Матбуғатҡа тәүге аҙымдарымИке тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Балтиҡ хәрби-диңгеҙ флотының “Андриан Зосимов” исемле эскадра тральщигында – миналарға ҡаршы көрәшеүсе карабында хеҙмәт итәм. Диңгеҙҙә йөрөп ҡайтҡан һайын, Таллинн ҡалаһына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сыҡҡан сәғәттәрҙә республика китапханаһына, мәшһүр йырсы Георг Отсты тыңларға опера театрына йөрөйөм.Үҙемдең хәләл бөтә хәрби бурыстарымды үтәүҙән тыш, әҙәбиәтте лә үтә лә һөйгәнлектән һәм китаптарҙы йотлоғоп уҡығанлыҡтан, йәмәғәт башланғысындағы өҫтәлмә вазифа — карап китапханасыһы эшен дә бик теләп йөкмәнем, база китапханаһының байтаҡ ҡына аҫыл баҫмаларын үҙебеҙгә күсертеүҙәренә өлгәштем (матростар ҡалын романдарҙы яратып уҡый ине). Үҙемә Өфөнән “Әҙәби Башҡортостан”ды ла (хәҙерге “Ағиҙел”) алдыртам (журналды редакцияның үҙенән ҡотһоҙ гәзит ҡағыҙына бандероль итеп төрөп ебәрәләр ине), шиғырҙарымдың «Моряк һүҙе» тигән береһе лә тап шунда 1953 йылда ташҡа баҫылып сыҡты:Ҡай берәүҙәр әйтә: «Һеҙ — моряктар,Диңгеҙҙәрҙә үтә көнөгөҙ.Ҡоро ер тип китмәй һис иҫегеҙ,Ярҙа йәшәү һеҙгә күңелһеҙ!»Юҡ, ҡоро ер бик ҡәҙерле беҙгә, —Туған булған өсөн һөйәбеҙ.Ғәзиз булған өсөн уны һаҡлап,Шашҡын диңгеҙҙәрҙә йөҙәбеҙ. 1953. Таллинн.1956 йылдың февралендә, хәрби хеҙмәтте тамамлап, йәшлек хыялдарымдың ҡалаһы Өфөгә килеп төштөм, ул саҡтағы кисерештәремде “Өфө урамдары” тигән шиғырымда биргәнмен:…Таштарыңды үбәм ҡосаҡлап,Тапмаммы, тип, әсәм һөйөүен,Тапмаммы, тип, атам һөйөүен…Хәйерлегә булһын килеүем… 21.11.1956.Ләкин ундай һөйөүҙе әҙерләп тормағандар икән шул — Өфөм миңә эшләр эш тә, һыйыныр мөйөш тә бирмәне (был хаҡта «Метеор» исемле иҫтәлегемдә яҙғанмын). Ҡорт саҡҡан айыуҙай сәбәләнеп йөрөп, яңы төҙөлөп ятмыш ҡала-ҡасабаларға — Күмертауға, Павлов ГЭС-ына, Салауатҡа барып морон төртөүҙәрҙән дә ҡананы ғына танауым. Ә бит, хатта башҡа таш яуһа ла, Өфөлә тороп ҡалаһы, әҙәбиәт усағына яҡын булаһы ине!..Һуңғы сиктә Ағиҙел йылға пароходствоһының алты айлыҡ моторсылар курсына эләгеп, шуның Ҡултыҡтағы (Затондағы) ятағында ҡыш сығып, йылға өҫтө боҙҙан арсалғас та 11-енсе һанлы буксир-теплоходта ҡара көҙгәсә Ағиҙел, Ҡариҙел буйҙарынан йөк тейәлгән баржалар, һалдар тарттыртып йөрөнөк. Шул тормоштан алып, шул теплоходта тәүге проза әҫәрҙәремде — «Ҡултыҡ пираттары», «Тулҡын өҫтөндәге күбектәр» тиген сатирик повестар һәм тағы сатирик хикәйәләр, «Йөрәк яраһы», «Урман бабай» исемле моңһоу әҫәрҙәремде яҙҙым. Һуңғыһы 1957 йылда «Пионер» журналында донъя күреп, тик 1967 йылда (ун йылдан һуң!..) ғына балалар өсөн айырым китап булып та ташҡа баҫылды.