![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Йыр-таҡмаҡ бәйгеһе | Новости » Литература |
Йыр-таҡмаҡ бәйгеһеЙырҙар, таҡмаҡтар ҡанундары менән бер-береһенә ныҡ яҡын жанрҙар. Бер үк текстың йыр булып та йөрөүе, таҡмаҡ тип аталыуы ла мөмкин. Ижтимағи тормоштағы, көнкүрештәге, кешеләр холоҡ-ҡылыҡтарындағы ҡаршы күренештәргә йүнәтелгән йыр-таҡмаҡтарҙың йөкмәткеһе үткер сатиарға, еңелсә юморға ҡоролоп, уларҙың берәүҙәрендә ҡаты тәнҡит, икенселәренә бары шаярыу, еңелсә шелтәләү генә хас күренеш.«Һәнәк» журналы бына шундай әҫәрҙәргә – йыр-таҡмаҡтар бәйгеһе иғлан итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Был сараны, һеҙҙең әүҙемлекте иҫәпкә алып, йыл аҙағында йомғаҡларға уйлайбыҙ. Һеҙҙән йыр-таҡмаҡтар көтәбеҙ!.Беренсе һүҙҙе ошо эште елкәһенә алыусы һәм тәүге «йомортҡалар»ҙы һалыусы Риф Мифтаховҡа бирәбеҙ.Бейек тауҙың баштарындаҺөйәгәндәр һөйәндәр.Донъяларҙы һаман бутай«Демократ» тигәндәр.Аҡ ҡарсыға, төш ҡаршыма,Хат яҙам ҡанатыңа.Яҙған хатым хөкүмәткә:Йәшәп ҡараһындар икәнМинең зарплатама.Бара торған юлдарымданЙылан сыҡты арҡыры.Йылан түгел – «реформасы»,Ауыҙын ҡорт саҡҡыры!Өҫтөмдәге күлдәгемдеңЕң остары ҡаралы.Алтын беҙҙең заводыбыҙ –Ҡоймалары аралы.Мин дә хәҙер ныҡ өйрәндемСуд-мутлыҡ доғаларын:Прокурорҙың, доллар менән,Ауыҙын томаланым.Ҡара урмандың артындаҠараңғы ай яҡтыһы.Сит илдәрҙән тауар ташып,Үтте ғүмер яртыһы.Тыштан – селтәрле-семәрле,Эстән – шау йыһаз йорто:Шулай йәшәй һәр коммерсант –Аҡсаның һоро ҡорто.Аяғыңдағы итектеңЗаграничный олтаны.Әмирикәндәргә сығам –Улар доллар солтаны.Исемдәреңде ишеттем,Көн-төн һин тип йән аттым:«Зәрпләтәң» һәйбәт икән,Шуға үлеп яраттым.Ағиҙелгә баҫма һалдым,Баҫҡан һайын һығыла.Эш хаҡымды уйлай-уйлайЙөрәк майым һыҙыла.
«Һәнәк» журналынан |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[14 апреля 2010] | Просмотров: 88 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}