“Бүре-әсә тиреһен бөркәнгән битаз ” поэмаһының авторы Шата Ырыҫтаулы йәки Ырыҫтау улы (Шота Руставели) сығышы менән башҡорт кешеһе икәнлеген 1992 йылда донъя күргән “Ядкәр” романымда әйтә биреп ҡуйғайным. Уҡыусыларымдың быға шаҡтай аптырабыраҡ ҡалғандары ла булды, төбөндә иһә: “Бының булыуы мөмкин түгел, сөнки мөмкин түгел!” — һымағыраҡ бәндәлекле шик тә ултыра ине. Ә бер уйлап ҡараһаң, иҫ китерлек тә түгел: үҙебеҙҙең үк күҙ алдында бәғзеләребеҙ урыҫ яҙыусылары булып шыттылар түгелме ни (Азат Абдуллин, Әнүәр Биксәнтәйев, Талха Ғиниәтуллин, Ғәзим Шафиҡов һ.б.), татар шағирҙары булып та киттеләр (уларын һанап та бөтөргөһөҙ!). Әйткәндәй, былтыр ғына “Ағиҙел”дә хәҙерге заман күренекле татар шағиры Роберт Миңнуллиндың дәүләт архив материалдары менән дөрөҫләнмеш нәҫел шәжәрәһе баҫылып сыҡты — атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да һигеҙ быуын ата-бабалары ысын аҫаба башҡорттар… Хәйер, урыҫтың бөйөк шағирҙары А.С. Пушкин — сығышы буйынса Африка негры, М.Ю. Лермонтов — шотланд, ә үҙ башҡортобоҙҙоң мәшһүр халыҡ шағиры Мостай Кәрим — “сеп-сей” татар тоҡомо икәнлеген дә бик яҡшы беләбеҙ бит. Бында эш — сығышта түгел, ә күңелең менән кемгә, ҡайһы әҙәбиәткә арналышта. Шуға күрә грузинса Шота Руставелиҙың да Шата Ырыҫтаулы рәүешле башҡортлоғо үҙенә күрә ҡыҙыҡлы бер тарихи факт булып ҡына ҡала бирер ине, әгәр ҙә ки был башҡортлоҡ арҡаһында ике айырым әҙәбиәт — башҡорт һәм грузин әҙәбиәттәренең тамырҙары ла башҡорт халыҡ ижады аша бер-береһенә шаҡтай тығыҙ бәйләнешкән булмаһа… Бының ысынлап та шулай икәнлеген баҡтыртмаҡҡа бөйөк шағирҙың ошо билдәле әҙәби ләҡәбенең (псевдонимының) асыл мәғәнәһен һәм шуға һәм үҙебеҙгә бәйле Ҡафҡаз тарихын да аҙ-маҙ ғына аңлатыбыраҡ үтәйек.
Шат (сат) — “бот төбө менән ҡорһаҡ аҫтының араһы” (башҡорт теленең һүҙлеге. М., 1993; 176-сы бит), ә шунан шаталанып (саталанып) сыҡмыш сата-ботаҡ (кешеләргә ҡарата әйткәндә — бала) — шата (сата) икәнлеге борондан уҡ мәғлүмдер. Шул шат (сат) термины менән ырыу тармаҡтарыбыҙ ҙа билдәләнә. Беҙ тикшергән тәғәйен был осраҡтағы ләҡәп “Шата” — Үҫәргән (Үсен) ырыуынан борон заман шаталанып (саталанып) үҫеп сыҡҡан һәм шул исемдә үҙ аллы үҫеш алған билдәле башҡорт ырыуы (уның данлы тарихы үҙе бер мәҡәлә). “Ырыҫтаулы”ға килгәндә, “ырыҫ” (арыҫ, арес, арыҫлан, барс, юлбарыҫ) — башҡорттоң Ислам динен ҡабул ҡылғанға тиклемге яҙыҡ (яҙыулы) дине мифындағы Үҫәргән ырыуы башбабаһы Шүлгәнде имеҙеп үҫтереүсе хоҙайбикәбеҙ Бүре-әсәнең бүрес — барыс — арыс — ырыҫ рәүешле ҡыҫҡартылыш исеме ул; бабаларыбыҙ бер заман, билдәле булыуынса, шул хоҙайбикәгә (Бүре-әсәгә йәки Әсә-бүрегә) арналмыш изге Ырыҫтауҙарға табынғандар, ә хәҙерге Грузия тупрағында хәҙерге грузин халҡы бабаларына тиклем үк дәүләт ҡороп йәшәгән башҡорт-болғарҙарҙың ере заманында һәр береһе Ырыҫтаулы һигеҙ өлкәгә бүленеп, үҙәк батша ҡулы аҫтында гөбөрнатор рәүешендәге ырыҫтаулы өлкә менән идара итеүсе башлыҡ — “ырыҫтауы” (грузиндар уны “эристави” тип алған) аталып йөрөтөлгән һәм шундай бер Ырыҫ тауы — бөйөк шағирҙы тыуҙырмыш Мәсғөт (хәҙерге Грузиялағы