Айғолағынан матҡып ҡоро ергә алып ырғытылған балыҡтай, күпме генә тулап-ынтылып ҡараһам да, Өфө мине прописканан үткәрмәй, ул ултырған изге Ҡоба тау ҙа минең өсөн оторо-кирегә магнитланған — Ырымбур далаһы яғына быраҡтырып этәрә ине. Әҙәбиәтебеҙҙең ҡаҙанында ҡайнап ижад итермен, тигән мөҡәддәс өмөтөмдән өҙөлөп, йылғаларҙа навигация туҡталып эш ҡалмағас, торорға мөйөш тә юҡлыҡтан, шул уҡ 1956 йылдың ноябрендә ауылыма юлландым, тыуған тупраҡҡайыма аяҡ баҫтым:Туфлиҙарҙы һалып ырғытып,Ялан аяҡланып йөрөйөм.Табандарым тойоп һөйөнәЙылылығын атай еренең.Туҙғыта ел ҡалын сәсемде —Уйнай бирһен, эшем юҡ унда!Күктәр күкрәп йәшен атһа ла,Уяталмаҫ хыял-йоҡомдан.Бабаларҙың баллы был ереАтамды һәм мине туйҙырған.Йылғалары, хәтфә ҡырҙарыҺөйөү тойғоларын тойҙорған.Ошо ерҙең Айлы төнөндәТөндәй күҙҙе тәү ҡат үпкәнмен.Быҫҡаҡ ямғыр яуған көнөндәӨйҙән «мәңге» сығып киткәнмен…Ялан аяҡланып йөрөйөм,Ҡайтып урау-урау юлдарҙан.Һуңғы һулышымды алырғаҠайҙа илтеп йығыр еларбам?.. 1956.
1934 йылда туған Башҡортостаныбыҙҙан ҡырҡып алынып, «Ырымбур» өлкәһе булып оҙаҡ ҡына йылдар донъя көтһәк тә, «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай», тигәндәй, барыбер баш Күк Уралға тартыла, әүәлгесә Башҡортостан һаналғы килә ине.
Шул йылдарҙа төбәгебеҙҙәге сәмле йөрәк егеттәрҙе ойоштороп, СССР Верховный советы президиумы рәйесе Климент Ефремович Воршиловҡа күмәк ҡултамғалы ғариза яҙып ебәрҙек: ерҙәребеҙ менән ҡуша үҙҙәребеҙҙе кире-ҡабат Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһына ҡайтарып ҡуйыуҙарын һорап. Бер айҙан һуң Мәскәүҙән атҡарылған рәсми яуап (уны беҙгә Ырымбурҙан түрә килеп уҡып ишеттерҙе) артабан был йүнәлештә үрһәләнеп ҡарпыуҙан төңөлдөрҙө: ҡабат ҡуша алмайбыҙ, ә мотлаҡ Башҡорт АССР-ында йәшәргә теләүселәр унда тотҡарлыҡһыҙ күсеп китә ала, тиелгәйне унда… Тыуып-үҫкән еребеҙҙе — Олобайыбыҙҙы, тауҙарыбыҙҙы, йылға һәм туғайҙарыбыҙҙы, бабаларыбыҙ күмелгән зираттарҙы һәм, ниһәйәт, тарихыбыҙҙы нисек итеп ташлап китейек инде?!.Шулай ҙа үҙ еребеҙҙә боронғо ата-бабаларыбыҙса инсафлы йәшәге килә. Ауылдағы әрпешлек, уғрылыҡ, тәртипһеҙлек тере елкәмә тейә, намыҫымды керләтмәйенсә шуларға ҡаршы тороу, көрәшеү иһә дуҫтан да дошман яһай — күрә алмаусыларымдың һанын арттыра ине.«Борос» тигән сатирик стена гәзите сығарыуым да күптәрҙе әсеттереп, әрпештәрҙең теңкәләренә тейҙем…Тормош нисек кенә ҡыйын булмаһын, Аллаһы Тәғәлә тарафынан күңеленә яҙыусылыҡ мөһөрөн һуғып тыуҙырылған әҙәм балаһы һис нимәгә ҡарамайынса яҙа ла яҙа икән ул… Тик шуныһы йәнде ҡыя: әүәле Башҡортостанымдың тере тәне булып та, аҙаҡ Ырымбур өлкәһенең бер районы итеп ҡалдырылған төбәгемдә башҡортса матбуғат юҡ, ә Өфөгә ебәргәндәрем йә балталай һыуға бата, йә “ташҡа баҫырға яраҡһыҙ” тигән хөкөмгә дусар була. Тешемде ҡыҫып, йөрәгем һыҙлап йөрөгәндә, көтмәгәндә, күктән фәрештә осоп төшөп шәфҡәтле ҡанаттары менән яралы йәнемде ҡосҡто:Йыһат туғанҡай!