Йәшлек яңылыҡтары |
Новости | |
Лена ХӘЙРУЛЛИНА, Күгәрсен районының Санъяп ауылы: – Беҙҙең ауылда тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Һуғым малы һуйылып, ҡаҙ өмәләре тамамланғас, Яңы йыл байрамына әҙерләнә башлайбыҙ. Санъяп ауылында матур бер йола бар: Яңы йылды көткәндә хужалар үҙҙәренең ихаталарында ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар эшләй, киләһе йылдың символын әүәләй. Шыршылар биҙәп ҡуябыҙ, тау өйәбеҙ. Милли ризыҡтар бешерәбеҙ, ихаталарҙа табындар ҡорола, самауыр шыжлап ултыра. Шул тиклем күңелле, байрам көнөндә махсус төҙөлгән комиссия йөрөп сыға, һәр бер ихатаны баһалай. Аҙаҡ Яңы йыл кисәһендә урындар, бүләктәр бирелә. Тауҙарҙа шыуыу артабан каникулда ла дауам итә, балалар ҙа, ололар ҙа геү килә унда, бер ниндәй эске юҡ, эҫе сәй, тәмле-татлы менән һыйланабыҙ. Ауылдаштарыбыҙҙың күмәкләп, матур итеп ял итеүен ойоштороуҙа ауыл хакимиәте етәксеһе Фәниә Ғәлинаның өлөшө ҙур. Ул халыҡ менән уртаҡ тел табып, туплап тота. Санъяптың ҡотон һаҡлап йәшәүсе ауылдаштарымды етеп килгән байрам менән ҡотлайым! Иҫәнлек-һаулыҡ, йорттарығыҙға именлек теләйем!
Был аҙнала үҙ хәбәрҙәрен Әлшәй, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан шылтыратып һөйләнеләр.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[25 декабря 2015] | Просмотров: 124 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Йәшлек яңылыҡтары HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/4846-y1241shlek-ya1187yly1185tary.html]Йәшлек яңылыҡтары[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/4846-y1241shlek-ya1187yly1185tary.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}