Ҡыш, бик hыуыҡ көн. Урамда ике ир осраша. Ҙур эт эйәрткәне, икенсеhенән, йылынғың киләме, тип hорай.Теге, танышы берәй нәмә тәҡдим итә икән, тип уйлап, килә, ти.– Аҡбай, фас!..* * *Бер иҫерек күләүеккә ҡолай, дүрт аяҡлап тора ла, аҫҡа ҡарай, бәй, йондоҙҙар, өҫкә ҡараhа, унда ла йондоҙҙар. Иҫерек:– Бына бит, мине Йыhанға осорғандар, ә үҙем менән бер телем икмәк тә юҡ… – тигән үҙ-үҙенә.* * *Американдар Айҙан төшкән.– Шунан, нимәләр күргәндәр икән унда?– Ике кешене осратҡандар. Улар беҙҙең hымаҡ кешеләр, ти, тик туфлиҙарын ойоҡбашhыҙ, салбарҙарын трусикhыҙ кейгәндәр, үҙҙәрен hаҡал-мыйыҡ баҫҡан, hәм, тағы американдарҙан тартырға hорағандар, имеш.– Аңлашылды. Тимәк, беҙҙекеләр унда ла барып еткән…* * *– Минең 14 йәштә Йыhанды тикшергем килде. 18-ҙә, иң матур ҡыҙҙар минеке булhын ине, ти торғайным. 25-тә иң аҡыллы балалар үҫтергем килде… Хәҙер миңә – 40… Инде мин иҫәрҙәрсә тик аҡса ғына теләйем.* * *Берәү таныштарына килә. Ишекте бәләкәй малай аса.– Атайың өйҙәме?– Юҡ.– Ә ҡасан ҡайта?– 5 сәғәт тә 17 минут hәм 33 секундтан, – ти малай.– Шул тиклемен ҡайҙан беләhең?– Минең атайым йыhангир бит hәм мине лә теүәллеккә өйрәтте, – ти малай.– Ә әсәйең өйҙәме?– Юҡ.– Ә ул ҡасан ҡайта?– Белмәйем, ул бөҙрәханаға китте…* * *– Туй алдынан hин мине hәр ваҡыт «ҡояшҡайым» тип йөрөттөң, ә хәҙер hәр кис hайын hыра барында ваҡытыңды үткәрәhең, – тип асыулана йәш кәләш.– Үткәрhә hуң, шунан нимә булған? Ҡояш – эҫе. Ә эҫелек hыуhата, hыуhынды ҡандырырға кәрәк бит, – тигән ир.* * *«Мерседес» машинаhында биш кеше тығылышып китеп бара. Машина эсе тынсыу. Береhе:– Әйҙәгеҙ, тәҙрәләрҙе асайыҡ, – ти.– Юҡ, юҡ, – ти икенсеhе, – аса күрмәгеҙ, әйҙә кешеләр беҙҙең машинала кондиционер бар икән, тип уйлаhын.* * *– Атай, атай! Ни өсөн Ҡояш hәм Ай яҡтырта, ә тик Ҡояш ҡына ҡыҙҙыра, ә Ай – юҡ? – тип hорай бәләкәй малай.– Шулай булырға тейеш.– Ни өсөн hуң?
–Ни өсөн, ни өсөн, башымды ҡатырмасы… Бына ни өсөн урамдан ингәс беҙ ҡулдарыбыҙҙы йыуабыҙ, ә аяҡтарҙы – юҡ, – тип аңлатҡан атай кеше.
|