Новости » Слово автору | ||
Йыл, миҙгел, көн торошон алдан билдәләгәндә, ҡоштарыңҙ ҡасан, нисек килеүе лә, килгәс, ҡайҙа ҡуныуы ла, нисек һайрауы ла (ҡысҡырыуы ла) иҫәпкә алынған (№ 113 Ғ,Д). Кәкүк килһә, көн йылына. Быныһы—һәр кемгә мәғлүм һынамыш. Әгәр ул ағас япраҡ ярғанға тиклем, тәүге Күк күкрәүенән алда ҡайтып төшһә, йәй насар килә (№ 113 Г). Кәкүккә ҡарап йыл һынау бының менән генә бөтмәй. Уның япраҡлы йә япраҡһыҙ ағасҡа, өҫкө ботаҡҡа йә аҫҡы ботаҡҡа ҡунып ҡысҡырыуының да әһәмиәте бар имеш: япраҡлы ағасҡа ҡунһа — яҡшыға (№113), ҡунғаны аҫҡы ботаҡ булһа — яуынлы йәйгә (№113 Д) юрайҙар. Ғәләм киңлегендә билдәле бер дәүерҙә генә була торған үҙгәрештәр ҙә һынсылар иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Был осрата юрау бер генә принципҡа таянмай: ул күренештәрҙең берәүҙе үҙҙәре үк ырым, икенселәре теләк рәүешендә әйтелә торған юрауға сәбәп кенә була. Сулпан йондоҙо юғалып торһа (№ 10) Ҡойроҡло йондоҙ күренһә (№ 104), Һаҙағай уйнаһа (№ 10), һуғыш сыға. Тимәк, был күренештәр — әфат ырымы. Ә Ҡәҙер төнө асылғанда, Күк килгәндә (№ 106АБ; 109А-3), кеше ни теләһә, шул алдына килә була. Мәҫәлән, Күк килгәндә, шулай тиҙәр:Ергә бир, илгә бир, Мал-тыуарға бир, Ҡош-ҡортҡа бир, Бала-сагага бир, Етем-йәһергә бир,………………………Артҡанын миңә бир (№ 109А). Һамаҡлай-һамаҡлай, теләк әйткәндә, ҡороҡ ҡалтыратыр йүгән шылтратыр булғандар, мал ҡыуған, мал саҡырған тауыштар ҙа сығарғандар.Йәнәһе, Күк биргәнде ҡабул итергә әҙер. Яңы тыуған Айҙы күргәндә, күрәҙәлек итеп, юралаһы, өлгәшергә теләгән өмөттәге нәмә теләк рәүешендә түгел, ә ғәмәлгә ашҡан кеүек әйтелә (№ 108 А,Г; 109 А):Ай күрҙем аман менән, Ҡуйыным тулы “Ҡөрьән” менән, Бала-сағаларым менән, Кәртәм тулы мал менән (№ 108 Г), Бер сирҙе бер ысул ҡулланыу ярҙамында ғына имләү менән сикләнмәгән кеүек, бер ырымды тик бер төрлө генә юрамағандар. Мәҫәлән, тәүләп кәкүк тауышын ишетеп, тәгәрәгәндә, усҡа эләккән тупраҡты, үлемгә (№ 122 А), берсә, рәнйеүҙән арыныуға (№ 122 В), тип юрайҙар. Кәкүк сәйе байрамында кәкүк саҡырыуын йәки ҡыҙҙар — һылыу кейәүгә тип, өлкәндәр оҙаҡ йәшәүгә тип юрайҙар (№ 181 А). Юрағанда, күктәге үҙгәрештәрҙең йүнәлеше лә иҫәпкә алына. Ҡойроҡло йондоҙҙоң ҡайһы яҡта күренеүе — шул яҡта һуғыш тоҡаныуын хәбәр итә була. Күк яҙын Уралдан килһә — һыйыр һөтлө була, ялан (дала) яғынан килһә — бейә һөтлө була, тиҙәр (№ 109 Г). Тыйыуҙар ҙа — асылда, шул уҡ юрауҙарға ҡарай. «Күп иларға, яғыңа таянырға ярамай атайың, әсәйең үлә»,— тип тыялар икән, уны икенсе төрлө: «Күп илаһаң, эйәгеңә таянһаң, атайың менән әсәйең үлә»,— тип, һүҙмә-һүҙ юрау рәүешенә килтереп ҡабул итәләр. Ырымдар, тыйыуҙар хәтерҙә нығыраҡ ҡалһын өсөн, йыш ҡына улар берәй миҫал менән иллюстрациялана. Шул уҡ ваҡытта тыйыу — тыйыу булып та ҡала. Ә тыйылған икән, ул — ҡанун (закон). Әммә һәр ҡанундың да иҫкәрмәһе була. Тыйыуҙар ҙа иҫкәрмәле. Мәҫәлән, тырнаҡты, кис киҫергә ярамай, ти тыйыу.Улай итһәң, йәнең киҫелә була. Сөнки кисен йән тырнаҡ осонда тигән инаныс бар. Әгәр ҙә, сараһыҙҙан, шулай ҙа киҫергә тура килһә, бисмилла итеп, иҙән егенә һалырға. Уның үҙенә ярашлы ҡара доғаһы ла бар:Бисмиллаһир-рахманир-рахим,Бәрейгә — ҡамыр тырнаҡ,Миңә — тимер тырнаҡ (№ 148 Д). Борон руник яҙмаларҙың, тамғаларҙың магеи көсөнә ышанғандар (46, 338 — 339). IX — Х быуаттарҙа төрки халыҡта¬рында «Ырыг битиг» тигән ырым китабы буйынса юрар булған¬дар (41, 73 — 74). Башҡорттарҙағы Йософ китабы (№ 145), һандар (№ 146) менән юрау шул традицияның рудименты булғанға оҡшай, «Йософ вә Зөләйха» китабы менән былай юрайҙар. Тоҫмал менән шул китаптың теләгән бер битен асаһың, әгәр унда Йософ менән Зөйләйханың осрашыуы бәйән ителһә, һин дә йәрең менән осрашасаҡһың. Ә һандар менән юрағанда, теләгән һанды әйтәһең, «күрәҙәсе» дәфтәрен асып, шул һан эргәһенә яҙылған яуапты уҡып ишеттерә. Мәҫәлән, һин: «Ун туғыҙ»,— тиһәң, күрәҙәсе ролен атҡарыусы алдан шул һан тәңгәленә нимә тип яҙһа, шуны уҡып ишеттерә. Мәҫәлән: «Икегеҙ ҙә яратышып һөйәһегеҙ»,—ти.
Ҡәҙимге көндәрҙә кешеләр индивидуаль рәүештә күрәҙәлек итә йәки тарыраҡ мөхиттә генә ырымдарын юрай йә юрата. Төштө иһә тик аҡыллы, изге күңелле кешегә генә һөйләргә ҡуша йола. Уны нимәгә юраһаң, шул була, тиҙәр. Моғайын да, башҡа ырымдарҙы ла теләһә кемгә әйтеп барыу яҙыҡ иҫәпләнгәндер. Ә бына Нрдуған, Науруз байрамдарында, ҡаҙ өмәләрендә күрәҙәлек итеү, күмәкләшеп махсус рәүештә һынамыштар менән уртаҡлашыу тыйылмай, киреһенсә, хуплана.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 декабря 2010] | Просмотров: 161 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}