Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң билдәле. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған Аксаков балына Франция, Болгария, Белоруссиянан, Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡунаҡтар килеүе лә шуны раҫлай. Халыҡ-ара Аксаков байрамының юғары статус алыуы – Аксаковтың илебеҙ мәҙәниәтенә һалған ҙур өлөшөнә лайыҡлы баһа ул.
Байрамдың бал тип аталыуы юҡҡа түгел. Тупһанан атлап үткән һәр кемде тап шул байрам мөхите солғап ала. Сағыу, элек балға кейгәндәге кеүек матур кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, елпеүестәр тотоп, боронғоса итеп төшөрөлгән кинолағы һымаҡ, ҡупшы ғына атлап йөрөй. Баштарына аҡ париктар кейгән ир-егеттәр һүрәттән төшкән ХVlll – ХlХ быуат кешеләренә оҡшап тора. Тик быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡта бара, күңелгә үтеп инерҙәй музыка ла үҙеңде балда тип хис иттерә.