Башҡорт йәштәре иттифағының ҡаршылыҡ акцияларын туҡтатыу тураһындағы мөрәжәғәте |
Новости » Политика | |
Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселеге 29 мартта Мәскәүҙәге теракттарҙа һәләк булыусылар өсөн ҡайғырған мәлдә, көс структураларына, атап әйткәндә, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына ситләтеп булһа ла күләгә ташлаусы ҡаршылыҡ акцияларын дауам итеүҙе урынһыҙ, тип һанай һәм көс органдарының илебеҙ баш ҡалаһында теракт ойоштороусыларҙы тотоу буйынса эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай. Беҙ шулай уҡ РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе В. Н. Палагиндың отставкаһын талап итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегебеҙҙе туҡтатыуыбыҙ тураһында белдерәбеҙ.Эйе, беҙҙең республикала барған сәйәси процестарҙы төрлөсә күреү һәм айырым ҡаршылыҡтар бар!Эйе, беҙҙең талаптарыбыҙҙың бөтәһе лә тулыһынса ҡәнәғәтләндерелмәгән әле!Әммә беҙ республиканың көс структураларының, шул иҫәптән РФ Федераль именлек хеҙмәтенең В. Н. Палагин етәкселегендәге БР буйынса идаралығының республикабыҙҙа һуңғы аҙнала экстремистик төркөмдәрҙең бандиттарса эшмәкәрлеген сикләү буйынса хәл иткес саралар күреүен хупламайынса булдыра алмайбыҙ. Улай ғына ла түгел, беҙ үҙебеҙ яҡлыларҙың бөтәһен дә һәм республикала йәшәүселәрҙең һәммәһен дә хоҡуҡ һаҡлау органдарына иректә йөрөгән енәйәтселәрҙе тотоп биреүгә булышлыҡ итергә саҡырабыҙ.Шул уҡ мәлдә беҙ ҙур ҡәнәғәтлек менән талаптарыбыҙҙың күбеһенең үтәлеүен белдерәбеҙ:– «Уфагубъ» сайтының ябылыу сигендә булыуы;– башҡорт халҡының Салауат Юлаев һәм Әхмәтзәки Вәлиди кеүек билдәле шәхестәренә яла яғыуҙарҙың туҡтатылыуы;– хоҡуҡ һаҡлау органдарының «Уфагубъ» сайты авторҙарын экстремизмда ғәйепләүе, был эштең аҙағына тиклем еткерелеренә ышанабыҙ. Беҙ быларҙың барыһын да Башҡорт йәштәре иттифағының һәм уның акцияларын хуплаған республика йәмәғәт ойошмаларының ҙур еңеүе тип иҫәпләйбеҙ. Үҙендә ҡыйыулыҡ табып, гражданлыҡ позицияһын белдереп, беҙҙең менән бер сафҡа баҫыусыларҙың барыһына ла – йәштәребеҙгә, интеллигенция вәкилдәренә, яҙыусыларға, журналистарға, ауылдарҙа йәшәүселәргә – саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.Был акцияларҙы үткәреү барышында башҡорт йәмәғәтселегенең бығаса булмағанса бергә тупланыуын тағы бер еңеүебеҙ тип һанайбыҙ. Беҙ берҙәм булғанда күп нәмәгә өлгәшә алыуыбыҙҙы аңланыҡ!(Башҡорт йәштәре иттифағы
(sbrb . com) сайтынан).
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[31 марта 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}