Отправлено 21 Сентябрь 2009 — 11:41
Бына ошондай яңы тема башларға уйлайым. Рус теленән башҡорт теленә күсеүселәрҙең байтағы бер ишерәк хаталар яһай, был уларҙың иң тәүҙә русса уйлап, һүңынан фразаны башҡортсаға тәржемә итеп һөйләү һөҙөмтәһе. Әлбиттә, эҙмә-эҙлекле өйрәнеү өсөн төрлө дәреслектәр, ҡулланмалар бар, ә был темала мин үҙем белгән кешеләрҙән ишетеп, улар ебәргән хаталарға байҡау яһап, туған тел өйрәнеүселәргә башҡорт теленең үҙенсәлектәрен яңларға ярҙм итергә уйлайым. Әңгәмә, уйланыу рәүешендә. Башҡа тел белеүселәр ҙә ҡушылыр, тип көтәм, ә яңы өйрәнеүселәр аңлап етмәгән ҡағиҙәләргә ҡағылышлы һорауҙрын бирер, тип уйлайым. Иҫкәрмә: беҙ әҙәби тел өйрәнәсәкбеҙ!!! Ҡайһы бер иптәштәрҙең килеп, темаға ҡыҫылып: был ҡағиҙә былай булырға тейеш түгел, бына былай булырға тейеш, тигән хәбәрҙәрҙе юйып барасаҡмын! Әммә диалектарҙа һөйләшергә теләүселәргә бик ихлас ҡараштамын!
Отправлено 21 Сентябрь 2009 — 06:19
Башҡорт телен белмәгән малайҙарҙы иң тәүҙә һүгенергә өйрәтә торғайныҡ. Ҡыҙыҡ күреп өйрәнәләр, уларҙың әйткәнен ишетеп тәгәрәп ятып көләбеҙ, улар беҙгә ҡарап эстәре ҡата ине. Шулайтып ипләп кенә теге был һүҙҙәрҙе өҫтәй барып арыу ғына һөйләшергә өйрәнәләр ине. Бында һүгенергә өйрәтмәһәк тә, мауыҡтырғыс алымдар ҡулланһаҡ, өйрәнеүселәргә лә беҙгә лә ҡыҙығыраҡ буласаҡ.
Отправлено 21 Сентябрь 2009 — 11:38
Башланыҡ: Барайым мы, күрәйем ме — хата! Барайыммы, күрәйемме — дөрөҫ. Шулай мени? Тегеләй мени? — хата! Шулаймы ни? Тегеләйме ни? — дөрөҫ! — Беҙҙә ит бар! (Беҙҙә бергә яҙыла) — Беҙ ҙә һеҙгә барабыҙ улайғас! (Беҙ ҙә айырым яҙыла). Иртәгә был ҡағиҙәләрҙең аңлатмаһын яҙырмын.
Отправлено 23 Сентябрь 2009 — 09:33
Башҡорт телен белмәгән малайҙарҙы
Телде белмәгән оло кешеләр, ғәҙәттә, «Я тебя люблю, как звучит по башкирски ( йәки казахса һ.б. телдәр) ?», — тип һорайҙар башта. Яуап: Мин һине яратам була инде.
Отправлено 24 Сентябрь 2009 — 10:29
Был темаға әллә ни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмайым әле һаман)) Шуға ла ҡыҙығыраҡ ваҡиғалар менән һуғарып, артабан аңлатайым башҡорт теле ҡағиҙәләрен.
Билдәле һәм билдәһеҙ үткән заман.
Башҡорт телен һуңлап өйрәнеүселәр йыш ҡына был формаларҙы бутай. Ә уны иҫтә ҡалдырыу бик еңел:
Билдәле үткән заман — ул ваҡиғаны һин үҙең, йәки һин һөйләгән кеше үҙ күҙҙәре менән күргән. Мәҫәлән:
Мин барҙым. (Иҫеңдән сыҡмаған ваҡиға) Ул ашаны. (Һинең алдыңда ултырып ашаған) Улар килмәне. (Уларҙың килмәгәнен, тимәк, үҙ күҙҙәрең менән күргәнһең)
Әгәр инде «мин барғанмын», тип әйтһәң, тимәк, һин йә иҫләмәйһең, йә бәләкәй булғанһын, йә иҫерек (шаяртам)) Был форма билдәһеҙ үткән заман тип атала.
