[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфәүи уйланыуҙар) | Новости » История |
Башҡорттар… Кем улар?.. Ҡайҙан килеп сыҡҡандар?.. Был ергә ниндәй миссия менән килгәндәр? Тормошта уларҙың билдәләнеше ниндәй?Яңы эраның беренсе мең йыллығында Башҡортостан халҡы бик ныҡ ҡатнаш булған. Быны археологик һәм антропологик тикшеренеүҙәрҙең һығымтаһы ла күрһәтә. Бахмутин, турбаҫлы мәҙәниәттәре менән бер рәттән, тикшеренеүселәр романов, именьков, ҡара-яҡуп тибындағы һәйкәлдәрҙе айыра. Улар араһында иран теллеләр (савроматтар), фин-уғыр, самодий, төрки төркөмдәре осрай.Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығының икенсе яртыһы (VII – IX б.б.) һәм һуңғараҡ ваҡыт менән билдәләнгән ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһе хәҙерге башҡорттарҙың өйрәнелгән барлыҡ төркөмдәрендә лә раса тибының антропологик үҙенсәлектәре булыуын, ә иртә осорҙо тикшереү (б.э. III – IV б.б.) бары ни бер өлөшөнөң генә тап килеүен күрһәтә.Хәҙерге башҡорттарҙың антропологик составы бик күп төрлө. Урал, асыҡ-европа, понтий, памир-фирғәнә, көньяҡ-себер типтарының булыуы башҡорт халҡының антропологик составын формалаштырыуҙа крайҙың боронғо халҡының һиҙелерлек роль уйнауын раҫлай. Был бөйөк рус ғалимы, этнограф-археолог С. Руденконың, Миклуха Маклай исемендәге СССР Фәндәр академияһы профессоры А. Зубков етәкселегендәге абруйлы совет-фин экспедицияһының тикшеренеү һығымталары менән дә нығытыла.Яҙма сығанаҡтарҙа башҡорттар беренсе тапҡыр ғәрәп ғалимдары һәм сәйәхәтселәренең хеҙмәттәрендә теркәлә. Мәҫәлән, Сәләм Тәржемән (б.э. XI б.), әл-Мәсуди, әл- Балхи, Ибн-Дастан, Ибн-Фаҙлан (б. э. Х б.), Мәхмүт Ҡашғари (б.э. XI б.), Иҙриси (б.э. XII б.). Башҡорттарҙың тормошон, көнкүрешен, уларҙың йәшәү урынын һүрәтләүсе барлыҡ авторҙар ҙа Волганың һул яры, көньяҡ Урал, Көнбайыш Себерҙең Тубыл йылғаһына тиклемге көньяғы хәҙерге башҡорттарҙың биләмәһе менән тап килеүен күрһәтә. Яҙма сығанаҡтарҙа тағы ла башҡорттарҙың бер өлөшөнөң көнбайышҡа бәжәнәктәр менән китеп, Паннонияла мадьярҙар (венгрҙар) менән ҡушылыуы тураһында белдерелә. Был башҡорттарҙың этнос, кешеләрҙең тотороҡло берләшмәһе булараҡ беҙҙең эраның VII – IX быуаттары сиктәрендә формалашыуын раҫлай.Барлыҡ ошо тарихи фәнни һығымталарҙы һәм раҫлауҙарҙы аңлау өсөн, мин уйҙарымда боронғо – мең һәм унан да күберәк йылға – үткәнебеҙгә кире ҡайттым.Беренсе мең йыллыҡта, бигерәк тә Азияның һәм Европаның ялан һәм урман-ялан зонаһында бөйөк һәм динамикалы ваҡиғалар була. Был эпоха тарихта халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе булараҡ билдәле. Азия төпкөлөнән ҡәбиләләр һәм ырыуҙар көнбайышҡа, көнбайыш Азияға һәм Европаның яланлы, урман-яланлы ерҙәренә күсенә, Рим империяһы сигенә етеп, улар менән низағҡа инә. Бөтә был халыҡ массаһы (болғарҙар, аландар, венгрҙар, бәжәнәктәр, һундар, ҡыпсаҡтар) үҙ юлында осраған буйһонмаған халыҡтарҙы ҡырып, ҡоллоҡҡа алып, быға тиклем йәшәгән ерҙәренән союздаш ҡәбиләләрҙе эйәртеп бара. Бөтә был күсенеүҙәр, ҙур низағҡа әүерелеп, фажиғәле тамамлана. Ошо ауыр һәм болалы хәрби-сәйәси шарттарҙа Көньяҡ Урал, Урта Волга буйы һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәүсе ҡәбиләләр һәм ырыуҙар алдына бер һорау килеп баҫа: булырғамы, булмаҫҡамы?