Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Блоги » gulshat » йән биргәнгә йүн бирер Хоҙай » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 29.11.2010 1 min read

ban_mag-7547043 prez-3856837 mini_1087-3511360 yeshlek_120-7781188

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
йән биргәнгә йүн бирер Хоҙай
 
Опубликовано: 20 ноября 2010 | Автор: gulshat
 
http://ajzada.ucoz.ru/Заманаһы шундай, тиҙәр. Беҙҙең быуатта һәр нәмәгә аҡлау табып була. Шул уңайҙан кеше тормошонда булған һәр күренешкә, ваҡиғаға, хәлдәргә лә. Һәр беребеҙ быны аңлау кимәленә етә алмаһаҡ та, күп осраҡта беҙҙең менән шарттар идара итә. Үҙ тормошома үҙем хужа, тип күпме генә тамаҡ ярма, ысынында беҙ яҙмыш ҡолдары.Бөгөн һүҙ алып бара торған темам үрҙәге юлдарға бәйле лә түгел һымаҡ тойолор. Әммә төптәнерәк уйлаһаң, тап шуларҙың эҙемтәһе килеп сыға. Һүҙем – аборт хаҡында.Был аҙым күпселек ҡатын-ҡыҙға таныш. Айырыуса хәҙерге заманда был һан ҡырҡа артты. Парадокс, әммә йәшәү кимәле күтәрелгән һайын аборт яһатыу арта ғына бара (ә бит киреһенсә булырға тейеш). Быны бер ниндәй статистикаһыҙ ҙа күҙәтеп була. Беҙҙең дәүләт тыуымды арттырам тип пыр туҙа. Матди ярҙам да күрһәтә, төрлө льготалар ҙа индерә. Һөҙөмтә бар кеүек. Йылдан-йыл балалар һаны ишәйгәндәй төҫлө. Әммә аборт яһатыусылар һаны ла кәмемәй.Күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың һулҡыған яраһын ҡуҙғатырымды беләм. Нисек кенә улар сер бирмәҫкә тырышһын, бер гүзәл зат та тыуыр балаһын алдыртҡанын онотмай. Хатта уның тормошо ике осорға – абортҡа тиклем һәм аборттан һуңғыға бүленә башлай. Был аҙымды аҡларға тырыша, тик күңеле генә риза түгел. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да төрлөһө бар. Балаһын табып, сүп-сар багына ташлап киткән, йә үлтергән, йә бүтән рәүешле ҡотолғандар ҙа етерлек. Тик был инде — икенсе тема.Нимә һуң ул аборт? Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был аҙымға бара? Башҡаса булмай ине шул, тип ышаныслы әйтһәләр ҙә, ниңә уларҙың күҙҙәрендә ғәйеп сағыла? Ниңә улар йыш ҡына: әгәр шул баламды ҡалдырған булһам, шунса йәшлек улым йә ҡыҙым булыр ине, тип ҡайсаҡ көрһөнөп ҡуя. Бындай аҙымға барғандарына үкенгән ҡатындарҙы беләм. Улар был хаҡта тыныс ҡына һөйләгән кеүек, әммә ысынында был тыныслыҡ хаҡын үҙе генә беләлер.

