Һәряңы көн бер яңылыҡ килтерә. Һәркөндөңүҙенә генә тәғәйен эше, йөкмәткеһе була.Ләкин беҙ күп осраҡта уны артығы менәнтултырабыҙ: бер тәүлек эсендә мөмкинтиклем күберәк эш башҡарып ҡалырғателәүебеҙ тәбиғи, әлбиттә.(Продолжить)Әкәрәкме был? Сөнки шул эштәр арҡаһындайәшәйешебеҙҙең иң йәмле мәлдәрекисерелмәй, күңелдән үткәрелмәй ҡала.Ваҡыт юҡ, тибеҙ. Йәнебеҙҙең бер мөйөшөндә“Туҡта әле, ҡайҙа ашығаһың?”, тигәндәй…Әммә беҙ уны ишетмәйбеҙ, йә ишетергәтеләмәйбеҙ.Шулайбар тормош үтеп китә. Һәм аҙаҡҡа еткәскенәбеҙ аңлайбыҙ: ғүмер заяға үтте бит,әй! Кем өсөндөр барыһы ла һуң кеүек….Әммә һуң түгел әле. Сөнки тормош тап ошомәлдә, әлеге мәлдә тупланған, тап ошоәлеге мәлдә ул иң юғары баһаға эйә һәмхәл иткес. Үткән дә, киләсәк тә мөһимтүгел!тап ошо әлеге мәлдә барыһын даүҙгәртә алаһың! Көрәшмә! Үҙ-үҙеңдекөсләмә!!сөнки көрәш ул асылы менәняуызлыҡ сығанағы. Йөрәгеңде тыңла… улғына дөрөҫ юл күрһәтер. Тик был анһаттүгел шул. Йөрәк беҙҙең өсөн ҡан һуғарыусыағза ғына. Бүтән бер ни ҙә түгел.Миңәбыйыл утыҙ йәш тула. Түңәрәк дата, нитиһәң дә. Ихтыярһыҙҙан, ниндәйҙерһығымталар яһарға тартыла. Ни өсөндөрошонан һуң бүтән осор башланыр һымаҡ.Ул осор бүтән, өр-яңы бурыстар, маҡсаттарҡуясаҡ, өр-яңы офоҡтар асыр төҫлө. БирһенХоҙай, тимен. Шуның менән тормош ҡыҙыҡбит.Берартылыш,унан тағы берәү – бейегерәктә, текәрәк тә, унан өсөнсөһө….тикҡурҡмаҫҡа, унан бигерәк күңелеңдә асыу,ҡәнәғәтһеҙлек тупламаҫҡа кәрәк. Иңберенсе, үҙ-үҙеңә.Күпкешеләрҙең үҙ асылына төшөнәһе килә.Ҡылыҡтарының, уйҙарының, тойғоларыныңэсенә үтеп инәһеләре килә. Был һис тәсәйер түгел, минеңсә. Кем мин? Ни өсөнмин был ерҙә? Нимә эшләргә? Кәрәкме был,кәрәк түгелме?….. бындай һорауҙарҙыкеше үҙ ғүмерендә меңләгән түгел,миллионлаған тапҡыр бирәлер. Тик яуаптарғына аныҡ түгел. Кеше ғазаплана, һағышҡабата, кемдер ауырыуға һабыша, кемдерйәшәү ҡиммәттәрен юғалта, юлдан яҙа…
Бынамин дә эҙләйем, ошо тапалған һорауҙарғаүҙемде бер айырым шәхес булараҡ ҡабулитә башлағандан бирле яуап эҙләйем.Асылымды аңларға тырышам. Бер хистәремдейүгәнләһәм, икенселәре ҡулдан ысҡына…Хыялыйға ғына әйләнермен инде. Булмышымдыңике асылы бер-береһенә һис тынғы бирмәй.Ә бәлки барыһына ла төкөрөргәлер?! БарАСЫЛДАРҒА, ЙӘШӘҮ МӘҒӘНӘҺЕ тигән шулялҡытҡыс, аҡылдан яҙҙырыр бер төшәнсәгәҡул һелтәргә лә …. йәшәй башларға.Йөрәгең ҡушҡанса. Бына хәҙер ошо урындаһәм хәҙер. Кеше нимә әйтер, нимә уйлартип ҡурҡмай, хыялыңда теләгәнсә бөгөнйәшәй башла. Иртәгә лә түгел, иртәнәнһуңға ла түгел, ә БӨГӨН!
|