Мәсьәлә бик киҫкен тора. Сөнки ата-олатайҙарыбыҙҙың ерҙәре даими рәүештә күскенселәрҙең баҫҡынсылығына дусар була. Шул ваҡытта һайлау тыуа – баҫҡынсыларға буйһоноп, ҡол булырға; батырҙарса һаҡланып, ҡырылып бөтөргә; яҡшы өлөш эҙләп тыуған ерҙәрҙән китергә; тыуған ерҙе һаҡларға һәм унда хужа булып ҡалырға.Был территорияларҙа йәшәүсе ҡәбиләләр, сығышы, мәҙәниәте, көнкүреше, диалекты һәм теле буйынса төрлө (археологик ҡаҙыныуҙар һәм антропологик тикшеренеүҙәр буйынса), әммә тормош улар алдына тиҙ арала хәл ителергә тейешле мәсьәләне ҡуя. Араларындағы көслө ҡәбиләләр ҙә баҫҡынсыларҙың ҡеүәтле көсөнә айырым ғына ҡаршы тора алмаҫын, шуға бер хәрби-сәйәси союзға тупланып, берлектәге ғәскәрҙе сығармай тороп үҙҙәрен яҡлай һәм тыуған ерҙәрендә ҡала алмаясағын аңлай.Хәрби-сәйәси союз өс мәсьәләне хәл итә – тышҡы дошмандан һаҡлай, союз эсендә ҡәбилә-ара һәм ырыу-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләй, судья ролен уйнай – союз эсендәге бәхәсле хәл-торош һәм ваҡиғалар тыныс юл менән хәл ителә.Ҡәбилә һәм ырыуҙарҙың ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған лидерҙары, аҡыллы аҡһаҡалдар, сәсәндәр, йырауҙар, батырҙар – ысын ир-азаматтар – хәл-торошто айыҡ аҡыл менән баһалаусылар һәм үҙ крайы өсөн янып-көйөүселәр – берләшеү һәм тыуған ерҙә, халыҡты дөйөм көс менән һаҡлау идеяһын йөрөтөүселәрҙең тәүгеһе була. Улар үҙҙәренең ҡәбилә, ырыу делегаттары булып, тәүге ойоштороу съезына (ҡоролтай, йыйылыш) йыйыла. Унда дөйөм союз килешеүе төҙөлә. Тап был делегаттар (депутаттар) – беренсе башҡортта р. Башҡорттар этнос, милләт, халыҡ булараҡ тарихи зарурилыҡ булып, билдәле һанлы халыҡ төркөмөнөң билдәле территорияла артабан да уңышлы йәшәүе, сәскә атыуы, йәғни үҙ ғаиләләренең именлеге гаранты, үҙ ерен һаҡлауға күтәрелгән ялҡынлы патриоттары булараҡ барлыҡҡа килгән. Баш – төп, алда тороусы, дөйөм.Ҡор – йыйылыш, ҡоролтай, съезд, вече, круг (казактарҙа).Т – тора (съезд ағзаһы – депутат, ҡорҙа тора).Тимәк, башҡорт – баш йыйылыштың, ҡоролтайҙың делегаты (депутат).Ысын патриоттар беренсе башҡорттар була. Тап улар яңы халыҡтың, яңы этностың башында тора. Артабанғы дөйөм йыйылыштар (ҡоролтайҙар) крайҙың кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле, стратегик проблемаларын даими хәл итеү өсөн уҙғарыла. Делегат исеме иң маҡтаулы, яуаплы, изге була һәм яйлап союздың башҡа ағзаларына ла күсә. «Башҡорт» һүҙе дөйөм йыйылыш ағзаһы тип кенә түгел, ә тотош союз ағзаһы булып күҙаллана башлай.