Бик оҙаҡ ваҡыттар тауыш бирмәй, һине билгеһеҙлектә ғазаплағаным өсөн ғәфү ит. Бик үтенәм.Мин ауырыным, бик ҡаты ауырыным. Баш менән. Больница – йорт – Кавказ. Шулай үтте көндәр. [Журналда] миңә килгән әйберҙәрҙе бүтән берәү ҙә уҡымаған.Ә бына яңы ғына баш-күҙ алып киләм кеүек. Әйберҙәреңде “сукно аҫтынан” һөйрәп сығара башланым. Поэмаң М. Тажиҙа. Ҡалғандарын беҙ Әсғәт Мирзаһитов менән уҡыйбыҙ. Ҡәләмең яҡшы. Һин – яҙыусы булырға тыуған кеше! Һин быны бел һәм үҙеңде һаҡла, ҡара, үҫтер. Танауыңды күтәрмә был һүҙҙәр өсөн, ләкин ҡәҙереңде бел.Әле был әҫәрҙәрең баҫылып та ҡуймаҫ. Сөнки был замандарҙа сатираның абруйы төшөп тора бит…Ә “Урмандар” – китәсәк. Кем белә, бәлки, тегеләрен дә баҫып булыр.Был хатта мин бүтән мәсьәлә күтәрәм. Һинең алдағы яҙмышың тураһында уйлайым. “Белемһеҙ аҡыл – ҡанатһыҙ ҡош”, — ти ғәрәптәр. Һиңә уҡырға – иң яҡшы мәктәптә уҡырға кәрәк. Дөрөҫ, һин күп уҡыған күренәһең, ләкин системалы белем кәрәк. Һин миңә ашығыс яҙ: белемең ниндәй? 10 класс бармы? Әгәр ҙә шундай документың булһа, мин һине Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәреүҙе тәьмин итеүҙе өҫтөмә алам! Унда махсус йәш яҙыусылар уҡый.Шуны уҡып бөтһәң, һинән беренсе дәрәжәләге прозаик сығасаҡ. Мин бындай һүҙҙе ғүмеремдә икенсе генә кешегә әйтәм, бел.Шулай, ашығыс рәүештә һорауыма яуап бир һәм, әгәр ҙә урта белемең бар икән (документально), — мин тәҡдим иткән институтҡа уҡырға китергә әҙерлән, көҙ үк.Хәҙергә хуш. Сәләмәт бул. Яҡын күреп, Ғәйнан Әмири. 11.04.1957.Г. Уфа, Ленина, 2, кв. 36, Амири Г.Г.Р.S. Бында шундай һүҙ ҙә бара әле – фекер тыуып тора: һине берәй 10 көнгә саҡыртып алдырырға иҫәп бар. Союз иҫәбенән, әлбиттә. Мирзаһитов менән бергә хикәйәләреңде баҫырға әҙерләү буйынса эшләр инегеҙ. Ләкин был хаҡта 1-2 көндән конкрет яҙырбыҙ. Әмири.Минең нисек ҡанатланып осоу дәрәжәһенә етеүемде һәм шул уҡ саҡта үкенеп-һыҙланыуымды белһәгеҙ ине!.. Сәғәтендә үк яҙып һалған яуап хатым был хаҡта асыҡ һөйләй:Иҫәнмеһегеҙ, Ғәйнан ағай!Кисә төнлә генә Һеҙҙең хатығыҙҙы алып бик ҡыуандым. Оҙаҡ хәбәр килмәй торғас, һуңғы көндәрҙә күңелһеҙләнә башлаған инем, Һеҙҙең әйткән һүҙҙәрегеҙ миңә ҡанат үҫтереп ебәрҙеләр. Рәхмәт, ағай, йылы һүҙ, игелекле уйҙарығыҙ өсөн. Мин бер ваҡытта ла танауымды күтәрмәм, үҙ-үҙемде әллә кемгә ҡуймам, сөнки минең бөтә теләгем, бөтә ынтылышым шәхси үҙем өсөн түгел, ә башҡорт халҡыма яҡшы хеҙмәт күрһәтеү, нисек тә уның культураһын, рух байлыҡтарын үҫтереү өсөн