Болан балаһы -1. Й. Солтанов | Новости » Слово автору |
Йыһат СолтановБОЛАН БАЛАҺЫДрама 3 шаршауҙаАвторҙан. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында “Аҡтирәк – Күктирәк”, “Сөйөмбикә-һылыу”, “Ил Инәһе”, “Болан балаһы”, “Арҡайым”, “Башҡорттар” тигән пьесаларымды ижад итергә ниәтләндем. Тәүге икеһе яҙылып та, бер ҡайҙа ла үтмәгәс, ҡалғандары йә уйланылғын, йә башланған да ташланған хәлендә йөрәгемдә төйөрләнеп йөрөгәйне, һикһән йәшем тулыр көндәрҙә ошоноһон осларға насип булды. Сәхнәгә менмәһә лә, әҙәби әҫәр кимәлендә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайым.Ҡатнашалар:1. Муллахмәт Ҡолахмәт улы Ҡоләхмәтов – танылмаған өҙип, һуғыш ветераны.2. Гүзәлиә — Муллахмәттең ҡатыны.3. Байрас,4. Наҙлиә — уларҙың улы менән ҡыҙы, үҫмерҙәр.5. Вилким Иваныч Киреев – танылған әҙип, партия эшмәкәре, һуғыш ветераны, Муллахмәттең ҡорҙаш уткүршеһе.6. Тамара – Вилкимдың ҡатыны.7. Ивис,8. Вилор – уларҙың улы менән ҡыҙы, үҫмерҙәр.9. Ганна Михайловна – украин милләтле һуғыш ветераны, элекке военврач.10. Стреляев – һуғышта махсус бүлек “смерш” (“смерть шпионам”) капитаны.11. Степан Бондаренко – һуғышта һалдат шағир, Муллахмәттең хеҙмәттәше.12. Шәфҡәт туташы.13. Хәрби корреспондент.14. Егерь.15. Милиционер.16. Алкаш Ғәләүи.17. Санитар.18. Типтереүсе йәш-үҫмерҙәр төркөмө.Ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫән, эшсән осорҙа бара. Шаршау асылыр алдынан залға тылсымлы ҡурай моңо – “Илсе Ғайса” көйө ағыла.БЕРЕНСЕ ШАРШАУМуллахмәттең ҡышҡы урманға терәлгән дүрт сутыйлыҡ ябай ғына “дача”һы: мүкләнгән шифер ҡыйыҡлы иҫке бүрәнә өй, толь ябыулы лепәшкән мунса, ағас рәшәткә (штакетник) менән кәртәләнгән артҡы планда артҡапҡа, суҡайған таҡта бәҙрәф. Уң яҡтағы Вилким-уткүршеләрҙең урман майҙанын өңөп алған оло ихатаһы ҡара тимер рәшәткәле ҡойма менән уратылған, мунса янында күршеләргә инеп-сығып йөрөмәле ишек бар. Ҡойма аша ялтыр ҡалай түбәле мөһәбәт йорт, зиннәтле мунса, семәрле беседка һ.б. йыһазлы ҡоролмалар күренә.Гүзәлиә (мунсанан атлығып сыға). Сәсрәп китмәгере малай, элеп ҡуйған миндектәремде тәләфләп бөтөргән бит – мунса яҡһам нишләрмен, йәнә Алкаш Ғәләүигә ялбараһы ҡала инде. Иҫерек баш, тиһәң дә, иҫе дөрөҫ кәнәлйәнең – һәр бәйләме өсөн ат хаҡы һорай, нисек итеп аҡса еткермәк кәрәк! Ир тигәнең (уткүрше яҡҡа ымлап) анауыныҡы һымаҡ көрәп алғыс булһасы!Теге яҡтан ҡойма аша Тамараның башы ялбырлап күренә.Тамара. Бәй-бәй-бәй, минең иремдә ни эшең? Үҙеңдеке етмәйме?