Новости » Слово автору | ||
Лариса Абдуллина *** Миҙгелдәргә миҙгел йәшенә Д. ШәрәфетдиновМиҙгелемдә миҙгел йәшәне лә,Урман офоғонда юғала.Был көҙҙәрҙе нисәмәләр күрҙем -Һәр биҙәге йәнгә яғыла.Сасҡауҙары менән өткән ҡыштыңКүҙәнәккә үтә һулышы.Бурандарға инеп аҙашырлыҡ,Эҙләмәйсә һис тә юл-ышыҡ.Гөрләүектәр менән уй йүгерә.Ташҡын менән таша тойғолар.Бөгөн минең бары сыйырсыҡта, Һабантурғайында ҡайғым бар.Әйтерһең дә, хәҙер ишетмәһәм,Тоноп ҡалыр кеүек ҡолағым.Тере булыуымды иҫбатлапмыТағы, тағы килде тыңлағым.Салғы үткәс, үләндәрҙең еҫе!Сәс алдырған малай — был ялан.Бала саҡтағылай ергә ауам -Киләһе йыл әллә ҡайталам…Һәр миҙгелде ҡунаҡ көткән кеүек,Ҡаршы алға саҡта ел уяу,Етмәй ҡалған төҫлө күңелемәТик бер генә һыҙат, бер буяу.Ҡаршы алған кеүек, оҙатырғаСыҡҡым килә ине һәр берен.Миҙгелдәрем нөктә ҡуймай күсә,Тилбер һалып нөктә- өтөрөн.Һуң был ҡарҙар ниңә яуа әле,Япраҡ бураны бит үтмәгән.Урынынан әле был яҡҡараҡКүсмәне бит һиҙгер Етегән.Миҙгелдәрем миҙгелдәрҙе йома,Япраҡ ҡатыш ҡулда ҡарҙарым.Йылға ситтәрендә хәл йыйырға
Йылдың йылы убыла ярҙарым.
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[15 марта 2011] | Просмотров: 258 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}