркәз ҡалабыҙ ҙа Әрә-Уба-Өй аталып (бында Әрә — йылға, ә Уба — Өфө тигән һүҙ), ошондағы Өпәй (Уба-Өй) башҡорттарының Боҙан-Боланға табыныу динен бабаларыбыҙ боронғо Грецияға алып барып, ғөләмәләргә еректереп, һөҙөмтәлә гректар шул (А)Боланға – Аполлонға табынған. Улар ҙа үҙҙәренең ошо Аполлон-хоҙайы тыуған алыҫ изге ерҙең тауҙарын (Уралды) тап башҡортса Әрә-Өфө-Өй – Рифей тип атаған, Грецияның “Аполлон йәшәгән” изге ҡорамы ла Өфө-Инә — Афина исемләнгән. Башҡортостаныбыҙҙың Өфө йылғаһы буйында әлегәсә Өпәй — Өфө-Өй башҡорттары йәшәй. Ҡыҫҡаһы, археолог Н.А. Мәжитов етәкселегендә асылған сал “Өфө-2” ҡалаһы, донъяны хайран ҡылып, мәңгелеккә үҙ урынында тора, тарихи был фактты танымаҫҡа, йәки кире ҡағырға яҫҡаныусылар – баяғы тишек кәмәлә бара кеүек.15. Кама йылғаһы (исеме яҙылмаған). Шулай уҡ исемдәрен уҡып булмаған йылғалар:16. Тын (Дон) йылғаһы.17. Тын-абар (абар – бүрегә табыныусы) – Днепр йылғаһы.18. Тын-әй (Дунай) йылғаһы.19. Ҡараҡая ҡалаһы. Картала исеме уҡыла, Ағиҙел түбәнге ағышының һул ярына урынлаштырылған.20. Яйыҡ (Урал) йылғаһы, исемен таный алманым.21. Әмбә (Эмба) йылғаһы, исемен таный алманым.22. Даһилә ҡалаһы.23. Даһи башҡорттар ере. Боронғо ҡытай хроникаларында ла ул Даһиә (Дахья) тип яҙылған. Тарихи әҙәбиәттә күберәген Бәктора (Бактрия) атамаһында билдәле, заманында уның көньяҡ сиктәре хәҙерге Төньяҡ Афғанстан ерҙәрен ҡосаҡлаған.Картала мин билдәләгән 4,6,8,10,14, 23-сө пункттарҙағы башҡорт-бәжәнәк ерҙәре борон ғәрәп географтары атаған Тышҡы Башҡортто тәшкил итеп, уның беҙ күрһәткән карта киҫәгендәге аҫҡы (көньяҡ) сиктәре тексыбыҙҙа өҫтәрәк тоҫмаллатылған Эске Башҡорттоң төньяҡ сиктәре буйынса көнсығыштағы Обь йылғаһынан алып көнбайыштағы Днепрғаса арауыҡта ҡитғаның бөтә төньяҡ өлөшөн иңләй. Днепрҙағы Кейәү-Уба (хәҙерге Киев) ҡалаһын тап башҡорт бабаларыбыҙ нигеҙләүен, заманында шул яҡтарҙа тарихи шәхес Башҡорт хандың хөкөм һөрөүен иҫебеҙҙә тотайыҡ.Әл-Идрисиҙың ғәрәп графикаһынан Конрад Миллер латинсалаштырған ҡала исемдәре бик күп — Урал тауҙары артында ғына ла ике тиҫтәгә яҡын, тик уларҙы асыҡ уҡый алманым. Ә шулай ҙа был бурысты арпалыҡлы “арҙаҡлы”ларыбыҙҙың берәйһе үтәп бирер, моғайын, тип өмөтләнәйек.09.12.2011Йыһат Солтанов Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | +3 |
[18 апреля 2012] | Просмотров: 321 Автор: admin | Оцени статью! |
Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newshistory/3946-of1257-2-tarih-di1187ge1177en1241-tishek-k1241m1241-kileshm1241y.html]Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newshistory/3946-of1257-2-tarih-di1187ge1177en1241-tishek-k1241m1241-kileshm1241y.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йэшлек» гэзите сайтынан янылыктар: |
21 быуат сайтынан янылыктар: |
{allpages}