йүнәлдерелгән. Бала сағымдан уҡ мин туған халҡымдың быуаттар буйына ирек яулап яҙған данлы тарихы менән ғорурландым, уның йыр-моңдарға бай булыуын күреп шатландым, ләкин, шул уҡ ваҡытта, әҙәбиәтебеҙҙең, искусствобыҙҙың сағыштырмаса арттараҡ барыуын һиҙеп һыҙлана инем. Туған халҡым бәхете өсөн йәшәргә теләп янам мин, ағай. Әгәр ошо ниәтемә ирешә алһам, бик бәхетле булыр инем. Аҙыраҡ лирикаға бирелеп киттем, буғай, ғәфү итегеҙ. Практик мәсьәләләргә
күсәйем.Берәй 10 көнгә Өфөгә килергә, тигән тәҡдимегеҙҙе бик-бик шатланып ҡабул итәм. Мөмкин булһа, шуны ойоштороғоҙ әле, ағай; хикәйәләрҙе үҙем дә әҙерләшһәм, бик шәп булыр ине. Унан, миндә йәнә бер әйбер бар – ирекле (аҡ) шиғырҙа яҙылған повестең беренсе киҫәге. Шуны ла үҙегеҙгә уҡып, кәңәштәр алыр инем. Шулай итеп, мин шатланып риза Өфөгә барырға.Ә белем мәсьәләһенә килһәк, һеҙ хаҡлы: системалы белем миндә юҡ. Минән тормаған сәбәптәр арҡаһында мин урта белемһеҙ ҡалдым. Өҙөп-йолҡоп, тигәндәй, туғыҙынсыныҡын үтә башлаған инем (Чкалов ҡалаһындағы колхоз председателдәре әҙерләү урта мәктәбендә), хәрби хеҙмәткә алып киттеләр. Аттестат юҡ. Шулай эштәр…Әҙәбиәт институтында уҡыу минең өсөн донъялағы бөтә бәхеттәрҙең иң өлкәне булыр ине. Хыялдарымдың сорғолошо булыр ине ул, ағай.Үҙегеҙҙең хәлдәр нисек? Тамам һауыҡтығыҙмы? Сәләмәтлек, уңыштар теләйем. Хушығыҙ, хат көтәм. Йыһат Солтанов.Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: колхоз ҡырҙарында эшләп йөрөп юғары белемгә өлгәшкәнемдән һуң да Мәскәүҙә уҡыу хыялымдан төңөлмәнем – А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты түбәһе аҫтындағы ике йыллыҡ Юғары әҙәби курстарға китергә ынтылып ҡараным, унда урындағы Яҙыусылар союзы юлландырмаһы менән генә ҡабул итәләр ине. Союзыбыҙ председателе Ә.М. Мирзаһитов үтенесемде һалҡын тыңланы, ә идараның абруйлы ағзаһы Зәйнәб апай Биишева: “Юҡ! Беҙ унда Яныбай Хамматовты ебәрәбеҙ!” – тип ҡырт-киҫте. Әммә Яныбай Хамматов Мәскәүҙә үтмәне – унда һүҙе үтемле “әҙәби генерал”ыбыҙ Мостай Кәрим ҡаршы төшкән, тинеләр…1957 йылда түбәмде күккә тейҙертерҙәй тағы ла бер ваҡиға булып алды — әйткәнемсә, «Урман бабай» тигән матур ғына хикәйәм баҫылған «Пионер» журналының 7-нсе һаны көтмәгәндә почта аша Өфөнән килеп төштө лә, күкрәгем тулы ҡыуанысыма сыҙай алмай, тай-тулаҡтай тулай-тулай, ергә ятып аунаным…Һунарсыла ана шулай йәшәгәнебеҙҙә бер-бер артлы яңы кисереш-шатлыҡтар килде — Илмирә, Таңнура тигән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тыуып (баш балабыҙ — Сабит), өс сабыйҙың ата-әсәһе булдыҡ; улар минең «Ила, балам», «Бала һаҡлау», «Далам ҡылғаны» кеүек шиғырҙарымда сағылды. Саниям был бәпестәрҙе, әлбиттә, тәртә араһында йөрөп ҡолонлаған бейә бахырҙай, һис бер ниндәй декретлы ялһыҙ (ундайҙы белмәй ҙә инек) — колхоздың һарыҡ фермаһында эшләп йөрөгәне килеш тапты («Кисер мине» тигән әрнеүем):Ғәфү ит һин мине, йәшлегемдәБулдым аңыш — күпте белмәнем.