Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-7 |
Новости » Слово автору | |
ӘКИӘТТӘР ТУРАҺЫНДА ДӨЙӨМ ТӨШӨНСӘӘкиәт донъя халыҡтарының һәр береһенең дә ауыҙ-тел ижадына хас. Хатта уларҙың барыһына ла күпселек әкиәти сюжет типтары уртаҡ. Һәр сюжет тибы милли фольклорҙарҙың барыһында ла үҙенсәлекле вариант, хатта ки версиялар хасил итә. Ул вариант һәм версияларҙың аталышы ла үҙенсә була. Шуның кеүек башҡорттар “әкиәт” тип белгән әҫәрҙәрҙе башҡа халыҡтар үҙҙәренсә атап йөрөтә. Рустарса улар, мәғлүмдер ки – “сказка”, украиндар менән белорустарса – “казка” , немец телендә һөйләшеүселәрсә – “diе Mаrchen”. Сығыштары, телдәре буйынса төркиҙәр, белеүебеҙсә – ҡәрҙәштәр. Шулай булһа ла, уларҙың да һәр береһе уны үҙенсә исемләй: татарҙар, беҙҙең кеүек үк, “әкиәт” тиһә, ҡаҙаҡтар – “эртеги”, төрөкмәндәр – “эртек”, уйғырҙар – “чөчөк”, әзериҙәр (әзербайжандар) “нағыл”, ҡырғыҙ менән нуғайҙар – “жомоҡ”, үзбәктәр – “эртәк”, төрөктәр “масал” тигән термин менән билдәләй. Улай ғына ла түгел, хатта ки үҙебеҙҙең телдә лә уның төрлөсә аталышына миҫалдар бар. Башҡорт теленең күпселек һөйләштәрендә уны “әкиәт” тип белһәләр һәм әҙәби телгә лә ул шул килеш килеп керһә, ниндәйҙер һөйләштә аңлашыусыларыбыҙ уны иртәге тип таныған. Үкенескә ҡаршы, был терминды телгә алған Нуриағзам Таһиров тигән тикшеренеүсебеҙ уның ниндәй һөйләштә ҡулланылыуын әйтмәгән (44). Уның ҡарауы көньяҡ һөйләштә (мәҫәлән, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүез, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ яҡтарындағы түңгәүер, үҫәргәндәр, ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең уларға күрше булған өлөшө) “әкиәт” термины урынына бөгөн булһын “ҡарһүҙ” тигән һүҙ ҡулланыуы беҙгә яҡшы мәғлүм. 1. Әкиәт — рухи мәҙәниәттең үҙенсәлекле күренеше“Әкиәт”, “ҡарһүҙ”, “иртәге”, йә “сказка”, йә “мәсләк”, йә “чөчөк”, йә башҡа халыҡтарҙа шул терминдарҙың эквиваленты булған һүҙҙәрҙе әйтеү менән һәр кемдең күҙ алдына берсә әҙәм телендә һөйләшә белеүсе йә үҙ-ара ла, әҙәми зат менән дә төрлө-төрлө мөнәсәбәттәргә инә алыусы фантастик заттар, тылсым эйәләре, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, эт-ҡош йәшәгән хыяли донъя, берсә баштан-аяҡ ысынбарлыҡҡа оҡшаған сүрәттә лә, урыны ла, мәле лә мәғлүм булмаған “Борон-борон заманда, Кәзә – команда, Бүре – бағауыл,Ҡарға – ҡарауыл …”саҡта “булып үткән”, шул арҡала бик тә ғәжәп тойлған ваҡиғалар килеп баҫҡандай була. Шул уҡ ваҡытта шуны ла яҡшы беләбеҙ: беҙҙе нисек кенә борондан да боронғораҡ замандарҙа ниндәй генә ғәжәйеп тарафтарҙа “булып уҙған” ваҡиғаларға алып китмәһен, персонаждарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, шул мөнәсәбәттәргә сәбәпсе йә уларҙың һөҙөмтәһе рәүешендә асылған изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ һәм хыянат шуның һымаҡ һәр кемебеҙгә тыумыштан уҡ үтә лә таныш төшөнсәләр киренән ысынбарлыҡҡа ҡайтырға, үҙебеҙгә, тирә-йүнгә бағып, шул төшөнсәләрҙе “конкретлаштырырға” ла мәжбүр итә. Әкиәт – дөйөм алғанда, халыҡтың рухи мәҙәниәтенең (хәҙергесә әйткәндә, матди булмаған мәҙәниәтенең) үҙһенсәлекле күренеше ул. Тарыраҡ мәғәнәлә әйткәндә иһә, ул халыҡ сәнғәте өлкәһенә , айырым алғанда, уның һүҙ сәнғәтенә ҡарай. Ошо әйтелгәндәр генә лә уның бик тә күп яҡлы . бик тә күп ҡырлы сәнғәти күренеш булыуы хаҡында һөйләй.
Хәл-ваҡиғаларҙың тасуирланышы, урыны, ваҡыты (заманы) йәһәтенән беҙҙе ысынбарлыҡтан айырғандай булһа ла, персонаждарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең. Шул мөнәсәбәттәрҙә асылған төшөнсәләрҙең хәс тә бөгөнгө тормоштағыса бирелеүе, әкиәттәр – эстетик һәм этик ҡиммәттәребеҙҙең гүзәл бер кәүҙәләнеше, тип танырға мәжбүр итә. Сөнки әкиәт һоҡландырып йә нәфрәтләндереп, эстетик ләззәт кисертеп кенә ҡалмай, тыңлаусыларға әхлаҡи ориентир ҙа күрһәтә.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-7 HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/1320-khaly1185-124111771241bi1241te.html]Халыҡ әҙәбиәте (Ә.М.Сөләймәнов)-7[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/1320-khaly1185-124111771241bi1241te.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}