Месхет) төбәгендә лә булған, шуға ла шағир үҙенең әҙәби ләҡәбен Шата Ырыҫтаулы (йәғни Шата ырыуының Ырыҫтау улы — грузинса әйтелештә Шота Руставели) тип алған. Поэманың төп геройы ла бына ни өсөн, тап боронғо башҡортлоғона барып, Бүре-әсә тиреһен бөркәнеп йөрөй (оригиналда шулай — барс йәғни бүре-әсә; 1933 йыл Париждағы урыҫ шағиры Бальмонт та уны “Носящий барсову шкуру” тип дөрөҫ тәржемәләгән, совет шағиры Н. Зоболоцкий ғына ниңәлер “юлбарыҫ тиреһе”нә әйләндереп ебәргән). Башҡорттоң “бүрек”, “бүркә” (бурка), “бөркән”, “бөркәнсек” (бүре-Көн-әсәк) һүҙҙәре лә тап ана шул “бүре тиреһе”нә тап килә… Грузиялағы Мәсғөт (Месхет) тигән төбәк (хәҙер ҡала) исеме иһә боронғо грек тарихсыһы Геродот уҡ яҙып ҡалдырмыш “массагет” — басағойт — басағорт — башҡорт тигәндән хасил, Ҡафҡаздағы ҡасандырғы башҡорттар төйәге ул. Шағир Шата Ырыҫтаулының ысынлап та башҡортлоғон Ҡафҡаз халыҡтары теленән һәм тарихынан маһир ҙур ғалим, Рәсәй академигы (сығышы буйынса грузин) Н.Я. Марр хеҙмәтенән күрәбеҙ: Шата Ырыҫтаулының тап “Мәсғөттән йәғни… Болғар ҡәбиләһенән сыҡҡанлығын” асыҡ әйтеп биргән ул (Н. Марр. Чуваши-яфетиды на Волге. Чебоҡсары, 1926, 15-се бит). Академик атаған был болғарҙар иһә башҡа бер кем дә түгел, ә саф башҡорт икәнлектәре зыялыларға әлмисаҡтан уҡ таныш; профессор Ж.Ғ. Кейекбаев быны заманында университет студенттарына үҙенең фәһемле таблицаһы менән баҡтыртһа (һүрәтте ҡарағыҙ), боронғо башҡорттар тураһындағы ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтарын яҡшы белгән татар ғалимы Әхмәт Булатовтың аныҡ фекеренсә лә болғар — шул уҡ башҡорт халҡы ул. “Башҡорт” һүҙен, — ти был ғалим, — боронғо (ХIII — ХIV быуаттар) болғар ҡәбер таштары (2-се стиль) һәм бөгөнгө сыуаш-төркиенә хас законлылыҡтан сығып ҡарарға һәм “башҡорт” һүҙе менән “болғар” һүҙе бер үк исемдең ике варианты, күренеше тип ҡабул итергә кәрәк… Миҫал өсөн: биәл — биш, тохор — туғыҙ, вытыр — утыҙ, хер — ҡыҙ. Хәҙерге сыуаш телендә: хеүәл — ҡояш, түл — таш, хер (хур) — ҡыҙ, харан — ҡаҙан. Был законлылыҡтан (л-дың ш-ға әүерелешенән һ.б.) сығып, беҙ “бол” тип әйтәһе урынға “баш/бош” формаһында әйтә алабыҙ (килеп сыға болғар — башғар/башкир — башҡорт). Мәғлүм булыуынса, “болғар” исеме әҙәбиәт һәм боронғо аҡсаларҙа — болғар, борғар, бүлҡан, бөржән, болхар, болҡар формаларында осрай. Беҙҙең фекеребеҙсә, “башҡорт” һәм “болғар” һүҙе — икеһе лә олуғ йорт, олуғ күс, йәки башҡа ҡәбиләләргә өҫтөн йорт, тигән мәғәнәне аңлата. XIII быуатта йәшәгән Мысыр (Египет) солтаны Бейбарстың “борж уғлы”, йәғни бөржән (Бөрйән) ҡәбиләһенән булыуы ла бөрйәндәрҙең ҡыпсаҡтар араһында биләүсе ҡәбилә булғанлығы тураһында һөйләй”. Күренекле урыҫ ғалимы Н.А. Баскаков та тап шуны уҡ, “болғар”ҙың — “башҡорт” (йәки киреһенсә) икәнлеген күргәҙмәле иҫбатлай: “башҡорт” һүҙенең күплек ялғауы “т” ҡыҫҡартылышындағы “башҡор” һүҙенән үҙгәртелеп “башҡор — балғор — болғар” этнонимы барлыҡҡа килгән, ти ул, кире ҡаҡҡыһыҙ тел ҡанундарына таянып (Н.А. Баскаков. Русские фамилии тюркского происхождения. М., 1979, 249-сы бит)…
Страница 1 из 4 | Следующая страница