Гүзәлиә. Етмәй шул, ҡәләме осонан төшөргән берен һинең уҫлап ауыҙлың һупылдатып йотоп торғас. Партияһының Аҡ йортонда елкә кимереп һимереүе етмәгән, әҙип даны, гонорары ла бик кәрәк имеш уға. Минең иҫәрем арҡаһында танылған яҙыусы булды.Тамара. Тфү, ҡойолдороҡ! Ғүмерегеҙ буйына минең иремдең усын ялап донъя көтөүегеҙ етмәгән икән һиңә, оятһыҙ!Гүзәлиә. Күн бит, минме оятһыҙ?Тамара. Тфү, кем иренә артылып быуаҙының?!Гүзәлиә. Үҙеңде бел, һөйрәлтке! Кем ул обком сәркәтибе менән курортта ятты? Көш-ш-ш! (рәшәткәгә һөйәүле һуйылды матҡып). Олаҡ күҙемдән, томшоғоңдо емермәҫем борон!Ҡағыҙ-ҡәләмен услап, Муллахмәт уҙаман өйҙән елтерәп сыға.Муллахмәт. Етер һеҙгә, етер! Вилким Иванычтан оят.Тамара. Ояты һеҙгә ҡыйбат, ә беҙгә бото һуҡыр тин уның (юғала).Муллахмәт (ҡатынына). Был ни хәл, күпме әйтәм…Гүзәлиә. Һин, тонғанбаш, тәүҙә, ана, уланың-боланыңа әйт! (Иренең ҡулынан ҡағыҙ-ҡәләмен йолоп, өйгә олаға).Муллахмәт. Уланым, боланым!Байрас. Әү, атайым! (Йышҡы тотҡан килеш мунсанан сыға).Муллахмәт. Ни әтмәләйһең әле?Байрас. Саңғым һынды лаһа, атайым. Һыңарын юнғылап маташам.Муллахмәт. Магазинда юҡмы ни?Байрас. Бар ҙа ул…Муллахмәт. Йә, ярар, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.Гүзәлиә (ишектән күренеп). Мунса яҡһаҡ, йомосҡаһы менән сабынырһыңмы икән?Муллухмәт. Был ни тигән һүҙ тағы?Наҙлиә (әсәһенең артынан һонолоп). Уланың-боланыңдан һора. Әсәйемдең йыйнап элгән миндектәрен болан балаһына ашатып бөтөрҙө.Муллахмәт. Ысынмы?Байрас (уткүршеләр яғына ишаралап). Анауы Вилким Иванычығыҙ инәһен атып үлтергәс, асы сеңләп асығып йөрөнө бит… ҡыҙғандым…Гүзәлиә. Аяҡлы ҡаза булды был болан балаһы!Наҙлиә. Ҡойма буйыбыҙҙа шуны ашата.Муллахмәт. Инәһенән етем ҡалып интеккән болан балаҡайын ҡулға эйәләштерҙе шул. (Улының башынан һыйпап). Маладис, уланым-боланым, кеше булып үҫкәнһең. Бар, эшеңдә бул. (Байрас китә).Гүзәлиә. Үҫеүен үҫкән дә ул, ботона кейер әҙәм эрәтле салбары юҡ. Тиңдәштәре араһында ыстырам! Көнө-төнө өҫтәл артында суҡайып, ҡағыҙ-ҡәләм туҙҙырып, миндеклек тә тапмайһың, ә маладислап тораһың.Наҙлиә. Байрасыңды гел иркәләйһең…Муллахмәт (ҡыҙының арҡаһынан һөйөп). Ағайымды, тип әйт, урыҫ булдыңмы әллә?Наҙлиә. Үҙегеҙ урыҫ мәктәбенә бирҙегеҙ бит.Муллахмәт. Шунан башҡаһы булмағас…Н аҙлиә. Булмаһын, чортыма ла кәрәкмәй! Әсәйем әйтә, урыҫса уҡыған анауы Вилким Иваныч кем дә башҡортса уҡыған бынауы кем, ти. Һеҙ ҙә Вилким Иваныч кеүек ҙур түрә булырһығыҙ, ти.