Яҙмыштан бигерәк, үҙебеҙ аяуһыҙ

Яңыраҡ бер әхирәтем инде икенсегә аборт яһатты. Ҡатыны булған ир менән осраша ул. Зөбәржәт (исемен шулай тип алайыҡ) ауырға ҡалыуын белгәс, һөйәре уны үҙ ихтыярына ҡуйған. Табырға булһаң, ҡарашырмын, үҙ фамилиямды бирермен, тип әйткән. Әммә ҡыҙ бар яҡҡа ла уңайлы ҡарарға килә: аборт яһатырға. Был ҡарарҙы ҡабул итеү бик ҡыйын була уға. Ни генә тиһәң дә, өҙөлөп һөйгән кешеңдән бала табыу – һәр ҡатындың иң мөҡәддәс хыялы. «Бер ай ҙа тулмағайны ауырлы булыуыма. Бер нисә күҙәнәкле булһа ла йән эйәһе ине минең өсөн. Алдырғас, оҙаҡ ҡына төшөнкөлөккә бирелдем. Әхирәттәремә барһам, уларҙың гөр килеп уйнап йөрөгән балаларын күрһәм, йәштәр алҡымымдан ала. Минең дә бит шундай бәләкәсем булырға мөмкин ине. Ләкин унан ҡотолоуҙы хәйерлерәк күрҙем шул. Һөйгәнемә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырғым килмәне. Ғаиләһенән китер әмәле юҡ уның: 4 йәшлек балаһы — инвалид. Ул баланы нисек мин атайһыҙ итәйем», — тип эс серен асҡайны миңә.Гинекологка ғәҙәтенсә кеше күп. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап торам. Улар шул тиклем сибәр. Ҡатындың иң гүзәл мәле ғоманлы булғанда, тигәндәре раҫтыр.Бер мәл 35-40 йәштәрҙәге һомғол ғына буйлы бик зауыҡлы кейенгән ҡатын килеп инде. Янында йәшерәк бер ҡыҙ ҙа бар, әхирәте булһа кәрәк. Кем һуңғыһы икәнлеген һорашҡас, минең янға тәҙрә эргәһенә килеп баҫтылар. Нимә тураһындалыр ярым бышылдап һөйләшә башланылар. Мин иһә үҙ уйҙарыма баттым. Ҡапыл шәфҡәт туташының «Абортҡа килеүселәр бармы?» тигән һорауына һиҫкәнеп киттем. Эргәмдә торған ҡатынҡай һикереп тигәндәй кабинет янына ынтылды: «Мин!». Шәфҡәт туташы уға инергә бойорҙо. Биш минут та үтмәне, теге ҡатын йылмайыуын йәшермәй ҙә: «Ҡайһылай һәйбәт!» тигән һүҙҙәр менән кабинеттан атылып сыҡты. Йәһәт кенә аяҡ кейемен кейҙе лә йәш әхирәтен эләктереп сығып та китте. Артынан иҫәңгерәп ҡарашым менән оҙатып ҡалдым. Шулай ҙа булыр икән.Табип янына ингәс, мини-аборт менән ҡыҙыҡһындым. Баҡһаң, мини-аборт (йәғни йөклөлөк биш аҙнаға тиклем) бөтөнләй аборт булараҡ статистикаға кермәй икән. Сөнки был амбулатор операция (аналыҡты вакуум ярҙамында таҙартыу) бүтән төрлө сәбәптәр буйынса ла башҡарыла, ә ысын аборттар гинекология бүлегендә генә яһала, тип белдерҙе табип-гинеколог. Икенсе осрашыу тағы ла уйланырға мәжбүр итте. Коридорҙа бары йәш ярым тирәләрҙәге сабыйын күтәреп йәш ҡатын апаһымы-кеме менән ултыра. Табип әлегә юҡ, тигәс, талон артынан поликлиникаға йүгерҙем. Кире килгәндә йәш ҡатын юҡ ине. Кемдер кабинетҡа ниндәйҙер ваҡ йомошо менән инеп маташҡанда, теге ҡатындың апаһы унда аборт эшләйҙәр тип туҡтатты. «Ә ни эшләп?» — һорауымдың урынһыҙлығын һәм мәғәнәһеҙлеген тойһам да, тынғыһыҙ сабыйҙы әүрәтеп маташҡан эргәмдәге ҡатынға өндәштем. «Икәү бит. Етәр. Былай ҙа йәшәргә урындары юҡ. Бәләкәсенә ике йәш тулмаған әле. Һуңғараҡ табыр, бик булмаһа. Йәштәр бит әле. Был икәүһен аяҡҡа баҫтырһын тәүҙә. Зачем разводить нищету?» — тип киң таралған әйтем менән тамамланы һүҙен. Оҙаҡ үтмәй мини-абортҡа килгән ҡатын да кабинеттан сыҡты. Йөҙөндә ниндәйҙер аптырау, юғалып ҡалғанлыҡ тойола. Шым ғына килеп эскәмйәгә ултырҙы, үҙенә ынтылған балаһын күтәреп алды. «Әйҙә, тиҙерәк ҡайтайыҡ». «Ҡайҙа ашығаһың? Бер аҙ хәл йый», — тип тыйҙы апаһы. Күрәһең, йәш әсәнең ҡарынындағы яралғыһын һурҙыртып алған ерҙән тиҙерәк ҡасҡыһы килә ине. Тик үҙ-үҙеңдән ҡасып буламы һуң?

