Бишаул-Уңғар ауылында эшкә тырыш кешеләр йәшәй. Шуларҙың береһе Искәндәровтар ғәиләһе. Ғәйсәр ағай Искәндәров шофер һөнәрен үҙ итә. Улы Ғәзим дә шул һөнәрҙе һайлап оҙаҡ йылдар эшләй. Ул әлеге ваҡытта Бишауыл-Уңғар комплекслы бригадаһы етәксеһе вазифаһын башҡара. Тормош иптәше Миңнира Сабирйән ҡыҙы – уҡытыусы. Шундай уңған ғәиләлә улдары Радик донъяға килә.Ул кесе йәштән бик теремек, үҙенең мыҡты кәүҙәле булыуы менән йәштәштәре араһында айырылып тора. 1992 йылда Бишауыл-Уңғар урта мәктәбен тамамлап, шул уҡ йылда Өфөнөң Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Юғары белем алғандан һуң, армия сафына саҡырыла һәм алыҫ Абхазия ерендә хеҙмәт итә.1998 йылда демобилизацияланған егетте район үҙәгендә эске эштәр бүлегенең ведомствонан тыш һаҡ эшенә алалар. Эшен бик оҡшата, сөнки кесе йәштәге хыялы тормошҡа аша уның. Шул уҡ йылда Олокүл ауылының иң сибәр ҡыҙы Эльзаға өйләнеп, гөрләтеп туй яһайҙар. Матур ғаиләне тағы ла биҙәп Алһыуҙары донъяға килә. Ул әле 3 класс уҡыусыһы. Йәштәр башта атай-әсәйҙәре менән йәшәй, оҙаҡламай ҙур йорт һалып башҡа сыға. Хәҙер инде улдары Алмазға ла дүрт йәш.2004 йылда эшкә тырыш егетте Һәүәләй ауылы биләмәһенә участка инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Әлеге көндә өлкән лейтенант Радик Ғәзим улы үҙ эшенә мөкиббән киткән белгес, ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, бөтә мәсьәләләрҙе лә ваҡытында хәл итергә тырыша. Ул бер көндә генә 6 кеҫә телефоны табып хужаларына тапшырғаны бар.Эльза һәм Радик Искәндәровтарҙың донъялары түңәрәк, урам тултырып ҡошҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Бына был үҙе генә ғаилә башлығының эшкә тырышлығы тураһында һөйләй түгелме.Радик Ғәзим улын профессиональ байрамы айҡанлы ҡотлап, уға иҫәнлек, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Тырыш, намыҫлы, кеше менән яҡшы мөғәлләмәлә булғаны, бер эште лә аҙаҡҡа ҡалдырмағаны өсөн дә уны «беҙҙең участковый» тип йөрөтәләр.
Дамира Ҡотлогилдина.
Һәүәләй ауылы.
Бишаул сайты
|