Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Арғы ярҙа әле көмөш йырҙар, Йылдарҙың да арғы ярында, Сыҙармы икән йөрәк ахырғаса Йырлағансы шуның барын да? Беренсе йыр — илем хаҡында ул, Оло юлға өндәр йырҙыр ул, Йөрәк ҡәҙәр сәскә бөрөләре Тирбәлешеп торған ҡырҙыр ул… Икенсе йыр… әсәй хаҡында ул, Ун мең йыллыҡ тере көйҙөр ул; Был йыһанда йәнде йылытусы Берҙән-бер өй, изге өйҙөр ул. Өсөнсө йыр… Һөйөү турындалыр — Мең яңырған иҫке моңдор ул; Йәшәү өсөн, сикһеҙ дауам өсөн Һауалыр ул, сихри тындыр ул. Дүртенсе йыр… Быныһы йырланалыр Йылдарҙың иң арғы ярында. Уныһын ҡайын йырлар… ҡәберемдә… Ҡалғандарын — үҙем! Барыһын да!.. * * Офоҡтарға тулҡын ҡаға баҫыу, Ҡуҙғала ла урман яғынан… Күңел был яҡтарҙың ҡул аяһы Тупрағына ҡәҙәр һағынған, Тупрағына! Күккә тейгән тирәк япраҡтары, Бына-бына киске ел өрөр, Тирәк ботаҡтары, шыбырҙашып, Йондоҙҙарҙы ҡойоп төшөрөр, Йондоҙҙарҙы… Нәҡ офоҡҡа сыға тыҡрығы, Болоттарға тейә ҡаҙыҡтар. Айға тейгән кәбән баҫырауы Һәр тауышты, күңел, яҙып бар, Һәр тауышты! * * Елдәр сиртә һары ҡамылдарға. Ҡояш — беҙгә шулай күренгән — Алтын арыштарға һыҙырылып Күтәрелә баҫыу түренән… Планета иҙеүҙәрен сискән Һәм бирелгән ҡояш иркенә. …Онотолоп ятҡан тойғоларым Башаҡ булып йәнгә төртөлә. Ҡараштарым тейә офоҡтарға, Һәр бер тойғом нурға төрөнгән. Йүгер, ҡояш, баҫыу юлы буйлап, Күтәрел дә баҫыу түренән… Ул салауат күперенә, гүйә, Еҙ ҡыңғырау итеп тағылған — Күпер — дуға! …Һәр бер сыңы уның Тойғоларға килеп ҡағылған. Урғып керә йырҙарыма яҡты, Һаҡ булығыҙ, уты ҡапмаһын! …Бар донъяға ҡояш бынан сыға,
Асып сыға офоҡ ҡапҡаһын…
|
||
| Напечатать | Комментарии (3) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 269 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}