Отправлено 30 Январь 2011 — 05:37
Хәҙерге башҡорт матбуғаты һәм тел мәҙәниәте / Рәшит ШӘКҮР Һүҙемде хәҙерге милли матбуғатыбыҙға күҙәтеүҙән башлап ебәрмәксемен. Милли матбуғат – халҡыбыҙҙың тормошонда, рухи донъяһында асылда универсаль роль уйнаусы күренештәрҙең береһе ул. Улай ғына ла түгел, беҙҙә ваҡытлы матбуғатты элегерәк дүртенсе власть тип йыш атай торғайнылар. Был иһә ысынбарлыҡҡа ни тиклем яҡындыр, әйтә алмайым. Әммә беҙҙең дәүерҙә милләтебеҙ яҙмышын һәм булмышын, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген милли матбуғатыбыҙҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр.
- Наҙанлыҡмы, битарафлыҡмы?
- Һөйләмдә һәр һүҙҙең тәғәйен урыны бар
- Сөгөлдөрсөнө нисек өҙәләр?
- Бөтә түгел, бөтөн
Бөтә түгел, бөтөн
«Башҡорт әҙәби телендә тағы ла бер мәғәнәһеҙлек хәҙер инде ныҡлап урын алды. Бөтөн тип әйтәһе урында бөтә тип яҙыу ғәләмәте килеп керҙе телебеҙгә. Йәнәһе, бөтөн донъя (весь мир), бөтөн ил (вся страна), бөтөн халыҡ (весь народ) түгел, ә бөтә донъя, бөтә ил, бөтә халыҡ тип яҙырға һәм һөйләргә тейешбеҙ. 2002 йылда, II Бөтөн Донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан, мин был хатаны төҙәтеү мәсьәләһен күтәреп ҡараным, ләкин телселәребеҙ араһынан был тәҡдимде яҡлаусы кеше табылманы. Хәҙер бына, имеш, III Бөтә донъя ҡоролтайы тигән булып, телде белгән, телде тойған ғәм халыҡ алдында үҙебеҙҙе көлкөгә ҡалдырабыҙ. Донъялағы утыҙҙан ашыу төрки телдең береһендә лә бөтә донъя, бөтә ил тигән һүҙҙәр ҡулланылмай. Ул ҡаҙаҡта ла, татарҙа ла бөтөн донъя, бөтөн ил, бөтөн халыҡ формаһында йөрөй. “Бөтә донъя” тип яҙаһың икән, тимәк, Алла һаҡлаһын, урыҫса әйткәндә “кончается” тигән мәғәнәгә лә урын ҡала бит. Шуны аңлап, хатаны төҙәтергә ваҡыт та баһа. “Бөтөн донъя”, “бөтөн ил”, “бөтөн халыҡ”, шулай уҡ, әлбиттә, “III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы” тип яҙа ҡайһы бер гәзиттәр. Илебеҙ, йортобоҙ, халҡыбыҙ шулай берҙәм һәм бөтөн булып, инде IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын да имен-аман ҡаршыларға насип булһын, иншалла!..» http://bashgazet.ru/blog/archives/5607
Отправлено 15 Февраль 2011 — 06:13
Телебеҙҙең матурлығы үҙебеҙҙән тора / Земфира ТАҺИРОВА әҙерләне
Беҙҙең башҡорт теле иҫ киткес бай. Уны камил белеү өсөн тотош ғүмер талап ителә кеүек тойола. Әҙәби тел диалект теленән айырыла, хатта бәғзе ваҡыт икенсе район, ҡала, ауылдарҙа йәшәүселәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәренең мәғәнәһен быға тиклем ишетмәүеңә һәм белмәүеңә аптырайһың. Айырыуса жаргон һүҙҙәр ҡулланып һөйләшеүселәрҙең телмәре бер килке аптырата төшә. Ә нимә һуң ул жаргон?.. http://bashgazet.ru/blog/archives/6321