Флүрә Килдейәровала ҡунаҡта |
Новости » Культура |
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова Башҡортостан Республикаһының сағыу һәм талантлы йырсыларының береһе. Уның исеме республикала ғына түгел, унан ситтә лә бик популяр. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы көслө вокал һәләтенә, оҫта башҡарыу техникаһына эйә. Флүрә Килдейәрованың репертуарында – рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары урын алған. Йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле, Флүрә Әхмәтша ҡыҙының, башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора.Халыҡ йырҙарын башҡарып йырсы бөтә Еропаны – Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция буйлап – йөрөп сыға. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була.Ә 15 ғинуар Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында Флүрә Килдейәрованың сираттағы яңғыҙ концерты уҙа. «Флүрә Килдейәровала ҡунаҡта» исемле өр-яңы программала йырсының ижадташ дуҫтары Индира Әсәҙуллина (фортепиано), Владимир Семин (флейта), Владимир Бакулин (скрипка), Ильшат Ишмуратов (курай) ҡатнаша.Башлана 18-00 сәғәттә.
Обсудить на форуме |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
+2  |
[11 января 2012] | Просмотров: 167 Автор: admin |
Оцени статью! |
Флүрә Килдейәровала ҡунаҡта HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newskultura/3741-fl1199r1241-kildey1241rovala-1185una1185ta.html]Флүрә Килдейәровала ҡунаҡта[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newskultura/3741-fl1199r1241-kildey1241rovala-1185una1185ta.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йешлек» гэзитенэн сайтынан янылыктар:
Загружается, подождите…
{allpages}