Бала – Хоҙай бүләге

Ике туған һеңлем ауырға ҡалғас, күптәр уны бала табыуҙан күндереп маташты. Ни өсөн тигәндә, баланың атаһы унан баш тартты. Яҡындарының матди хәле лә яҡшыларҙан түгел. Саҡ егермеһе генә тулған ҡыҙ тәүәккәлдәрҙән ине. «Табам!» — тине. Иҫәпкә торҙо. Тик ниндәйҙер сир табып, ҡарынындағы балаһына биш ай тигәндә, медицина күрһәтеүҙәре буйынса аборт яһатырға ҡуштылар. Ҡыҙҙың әсәһенән ризалыҡ кәрәк ине. Инәйем риза булманы. Ниндәй генә тыуһа ла, тәрбиәләрбеҙ, үҫтерербеҙ, тине. Туптай малай тапты һеңлем. Динислам тип исем ҡуштылар. Хәҙер сабыйға дүрт йәш. Кейәүгә сығып, бәхетле ғаилә ҡорҙо ҡыҙ. Әле яңыраҡ ҡына икенсегә ҡыҙ бала табып, яҡындарын һөйөндөрҙө. Бына шулай Хоҙай ғазабы менән бергә бәхетен дә бирә, ә төрлө ҡыйынлыҡтар әҙәм өсөн һынау рәүешендә ебәрелә ул.Һорау алыуҙар буйынса, рәсәйлеләрҙең 70 проценты аборттың кәрәклеген таный, әммә шул уҡ ваҡытта 75 проценты уны әхлаҡһыҙ тип һанай. Абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 70 проценты ла уны әхлаҡһыҙ, һәр хәлдә тәбиғи булмаған эш тип уйлай. Йәғни, үҙ ҡиммәттәренә ярашлы хәл ҡылыр урынына, гүзәл заттарыбыҙҙың күбеһе йән талабына ҡаршы бара. Тормош тыуҙырған шарттарҙың, «һөйөклөләренең» ҡыҫымына бирелеп ниндәйҙер бүтән именлек хаҡына үҙ күңелдәренә ярашлы эшләмәүҙәрен тойһалар ҙа…Йәшәү ауыр. Ә кем уны еңел тигән? Бәлки шуныһы менән ул ҡәҙерлелер ҙә. Ләкин беҙ рәхәт йәшәргә теләйбеҙ шул. Йәғни, проблемаларһыҙ.Планлаштырылмаған бала, ғәҙәттә, уларҙы арттырыусан. Кемдер эш тип яна, кемдер иреген юғалтҡыһы килмәй, кемдер матди ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡала. Ләкин былар менән аҡларлыҡмы абортты? Кеше яҙмыштары кеүек, сәбәптәр ҙә мең төрлө. Тик онотмаһаҡ ине: мини-абортмы, ғәҙәти абортмы – был аҙым менән беҙ үҙебеҙең бер өлөшөбөҙҙө һәләк итәбеҙ. Сөнки һәр бала ул — Хоҙайҙың иң оло бүләге (нисек кенә хыял итһәләр ҙә, балалы булыу бәхетенә эйә була алмағандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ!), тимәк, уны ҡабул итмәү Хоҙайға ҡаршы барыуға тиң.

Һуңғы бер кәлимә һүҙ

Әлбиттә, был теманы тағы ла киңерәк, тулыраҡ яҡтыртырға, тағы ла сағыуыраҡ миҫалдар менән байытырға мөмкин ине. Шуны әйткем килә: мин бөтөнләй аборт яһатҡан йә яһатырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарға хөкөм ҡылырға йыйынмайым. Сөнки намыҫ ғазабынан да аяуһыҙыраҡ хөкөмдар юҡ. Маҡсатым минең башҡа һәм бик ябай – ни бары уйланырға саҡырыу. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ә көслө заттарыбыҙ – ир-егеттәребеҙҙе лә. Сөнки күп ваҡыт был аяныслы аҙым уларҙың өнһөҙ ризалығынан эшләнә.

Просмотров: 38   Комментариев: 0
Теги: аборт, демография
 
 
Информация
Посетители, находящиеся в группе Гости, не могут оставлять комментарии в данной новости.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Форум на Башкирском портале » Обращение к депутату Госсобрания Равилю Бикбаю!
Next: Блоги » rust » Президенту » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025