Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-9 |
Новости » Слово автору | |
Шулай итеп, борон кешелёр, шул иҫәптән төрки халҡтары ла әкиәттең магик көсөнә ышанған. Шуға күрә лә уның сифаты хаҡында хәстәрлек күргән. Бүрәт һунарсылары, мәҫәлән, әгәр һунар ваҡытында әкиәт яҡшы һөйләнһә, табыш мул була, тип уйлаған. Шуның өсөн дә, һунарсылар артелендә һәйбәт әкиәтсе булмаһа, уңышҡа иренеү мөмкин түгел, тип иҫәләгәндәр(45, 26). Хакас һунарсылары, ауға сыҡҡанда, үҙҙәре менән оҫта әкиәтсе алыр булғандар, һәм, табышты бүлгәндә, уға ла һәр һунарсыға тейгән тиклем өлөш сығарғандар (1, 160). Башҡорттоң ҡайһы бер ырыуҙарының (Табын, Тиләү) тамырҙары Алтай, Иртыш, Төмән яҡтары менән бәйле. Төп кәсебе иҫәпләнгән шул башҡорт ҡәүемдәренә лә был йола заманында билдәле булһа, ни ғәжәп. Мифтарҙан айырмалы рәүештә, ғаилә-көнкүреш фонында индивид, шәхес яҙмышы үҙәккә күсерелеү һөҙөмтәһендә, был тәңгәлдә әкиәттеңүҙ тәғлимәте (концепцияһы) хасил була. Шәхес яҙмышы, уныңса, һәр яҡтан да гармоник хәл ителергә тейеш. Шул аркала ла әкиәттә, юмо-ристик юҫыҡтағы ирония менән һүрәтләнгән иҫәрҙе иҫәпкә алмағанда, төп герой һәр саҡ маҡсатына ирешә, бәхеткә өлгәшә. Сөнки ул, изге-ләлек эстәгәнгә, башҡаларҙың игелеген күрә, ахырҙа үҙе үк изгелектекәүҙәләндерә. Финалда яуызлыҡ еңелә, изгелек тантана итә: айрылған-дар табыша, яратышҡандар ҡауыша, фәҡир байый, сырхауҙар һауыға,тәхеткә ғәҙел, хаким күтәрелә. Шул идеаль йәмғиәтте бар ҡылыусы ти-рәһенә гел ыңғай һыҙатлы, изгелектән башҡаны белмәгән заттар, әуның антиподы тирәһенә зыянлы заттар туплана. Ике көс — контраститеп ҡапма-ҡаршы кәүҙәләндерелә. Әкиәт уртасыллыкты үҙһенмәй. 4. Әкиәттәрҙе төркөмләүХалыҡ әкиәттәренең барыһы ла уртаҡ ҡанунға буйһона. Иң әүәлуларға — сюжетлылык хас һәм уның мотлаҡ икәнен әйтергә кәрәк. Әкиәттең сюжеты иһә уның эске логикаһына, идеяһына буйһонған тәртиптә ойошҡан тематик мотивтар тупламаһынан тора. Ул мотивтарҙың һәр береһе геройҙың ишле хәрәкәтенә (В. Я. Проппса әйткндә, парлы функцияһына) бәйле ситуацияны, эпизодты үҙ эсенә ала. Һөҙөмтәлә үҙенсәлекле мини-сюжет хасил. Ул үҙенсәлек шунан ғибәрәт: геройға ниндәйҙер эш ҡылыуҙан тыйылыу кәрәк икәне әйтелә — ул иһә тыйыуға ҡолаҡ һалмай; артабан “тыңлауһыҙлык – язаға дусар булыу функцияһы” килә; шунан инде “уның (төп ҡаһармандың) отоуы – отолоуы (йә отолоуы – отоуы)”, “ҡыйырһытылыуы – тантана итеүе” һ.б. шуның кеүек ишле-ишле хәрәкәттәре (функциялары) теҙеме килә. Бер үк тематик мотив, ғәҙәттә, өс мәртәбә ҡабатланып, әкиәт сюжетына композицион үҙгәлек бирә. Өсләтеү алымының мифологияға тоташҡан үҙ тамырҙары бар.Әкиәттә ваҡиғалар ваҡыт эҙмә-эҙлелеге йәһәтенән, еп тартҡан кеүек, бер генә йүнәлештә бара, унда йәнәш сюжет һыҙығы күҙәтелмәй.Сөнки, телдән башҡарылғанға, сюжетты күп тармаҡлы итеү мөмкинбулмай. Ана шул арҡала әкиәттә сюжет ваҡиғаның хронологик яҡтан эҙмә-эҙлекле барған «тәбиғи» ағышына яраҡлаша. Тимәк, бында беҙ фабула менән сюжеттың төкмә-төк тапкилеше менән осрашабыҙ.Әкиәт персонаждарының, шул иҫәптән төп геройҙың да образыиндивидуалләштермәй. Әкиәт өсөн, геройҙың характеры түгел, типбулыуы мөһим. Шул арҡала (ҡайһы бер юмористик һәм сатирик эффект тыуҙырыу маҡсатын иҫәпкә алмағанда) персонаждың ниндәй социаль ҡатлам вәкиле тип аталыуының да әһәмиәте юҡ.Тип берлеге йыш ҡына төрлө тематик мотвтарға бер әкиәттән
икенселәренә һин дә мин иркен күсеп йөрөүенә форсат бирә. Шул сәбәптән сюжетты композицион яҡтан ҡатмарлаштырыусы, әкиәттең поэтикаһына өҫтәлмә үҙгәлек биреүсе контаминация күренеше хасил була.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-9 HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/1322-khaly1185-124111771241bi1241te.html]Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-9[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/1322-khaly1185-124111771241bi1241te.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}