Мин барғанмын. Ул ашаған. (Ултырып ашағанын күрмәгәнһең, һиңә килеп әйткәндәр йәки буш табағын күреп әйтәһең) Улар килмәгәндәр. (Уларҙың килмәгәнен кеше аша ишетеп кенә беләһең). Көнкүрештә һөйләшкәндә, әлбиттә, ике форма ла ҡулланыла. Тарихты һөйләгәндә — тик билдәһеҙ үткән заман. Быға бәйле бер ҡыҙыҡ нәмә һөйләп үтәйем әле.
Бер ауыл аша үтеп барабыҙ таныштарҙың машинаһында. Машинаның хужаһы, үҙе был ауылдыҡы булмаһа ла, был яҡтарҙан, шуға был ауылдың тарихын һөйләп китеп бара:
— Башҡорттар быуаттар буйы бында урыҫтарҙы индермәне. Килһәләр, гел генә ҡыуып торҙо!
Икенсе бер тарих: бер ағай, һуңлап ҡына телен өйрәнгән башҡорт, гел үҙе тураһында билдәһеҙ үткән заманда һөйләй ине:
— Мин бөгөн иртәнсәк тороп ашағанмын, шунан эшкә килгәнмен. Эштә ныҡ арығанмын, шуға иртәрәк ҡайтҡанмын. Быларҙың барыһын да кешенең яңылышлыҡтарынан көлөр өсөн түгел, ә бергә йылмайып, хаталар булдырмаҫҡа тырышыу өсөн яҙам.
Тик тырышыуҙарым бушҡа тугелме икән, тип хафаланам. Сөнки был бүлектә күбеһенсә башҡортса һәйбәт белеүселәр ҡатнаша, ә башҡорт телен өйрәнәм, тип яр һалыусылар, үкенескә ҡаршы, инеп тә сыҡмай
Отправлено 26 Сентябрь 2009 — 09:59
Русса уйлап, һуңынан башҡортсаға ауҙарыусыларҙың хаталарын тикшерәйек.
Мин икмәк артынан киттем ( Русса: я пошел за хлебом).
Икмәк артынан барып булмай, сөнки уның аяғы юҡ Дөрөҫө:
Мин икмәк алырға киттем, мин икмәккә киттем.
Мин өҫтәл артында ултырам. (Русса: я сижу за столом)
Өҫтәлдең арты юҡ . Дөрөҫө:
Мин өҫтәл янында ултырам.
Мин диплом өҫтөндә эшләйем. (Русса: я работаю над дипломом) Диплом өҫтөндә ултырып, нимә эшләйһең? Дөрөҫө:
Мин диплом эшемде эшләйем.
Отправлено 26 Сентябрь 2009 — 10:04
Һуңғы йылдарҙа русса мульт ҡарап, урамда русса аралашҡан балалар бик яман хаталар ебәрә:
Хата:
Ҡасан беҙ киноға барғайныҡ, унда поп-корн ашаныҡ.
Ҡайҙа беҙ барғайныҡ бит, шунда.
Дөрөҫ:
Беҙ киноға барғанда, поп-корн ашаныҡ.
Беҙ барған урында.
Балалар һөйләмде русса төҙөй, һуңынан башҡортсаға калька итеп күсерә. Әлбиттә, күбеһенсә башҡортса аралашҡан балалар ундай хата ебәрмәй. Әммә мине ҡайһы бер күренештәр хафаландыра: ошо аҙна шаршамбы көнө егерменсе мәктәпкә осрашыуға саҡырғайнылар. Ишек төбөнә килеп еткәйнем, дәрестәре бөтөп, эркелешеп, балалар сыға башланы. Мин инә алмай торам, юл бирмәйҙәр. Беҙҙең Ибрайҙа улайтмаҫтар ине, күргәс тә, үткәреп ебәрерҙәр ине, һәр береһе һаулыҡ ҡушыр ине, таныш булмаһам да, тип уйлап торам. Тыңлабыраҡ ҡараһам, шаҡ ҡаттым: исмаһам, бер генә бала башҡортса һөйләшһәсе!!!