Килен итеп өйгә төшөргәндәУстарымда алып инмәнем.Баллы төнөбөҙҙө балһыҙ иттем,Ә һуңынан ал-ял белмәнем.Буйыңдағы һыйпап тере йәндеТилергәндә, «рәхмәт» тимәнем.Ҡорманым йорт лайыҡ хан ҡыҙына,Тапманым тун лайыҡ һыныңа.Күҙҙәреңдең изге сағыулығынҺалалманым фани йырыма.Тәртә араһында ҡолонлағанБайтал кеүек, эшкә егелдең.Ыжғыр буранда бит илтеп ҡуйҙымБесән санаһында үҙеңде.Малай тапҡан тигәс иртәгәһен,Килә алмай ҡалдым бер аҙна.Аҙашҡан да туңып үлгәндер, тип,«Тынысландырғандар» бер аҙға…Кисер мине, шунан һуң да һаманУлтырманым камил аҡылға.Тапҡан берең… Бесән санаһында,Арбаһында… сыҡтың хаҡ юлға.Көнөн-төнөн бағып колхоз малын,Сабый имеҙергә йүгерҙең.Ашарға ла беҙгә һин бешерҙең,Өҫ-башты ла йыуып өлгөрҙөң.Ҡырыҫлығым менән мыжыҡлығымРәхмәтемдән булды күберәк.Бөтәһе лә ятты бер яурынға,Бөтәһен дә тартты бер йөрәк.Ожмахыңдың хаҡын ҡайтарырлыҡРәхәтлектәр бирә алманым.Әрнетергә һине, буғай, ҡайтаФәҡәт ошо әрнеп яҙғаным. 1.01.1996.Шул уҡ ваҡытта иң юғары белемгә лә өлгәшеү һаман мөҡәддәс хыялым булғанлыҡтан, ҡоро ярға сығарып ырғытылған бахыр балыҡтай, үҙемдә юҡ рәсми урта белемде ҡайһылай итеп алырға белмәй, оролдом да бәрелдем. Бәхеткә ҡаршы, күрше ауыл Жултыйҙың урта мәктәбендә беҙҙең кеүектәргә киске уҡыу ойошторолғас, үҙебеҙҙең һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры Үтәбаев Сәлмән Ғәлиулла улы етәкселегендә ныҡ ҡына юллап йөрөп, шул Жултый киске урта мәктәбенең филиалын астырттыҡ ауылда һәм эштән һуң кистәрен тырышып урта белем алырға керештек. Биш-алты уҡыусы инек, минән шәберәктәре лә бар ине (мәҫәлән, Фәрит ҡустым Солтанов), тик күбебеҙгә түҙемлек, ныҡышмалылыҡ етмәне. Һөҙөмтәлә Жултыйға иң һуңғы имтиханға яңғыҙым ғына барҙым һәм урта белем тураһында аттестат алып ҡайттым.
Алдан алдырып әйткәндә, 1963 — 1969 йылдарҙа, колхозымдың ҡара эштәрендә егелеп йөрөгән килеш, ситтән тороп уҡып, Башҡорт дәүләт университетын да тамамлап сыҡтым. Шуны ла әйтергә кәрәк: үҙ ғүмеремдә миңә, тейешле белем алыу өсөн, төрлө ваҡытта һәм төрлө мәктәптәрҙә, үҙ әсә телемде ҡалдырып, төрлө өс телдә уҡырға тура килде: татар, үзбәк, урыҫ телдәрендә; ләкин һәр саҡ ул телдәрҙә уҡыуым башланғыс хәлендә өҙөлә килде — Хоҙай Бабай үҙ телемдә генә уҡынырға бойорғандыр… Ысынлап та, яҙмыш миңә үҙ аллы уҡыу барышында урта белемде лә, юғары белемде лә үҙемдең башҡорт телемдә фекер йөрөтөп алырға яҙҙы — башҡорт яҙыусыһы өсөн был ифрат та мөһимдер.