[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Башкорт аштары | Новости » Башкирские блюда |
Өләсәйем ашы250 г һыйыр ите, 5 стакан һыу, 3-4 картуф, 1 баш һуған, 1-әр аш ҡалағы томат пастаһы һәм иретелгән һары май, 3 аш ҡалағы күрәгә, тоҙ, борос – тәменә ҡарап. Ошо нисбәттә алынған ризыҡтар биш кешегә тәғәйенләнә һәм был ашты 50 минутта әҙерләргә мөмкин.Ит өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп, бешкәнсе ҡайнатырға. Итте һурпаһынан алып, киҫәкләп турарға. Һурпаны һөҙөргә лә ҡабаттан ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сығыр алдынан киҫәктәргә бүленгән картуф, май менән пастала ҡыҙҙырылған һуған, күрәгә, бешкән ит, тоҙ, борос өҫтәп, картуфы бешкәнсе ҡайнатырға.Өҫтәлгә бирер алдынан ашҡа йәшел тәмләткес үләндәр һалырға. Йәшелсәле һурпа4 стакан ит һурпаһы, 1 кишер, 1 петрушка тамыры, ярты шалҡан, ярты һуған, 80 г йәшел фасоль йәки борсаҡ, 20 г шпинат, 2 аш ҡалағы һары май кәрәк. Был нисбәттәге ризыҡтар 4 кеше өсөн аш әҙерләргә етә.Тамыраҙыҡтарҙы – шаҡмаҡлап, һуғанды ваҡлап турарға ла майҙа ҡыҙҙырырға. Өҫтөнә һурпаның бер өлөшөн ҡойоп, 15 минут быҡтырырға. Яйлап фасоль йәки борсаҡ, шпинат өҫтәргә.Өҫтәлгә бирер алдынан быҡтырылған һәр порция йәшелсәгә һурпа өҫтәргә.
Тиҙ ҙә, ябай ҙа, тәмле лә, файҙалы ла. Ашығыҙ тәмле булһын! |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 4) |
[12 ноября 2008] | Просмотров: 881 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}