Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Боронғолоҡ ауаздары килгәндәй » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 22.11.2016 1 min read

Боронғолоҡ ауаздары килгәндәй

Новости » История
Венгриянан килгән ғалимә Башҡортостан иленән хайран. Венгрияның Кечкемет педагогия институты профессоры Мария Луиза Коперницкине-Торма рус телендә иркен һөйләшә. Ә уның ағаһы – башҡорттар, беҙҙең тел үҙенсәлектәре хаҡында бер нисә хеҙмәт авторы Йожеф Торма башҡортса ла һәйбәт кенә белгән, тиҙәр. Ҡайһы бер ғалимдарҙың иҫкә алыуынса, хатта үҙенә русса хәбәр һалһаң, мин башҡортса ла аңлайым, башҡортса әйтегеҙ, тип өндәшкән. Исемен беҙҙеңсә әйләндереп, Йософ, тип мөрәжәғәт итеүҙе һораған әле. Үкенескә күрә, башҡорттар менән мөкиббән китеп ҡыҙыҡһынған, мадьярҙар менән беҙҙең милләт араһында бик күп уртаҡлыҡ тапҡан ғалим ун йыл элек вафат булып ҡалған. Әлеге конференцияға уның бер туған һеңлеһе Мария Луиза маҡтаулы ҡунаҡ булараҡ саҡырылған.– Башҡортостанға беренсе килеүегеҙме?– СССР-ҙа булғаным бар ине, тик был яҡтар­ға, Уралға, юлым төшкәне булманы. Ә шулай ҙа үҙемде сит кеше кеүек тоймайым, бөтәһе лә күңелемә әйтеп бөткөһөҙ яҡын, ҡәҙерле миңә бында. Ағайым Йожеф Торма Башҡортостанды бик яратты, был тарафтарға юлға сығыр булһа, йөҙө яҡтырып, күҙҙәре балҡып китә торғайны. Уның һеҙгә ҡарата күңел йылыһын миңә күскәндер. Өфөгә бик теләп килдем. Тарихығыҙҙың бай, телегеҙҙең яғымлы, күңелегеҙҙең яҡты икәнен ағайым һөйләгәндәрҙән, китаптарҙан, башҡа сығанаҡтарҙан белә инем, хәҙер үҙ күҙем менән күреп инандым инде.– Ҡайҙарҙа булып өлгөрҙөгөҙ? Өфө оҡшанымы?– Ҡышҡы, һыуыҡ илдә цитрус үҫемлектәренең ишелеп үҫеүенә хайран ҡалдым. Лимонарий хайран итте. Үҙ ерегеҙҙә үҫкән лимонды ла ҡушып, шифалы башҡорт балы менән сәй эсеп алһаң, бөтөнләй сырхау алмаҫ (ихлас йылмая). Өфө күркәм, үҫешкә ҡоролған ҡала, хәрәкәт хәтәр, ҙур булһа ла, юлдарығыҙ тигеҙ, миңә оҡшаны был. Рәсәйҙә юлдар – баш ауыртыуы, тиһәләр ҙә… Филармонияла булдыҡ. Халыҡ йырҙары, ысынлап та, мөғжизә, нисектер уларҙан боронғолоҡ ауаздары килгәндәй.– Ҡурай моңон ишеттегеҙме?– Ишеткәнем бар ине, уның моңо мине генә әсир итмәгәндер. Ҡурай һеҙҙең ғорурлыҡ ҡына түгел, йәшәү рәүеше лә шикелле. Уның хатта дәүләт символдарында ла урын алғанын беләм. Ҡурай­сылар ансамблен ҡунаҡҡа саҡырып, үҙемдең тыуған ҡалам Кечкемет халҡын хайран итһәң икән, тип хыялға бирелдем. Йәйен беҙҙә халыҡ-ара фольклор байрамы үтә, ниңә башҡорттарға килмәҫкә?!– Башҡорт һөйләшендә венгр телендәге оҡшаш һүҙҙәрҙе ишетмәнегеҙме?– Оҙаҡ йылдар венгр теле грамматикаһынан дәрестәр бирҙем, ә хәҙер студенттар­ҙы итальян теленә өйрәтәм. Ағайым тиҫтәнән ашыу тел белде. Башҡортса һөйләшә ине. Уның тарих, этнография менән ҡыҙыҡһыныуы беҙгә лә күсте. Шуға мин һәр халыҡтың, әҙ һанлымы ул, йә бөтөп барамы, йә, киреһенсә, бик үҫеш аламы, теленә айырым ихтирам һәм иғтибар менән ҡарайым.Башҡорт телендә оҡшаш һүҙҙәр осрай. Мәҫәлән, алма венгрҙа ла алма. Беҙҙең телсе ғалимдар, венгр телендә төрки тамырлы һүҙҙәр күп, тип бара. Уларҙың күбеһе башҡорт теленәндер, бәлки, һеҙҙең телсе ғалимдарға быға иғтибар итергә кәрәктер, тип уйлайым.– Конференция тәьҫораты нисек?

– Башҡорттарҙың тарихы хаҡындағы сығыштар оҡшаны. Рухи донъя, ҡомартҡылар тураһында ҡайғыртҡан, аңғартҡан һөйләшеүҙәр бер ҡасан да һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, моғайын, тип уйлайым. Ағайым, башҡорттарҙың рухи хәле, эске донъяһы бик юғары, ти торғайны. Дөрөҫ икән. Тағы шуныһына һөйөнәм, мин ағайымдың яҡты рухы менән осраштым.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[30 марта 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: В деле об инциденте на берегу Инзера появились обвиняемые » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Уфимские археологи отправляются в экспедицию » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025