Муллахмәт. Күпме туҡыйым: ағай, тип әйт!.Наҙлиә. Ул үҙе бит, Иваныч, тип әйттертә. Тамараһы ла, әсәйемдең “Сиражиевна” тигәнен яратмай, Сергеевна, тип әйтегеҙ, ти. Эйеме, әсәй?Гүзәлиә. Миңә тимәгәйе, Иблисиевна булһын.Муллахмәт. Һе!Өйгә һепереләләр. Тимер рәшәткәле ҡойма артында шаян ҡыҙый көлөүе: “Хи-хи-хи!”Тамара (боҫоп тыңлап торған ерендә тертләп). А?! Кто?! Что?!Вилор. Это я, Тамара Иблисиевна.Тамара. Сәсрәмәгере, ауыҙыңа һуҡмағыры! Сергеевна, тиергә телең көрмәләме?Вилор. Минең өсөн один черт, Иосиф Виссарионович Сталиның әйтмешләй.Тамара. Ләхәүлә, ниңә сурытаһың, ИВИС, тип кенә әйтһәң ни була? Иосиф Виссарионович Сталин тигән бөйөк исемдең баш хәрефтәренән теркәлгән Ивис бит ул. Үҙең дә ВИЛОР ғына.Вилор. Юҡ, тулы исемем менән өндәшегеҙ миңә! Владимир Ильич Ленин Октябрьская Революция, тип әйтеүегеҙҙе теләйем!Тамара. Хай-хай, тел биҫтәһе!Вилор. Мамочка, но я все услышала.Тамара. Что? Нимәне?Вилор. Только что һинең менән телләшкән тетя Гузелия, кеше иренә артылып, Байрасчигы менән Назочкаһын үҙ иренән тапмағанмы ни?Тамара (ҡыҙының ауыҙын усы менән ҡаплап). Сеү, сәсрәмәгере! (ҡулынан һөйрәкләп өйгә алып инеп китә).Ҡойма ишеге янына Ивис килә, ҡабат пәйҙә булған Вилор уны йәшенеп күҙәтә.Ивис. Боря, ҡайҙа һин?Байрас (мунсанан сығып). Боря түгел – Байрас мин.Ивис. Один черт, ләкин һинең исемдән тел тотлоға. Ярай, Байрас булһын.Байрас. Шунан?Ивис. Ултырған да шыуған, Алкаш Ғәләүи әйтмешләй. Теге болан балаһы килдеме әле?Байрас. Юҡ, ул кисләтеп кенә йөрөй.Ивис. Шуны күрәһе ине.Вилор. Байрасчик, не покажи! Болан балаһынан шашлык яһарға хыяллана ул. Тап беҙҙең предок Вилким Иваныч уның инәһен стрелять иткәне кеүек. Атаһынан күргән – стрела юнған, тиҙәрме әле?Ивис. Не болтай! Иваныч эштән генә ҡайтһын, арт һабағыңды уҡытыр!Байрас (көлөп). Иваныч та Иваныч – атаһы Иванмы ни? Ивис. Ҡартатаюшкабыҙ Ғилван булғас, Ғилваныч, тип йөрөткәндәр, ти тәүҙә. “Вилким”ға иш килмәй тип, предок үҙе “Иваныч”ҡа шымартҡан, сөнки замана талабы. Страница 1 из 4 | Следующая страница |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | ![]() ![]() |
[17 декабря 2012] | Просмотров: 101 Автор: admin | Оцени статью! |
Болан балаһы -1. Й. Солтанов HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/4190-bolan-bala1211y-1-y-soltanov.html]Болан балаһы -1. Й. Солтанов[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsotavtora/4190-bolan-bala1211y-1-y-soltanov.html Прямой адрес публикации
{allpages}