йәки барыһына ла нисек өлгөрөргә?Тормоштоң тиҙлегенә бөгөн аптырарһың. Йәшәйешебеҙҙең ниндәй өлкәһен генә алма, көн һайын бер яңылыҡ. Хәҙерге заман кешеһе мөмкин булһа үҙенә мең ҡул, мең аяҡ, мең күҙ яһатып алыр ине. Ләкин был мөмкин түгел. Шуға ла ике аяғыбыҙ, ике ҡулыбыҙ менән бер тормошобоҙҙо ҡороп маташабыҙ шунда… Һәр ваҡыт беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай, әлбиттә. Әммә был бөтөнләй икенсе һорау.Әүҙем кеше булараҡ, унан бигерәк ҡатын-ҡыҙ булараҡ, мине һәр ваҡыт : “Нисек барыһына ла өлгөрөргә?” -тигән һорау борсоп ҡына тора. Яҡындарыңдың, иң беренсе, әлбиттә, ирең менән балаларыңдың, таҙа һәм бөхтә кейемдә йөрөүе, тамаҡтары туҡ булыуы, йорт эсең ялт итеп тороуы – бер уйлаһаң, әллә ни ауыр бурыс та түгел һымаҡ. Әммә бер төрлөлөгө һәм көндән-көн ҡабатланыуы менән улар шул хәтлем ялҡытҡыс. Был эштәрҙән ләззәт тапҡан гүзәл заттар ҙә байтаҡ, әлбиттә, ләкин ул иҫәпкә кермәгәндәргә ни эшләргә? Етмәһә, эш кешеһе булһаң, һәм ул эшһинең өсөн йәшәүеңдең икенсе(ғаилә – беренсе) асылы булһа? Ярай, әле тормош иптәшең бәғзе ҡайһы бер ир йораттары ише: “Эшең шул!” тимәй, йорт эштәрен бүлешһә… Ҡыҫҡаһы, ҡатын- ҡыҙға, айырыуса хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙына икеләтә сабырлыҡ һәм түҙемлеккә эйә булырға,һәм яҡындарыңдың тормоштан ҡәнәғәт булыуы ҡатын-ҡыҙҙың, йәғни беҙҙең, ҡәнәғәт булыуыбыҙҙың нигеҙе, нисек парадоксаль яңғырамаһын. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, сәйер заттарбыҙ – бәхетебеҙ эргәбеҙҙәге кешеләрҙең хәл-торошонан тора. Ошоно аңлау ҙа кәйефте күтәрерлек. Эйе, арыта, эйе ялҡыта, ләкин һинең ҡайғыртыуыңа мохтаж булған кешеләрең булыуы – БӘХЕТ бит! Һеҙ бит берегеҙ ҙә яңғыҙ ҡалыуығыҙҙы теләмәйһегеҙ, шулай булғас, мыжыуығыҙҙы туҡтатығыҙ, йорт мәшәҡәттәренә еңеләрәк ҡарай башлағыҙ. Кер йыуыу ялҡытамы – автомат кер йыуыу машинаһы алдырығыҙ, киске аш бешереү мәсьәләһе торамы- икенсе яртығыҙҙы эшкә ҡушығыҙ, йә булмаһа әҙерҙе һатып алығыҙ,кафеға юлланығыҙ балалар ваҡытығыҙҙы күп аламы – бер аҙға өләсәһенә-олатаһына ебәрегеҙ! Был тормошта һәр нәмә һеҙҙең уға булған мәнәсәбәттән тора. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәрҙең барыһы ла алда-гөл, ә һеҙҙең гел тиҫкәре? Сөнки улар “йырлап”, еңел күңел менән эшләйҙәр. Береһен бөтәләр,икенсеһен башлайҙар. Ашыҡмайҙар, ығы-зығыға ла батмайҙар. Әммә барыһына ла өлгәрәләр. Ә бит һеҙ ҙә шулай булдыра алаһығыҙ. Көн башланып тора,эштәр байтаҡ, ә һеҙ инде алдан уҡ нисек өлгөрөрмөн тип ҡурҡаһығыҙмы? Тәбиғи, әлбиттә. Шул ваҡыт яратҡан берәй көйөгөҙҙө иҫкә төшөрөгөҙ, йырлап, хатта бейеп алығыҙ. Әлбиттә, мин барыһына өлгөрәсәкмен, бүтәнсә булыуы мөмкин түгел! Өлгөрмәһәмдә бәлә түгел, уның меән донъя бөтмәй бит! — тип үҙ-үҙегеҙгә аныҡ әйтегеҙ. Тик көйләргә онотмағыҙ! Нимә эшләй башлаһағыҙ ҙа “йырлап” башлағыҙ! Уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ! Бары тик ышанығыҙ! Ышаныс – ярты уңыш ул!
http://ijad-gulchatay.blogspot.com/
|