Отправлено 26 Сентябрь 2009 — 10:21
Йыш ҡына ошондай хаталар осрай: һүҙҙең аҙағындағыйомшаҡлыҡ билдәһен алып ташларға оноталар, ялғау ҡушҡан ваҡытта. Хата:
июльдә
ноябрьҙә
Дөрөҫ:
июлдә
ноябрҙә
Ҡағиҙә: ялғау ҡушҡанда, йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйылмай!!!
Үҙләштерелгән һүҙҙәр -ст, -сть тип тамамлана икән, уға ялғау ҡушҡанда, бер т төшөп ҡала. Хата: танкисттар парашютисттар посттар Дөрөҫ: танкистар парашютистар
постар
Отправлено 29 Сентябрь 2009 — 09:46
[quote name=’Тансулпан’ date=’Sep 24 2009, 23:28′]Был темаға әллә ни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмайым әле һаман))Был тема kызыk kына тугел, яман эhэмиэтле лэ. Фекерзэрегез менэн тулыhынса килешэм.
Отправлено 29 Сентябрь 2009 — 08:58
Бер ваҡыт ҡыҙыма ошондай күнегеүҙәр эшләнем. Был темала бик файҙалы булыр тип уйлайым. Был биттәрзе принтер аша баҫтырып үҙ миҫалдарығыҙ менән тултырырға кәрәк
Прикрепленные файлы
Отправлено 29 Сентябрь 2009 — 10:14
Бер ваҡыт ҡыҙыма ошондай күнегеүҙәр эшләнем. Был темала бик файҙалы булыр тип уйлайым. Был биттәрзе принтер аша баҫтырып үҙ миҫалдарығыҙ менән тултырырға кәрәк
Бик яҡшы әсбаптар! Әммә хаталар бар: 3.
күрзеләр (күрҙеләр)
күрерһен (күрерһең) Ғәфү итегеҙ, тағы ике хатаны күреп еткермәгәнмен.
Отправлено 29 Сентябрь 2009 — 10:19
Хәҙер төҙәтәм. Был минең даими хата. Мин «г» менән «ғ» хәрефтәрен айыра алмайым
Отправлено 30 Сентябрь 2009 — 05:51
Хәҙер төҙәтәм. Был минең даими хата. Мин «г» менән «ғ» хәрефтәрен айыра алмайым
Уларҙы бутамау өсөн бер ҡағиҙәне иҫтә ҡалдырырға кәрәк:
Башҡорт һүҙҙәрендә һәм бөтөн ялғауҙарҙа г һәм к хәрефтәре тик нәҙек һуҙынҡылар: ә, ө, ү, е, и менән бергә килә. (килегеҙ, күрегеҙ, өйөгөҙ, һүренке һ.б.)
ҡ һәм ғ хәрефтәре тик ҡалын һуҙынҡылар менән: а, о, у, ы менән бергә килә (тарҡау, ҡотолдоғоҙ, булығыҙ һ.б.)
Иҫкәрмә: был ҡағиҙә тик башҡорт һүҙҙәренә генә ҡағыла, ғәрәп, фарсы, латин, грек һәм рус телдәренән ингән һүҙҙәргә ҡағылмай (ҡағиҙә, ғәрип, ҡәләм, ҡәтғи; карап, галактика һ.б.)
Әммә һүҙ ниндәй генә булмаһын, башҡорт һүҙеме, башҡа телдән ингән һүҙме, ялғауҙар уларға башҡортса ҡушыла, шуға ялғауҙарҙа был ҡағиҙә мотлаҡ тотола (ҡағиҙәгә, ғәрипкә, ҡәләмегеҙ, ҡәтғирәк; карапҡа, галактикаға).
Отправлено 14 Октябрь 2009 — 01:35
Бәләкәй балалар ошондай хатаны йыш ебәрә, ҡайһы бер телде яңы өйрәнгән ололар ҙа ебәргеләй: Минеке китап. Уныҡы бисә. Беҙҙеке кеше.
Һеҙҙеке ат.
Дөрөҫө: Минең китабым. Уның бисәһе. Беҙҙең кеше.
Һеҙҙең ат/атығыҙ.
Беҙҙеке, минеке тигән һүҙҙәр ошо осраҡтарҙа ҡулланыла:
Был китап — минеке.
