|
Новости |
Беҙҙең көндәлек тормошта ғибрәт алырлыҡ күренештәр йыш булып тора. Ҡатын-ир мөнәсәбәтен генә алһаҡ та, ай-һай, күп шаҡ ҡатырлыҡ нәмәләр. Бына, мәҫәлән, Салауат ҡалаһында бер ҡатынға һөйәренән арыу ғына эләккән.
Коммуналь фатирҙа йәшәүсе 59 йәшлек ҡатын 53 йәшлек күршеһен ҡунаҡҡа саҡырған. Билдәле, табын ҡорған, өҫтәлгә иҫерткес тә ҡуйған. Ҡунаҡ рәхмәтһеҙ булып сыҡҡан – “батырланып” алғас, хужабикәгә бәйләнә башлаған. Тегеһе иргә “яуап биргән”, йә әрләгәндер, йә “юҡ” тигәндер. Әрһеҙ ҡунаҡ ни, шундағы бер “елле” табаны алған да ҡатындың башына тондорған. Етмәһә, муйынындағы, беләгендәге алтын сылбырҙарын һыпырып алып сығып киткән. Бөгөн ул “Талау” статьяһы буйынса хөкөм ителәсәк. Тик торған ерҙән абыналар шул…
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[14 января 2016] | Просмотров: 256 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}