Новости | ||
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып республиканың ҡайһы ғына төбәгендә эшкә ҡушылманы икән? Халыҡ йыйылыштарҙа ауылға йә ҡасабаға ниндәй ярҙам кәрәген, ҡайһы проблеманы иң тәүҙә хәл итергә икәнен үҙе билдәләне. “Аныҡ эштәр” иһә улар менән берлектә эш башҡарҙы.Ҡариҙел районында ла проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса махсус эш төркөмө төҙөлгәйне, тап улар урындарҙағы мәсьәләләрҙе асыҡланы ла инде. Һәр ауыл биләмәһендә етерлек проблемалар тупланғайны. Беренсе сиратта башҡараһы эштәргә район үҙәгендәге паркты реконструкциялау, “Сәләмәтлек һуҡмағы” төҙөү, Ҡортлокүл ауылында зыяратты кәртәләү кеүектәр һайлап алынды. Бөгөн эш һөҙөмтәләрен күрергә мөмкин. Үҙ төбәктәрендә йәшәү уңайлы булһын тип тырышыусы халыҡ та үҙ өлөшөн индерҙе.
Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында иһә “Аныҡ эштәр” проекты менән бергә хоккей миҙгеле асылды. Бында партия активистары хоккейсыларға йылы кейем алмаштырыу бүлмәһе төҙөнө. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Энгельс Ҡолмөхәмәтов ҙур ярҙам күрһәтте, эшҡыуарҙар, халыҡ, район хакимиәте лә булышлыҡ итте.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 декабря 2015] | Просмотров: 671 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}