Һин — минеке, мин — һинеке!
Отправлено 14 Октябрь 2009 — 04:08
Был темаға әллә ни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмайым әле һаман)).
Хатта ла ҡыҙыҡ
Тик тырышыуҙарым бушҡа тугелме икән, тип хафаланам. Сөнки был бүлектә күбеһенсә башҡортса һәйбәт белеүселәр ҡатнаша, ә башҡорт телен өйрәнәм, тип яр һалыусылар, үкенескә ҡаршы, инеп тә сыҡмай
Тырышыу бушҡа китмәй ул. Һөйләшә белгәс тә, ҡағиҙәләрҙе белмәһәң һәйбәт түгелдә инде.
Хата: Ҡасан беҙ киноға барғайныҡ, унда поп-корн ашаныҡ.
Барғайныҡ һүҙе дөрөҫме ул? Әллә барған инек була мы? Башҡорт телен уҡымағас грамматика менән ҡыйыныраҡ.
Отправлено 14 Октябрь 2009 — 09:54
Ике форма ла ҡулланыла. Әммә әҙәби телдә барғайныҡ тигән форма күберәк ҡулланыла, барған инек иһә диалект форма һанала. Ул форман татар әҙәби теленә ингән: барган идек. Барғайныҡ тигән форма татарҙарҙа юҡ, шуға ул миңә яҡыныраҡ.
Отправлено 14 Октябрь 2009 — 10:24
Тағы ла һорау: үткән постымдағы «дөрөҫме, түгелдә» һуҙҙәрен дөрөҫ яҙҙыммы икән тип икеләнәм. -ме, -мы, -дә, -да һ.б. ( нисек аталғандарын белмәйем) ҡайһы ваҡытта айырым, ҡайһы ваҡытта ҡушылып яҙыла икәнен аңлатып бирһәгез ине.
Отправлено 15 Октябрь 2009 — 06:41
Тағы ла һорау: үткән постымдағы «дөрөҫме, түгелдә» һуҙҙәрен дөрөҫ яҙҙыммы икән тип икеләнәм. -ме, -мы, -дә, -да һ.б. ( нисек аталғандарын белмәйем) ҡайһы ваҡытта айырым, ҡайһы ваҡытта ҡушылып яҙыла икәнен аңлатып бирһәгез ине.
Дөрөҫмө була. Сөнки һүҙҙең аҙаҡҡы һуҙынҡы хәрефе — ө.
Түгелме, беләмме, бараммы, төкөйөммө, яҡшымы, ҡәтғиме, тоғромо. е, ә, и хәрефтәренән һуң -ме, ө хәрефенән һуң -мө а, ы, у хәрефтәренән һуң -мы о хәрефенән һуң -мо яҙыла. Был ялғауҙар һүҙгә ҡушып яҙыла.
Түгелдәгә ҡағылғанда, был осраҡта түгелдә түгел, түгел дә .
Сөнки -дә, -да, -лә, -ла, -ҙә, -ҙа, -та, -тә ялғауы урын-ваҡыт килештә генә ҡушып яҙыла, йәғни ҡайҙа? кемдә? нимәлә? һорауына яуап биргән саҡта. Мәҫәлән,
Ҡайҙа? Күлдә, ашханала, тауҙа. Беҙ һине ашханала көтәбеҙ.
Кемдә? Миндә, һиндә. Миндә был фильм дискыла бар. Әгәр ҙә беҙ һанаған ваҡытта ҡуланабыҙ икән һүҙҙе, унда ялғау айырым ҡуйыла.
Мәҫәлән: Киноға мин дә барам. Минең өйөмдә айырым ашхана ла буласаҡ.
Отправлено 16 Октябрь 2009 — 01:05
Ул форман татар әҙәби теленә ингән: барган идек. Барғайныҡ тигән форма татарҙарҙа юҡ, шуға ул миңә яҡыныраҡ.
Тыуған тел итеп татар телен уҡыным шул
Отправлено 16 Октябрь 2009 — 10:22
Тыуған тел итеп татар телен уҡыным шул
Ҡайһы яҡтанһың? Әйҙә, туған тел ҡағиҙәләрен өйрәнергә ярҙам итәйем. Һиңә башҡа теләүселәр ҙә ҡушылыр, тип ышанам.