Ҡәбилә һәм ырыуҙар бер союзға тупланып, үҙҙәренең атамаһын, йәғни быуаттар буйына һаҡланып килгән тормош ҡанундарын юғалтмай. Мәҫәлән, Юрматы башҡорттары (Юрматы ҡәбиләһенең баш союзы ағзалары), Бөрйән башҡорттары, Ғәйнә башҡорттары.Ата-олатайҙарыбыҙ үҙ юлын дөрөҫ һайлаған – союз үҙ ағзаларының тыныс тормошо һәм уның артабан да сәскә атыуының гаранты була. Был – конфедератив дәүләттең прообразы. Союз үҙ ағзаларының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын ҡыҫмаған өсөн дә демократик, авторитар һәм изге һанала. Дөйөм йыйылыш делегаттары итеп абруйлы кешеләр һайлана, ә ҡоролтайҙың ҡарары һәр кем өсөн изге һәм мотлаҡ була. Күрәһең, съездар араһында союз менән идара итеү һәм эштәрҙе көйләү өсөн ҡоролтайҙа башҡарма органдар ҙа һайланған.Башҡорттар этнос, милләт, халыҡ булараҡ тарихи зарурилыҡ булып, билдәле һанлы халыҡ төркөмөнөң билдәле территорияла артабан да уңышлы йәшәүе, сәскә атыуы, йәғни үҙ ғаиләләренең именлеге гаранты, үҙ ерен һаҡлауға күтәрелгән ялҡынлы патриоттары булараҡ барлыҡҡа килгән.Эйе, беҙҙең ата-олатайҙар союз менән ғорурланған, уның тураһында легендалар, йырҙар ижад ителгән. Көнсығышта, ғөмүмән, боронғо замандарҙа, кешеләр үҙҙәренең уй-фекерен, эшен, ваҡиғаларҙы матур образдар аша еткергән. Улар, диалекттар төрлө булыуға ҡарамаҫтан, киң планлы, ҡытай иероглифтары кеүек, киң мәғлүмәт биргән. Бындай әҫәрҙәр беҙҙең көндәргәсә легенда, халыҡ әйтеше, эпос, әкиәт, риүәйәт рәүешендә килеп еткән. Тәү ҡарашҡа ябай, балаларса бер ҡатлы кеүек тойолһа ла, аңраларҙы алдаштыралар. Уҡый башлаһаң, айырым бер музыкаль ритмға төшәһең, һүҙҙәр йыр, доға кеүек бер мотивҡа уҡыла (Ҡөрьәндә һәм Тәүратта ла мәғлүмәт кодланған бит). Мәҫәлән, Күк бүре – башҡорттар өсөн иң ауыр ваҡытта килеп сыҡҡан һәм үтеп булмаҫтай ерҙәрҙән ожмахтай матур ерҙәргә алып сығыусы боронғо ата-бабалар тураһындағы легенда. Тәү ҡарашҡа ул хәйләһеҙ, нисектер беҙҙең аңыбыҙға ҡаршы килгән кеүек – ниндәйҙер бер хайуан нисек ата-баба булһын ти?!. Күк бүре образы шул бола йылдарында мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙе күрһәтә. Бүре һәм ысын бүренең тормош рәүеше барыһына ла һүҙһеҙ аңлашыла – йәнәшәлә йәшәгән һәм уның уңышлы йәшәүе тураһында артыҡ раҫлау кәрәкмәй, ул – раҫлауҙы талап итмәгән аксиома, ул күҙ алдында, киң ҡырлы мәғлүмәт ташыусы иероглиф кеүек. Фекереңде образлы һөйләү, әйтеп биреү кешеләрҙең психологияһына үҙенә күрә тәьҫир итеүҙең, йәмәғәт фекерен формалаштырыуҙың ҡеүәтле ысулы булып тора. Сөнки миҫалдар тормоштан алына (барыһы ла сағыштырыуҙа беленә икәнлегенә баҫым яһала). Легендаларҙың боронғо авторҙары – аҡыллы мәғрифәтсе һәм халыҡ идеяһын үткәреүсе. Тап сәсәндәр (йыраусы) халыҡ күңеленең термометры булып тора, уларҙың ижадында, томографик яҙыу, рентген фотоһы кеүек, халыҡтың эске торошо сағыла. Страница 1 из 2 | Следующая страница |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 3) |
[24 февраля 2010] | Просмотров: 84 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}