![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Алға! Учалынан Маньчжурияға! | Новости » Слово автору |
![]() Әҙерлек осоро Юлға сығыр алдынан машинаның мотор майын, тормоз шыйыҡлығын һәм колодкаларын, фильтрҙарҙы, шәмдәрҙе, ҡайыштарҙы, тәгәрмәстәрҙе алыштырҙыҡ. Бөтә фарҙарҙы (айырыуса томанға ҡаршы), сигналдарҙы, көҙгөләрҙе, амортизаторҙарҙы, пружиналарҙы, рычагтарҙы, йәғни, автоны тулыһынса белгестәрҙән тикшерттек. Юҡ ҡына ерҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән проблемалар тыумаһын өсөн аптечканы ла яңырттыҡ. Домкрат, компрессор (насос), ут һүндергес, запас тәгәрмәс, шәхси гигиена, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, палатка, тағы ла ҡырҡмаһа-ҡырҡ әйбер ҙур багажникты тултырҙы. Автосәйәхәткә йыш йөрөйбөҙ, ләкин шундай алыҫ юлға беренсе тапҡыр йыйындыҡ һәм бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштыҡ — кәрәкле әйберҙәр теҙмәһен алдан яҙғайныҡ. ЮХХДИ… Юлға сығыр алдынан барыһы ла бер һүҙҙән юлбаҫарҙар, «мәңге туймаҫ гаишниктар» менән ҡурҡытһа ла, шөкөр, алты көн эсендә бер йүнһеҙ әҙәм осраманы. Тегендә-бында юлды иҫәпләгәндә (ун ике мең км) юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ни бары дүрт тапҡыр документтарҙы тикшерҙе. Беренсе тапҡыр гаишниктарға сәйәхәттең икенсе көнөндә, Кемерово өлкәһендәге Мариинск ҡалаһы янында мин ҡаптым. Ауыҙ асып тирә-яҡҡа ғәжәпләнеп ҡарап китеп барғанда яңылыш тиҙлекте арттырып ебәргәнмен. Күпкә лә түгел, ни бары биш км/cәғ, ә радар шуны күреп тә ҡалған. Жезл ситкә туҡтарға әйҙәгәс, шып туҡтаным. Осто былай булғас, сувенирҙарға тигән аҡсаң, тип күңелһеҙ генә шаяртып, документтарҙы алдым да, башты баҫып, бар ҡиәфәтем менән күндәмлекте күрһәтеп, телемде оҙонайтмаҫҡа, бәхәсләшмәҫкә үҙемде өгөтләй-өгөтләй, йыландан арбалған ҡуян ишеләй, киттем машиналарына. Руль артында ултырған уртаса йәштәрҙәге тулы ғына милиционер шелтәле ҡараш менән ҡаршыланы: — Тиҙлекте арттыраһығыҙ бит… яҡшы түгел, яҡшы түгел, — күҙен документҡа йүгертте, — Ҡаһарманова ханым…- Эйе, — тип, шундуҡ уның менән ризалашып, тиҙ генә башты ҡаҡтым. — Ғәйеп миндә. Шундай оят… Нисек юл ҡағиҙәһен боҙғанымдыр?!. Уй, оя-я-ят… — Штраф түләргә тура килер.- Юл ҡағиҙәһен боҙғас, түләйем инде, ни хәл итәһең. Иғтибарлы булырға тейешмен, яңғыҙым ғына түгелмен бит трассала. Яҙығыҙ протоколды, ағай! — уға уйларға ла ирек бирмәй, беләҙектәремде наҙлы сылтыратып, ҡулдарымды тубығымда ҡаушарам, сәсемде йүнәтәм, аҫтан өҫкә мөлдөрәп ҡарайым. Протокол тултырырға күтәрелгән ҡулы шул саҡта кире төштө, яңынан минең документтарҙы өйрәнә башланы:- Ҡайҙан, ҡайҙа китеп бараһығыҙ? — Беҙ автосәйәхәтселәр, Башҡортостандан ғаиләбеҙ менән Маньчжурияға юлланғайныҡ…- Оҙон юлға сыҡҡанһығыҙ бит, — ҡыҙыҡһыныу ноткалары хасил булған тауышы йомшарҙы.- Шула-а-ай, — тип, беләҙектәрем сыңы аҫтында мөшкөл генә ауыр һулайым, — алда тағы ла дүрт мең саҡрым ер үтәһе бар.- Ну һеҙ авантюристар! — гаишник һыҙғырып ҡуйҙы. — Бер генә машинала китеп барыуығыҙмы? Әллә иптәштәрегеҙ бармы? — Юҡ, үҙебеҙ генә, үҙем дә аптырайым, нисек кенә сығып киттек икән тип, — уның тауышы йомшарған һайын минеке нығый. — Ҡурҡыныс, әлбиттә, ләкин беҙ һеҙгә, юл һаҡсыларына, ышанабыҙ, бер-бер хәл була ҡалдыниһә (алла һаҡлаһын, әлбиттә!), моғайын, яңғыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫһығыҙ! — Хм… Донъя күреп ҡайтаһығыҙ инде, тимәк… Ә һеҙ себер лагерҙары ҡорбандарына арналған мемориалыбыҙҙы күрмәгәнһегеҙҙер әле?- Юҡсы! Ә ҡайҙа ул? Юлды өйрәтерһегеҙме?- Ә уның нимәһен өйрәтеп торорға, — милиционер теремекләнеп китте, — ана, юл аша ғына. Мотлаҡ кереп, ҡарап сығығыҙ…- Һы, бына һиңә автосәйәхәтселәр, — ул документтарҙы кире һонғанда, беләҙектәремде зарлатып, усымды һелкетеп ҡыҫты, — имен юлда йөрөп ҡайтығыҙ, трассала уяулыҡты юғалтмағыҙ!Көтөлмәгән бәхеттән уны суп-суп итеп битенән үберҙәй булып, осоп сыҡтым машиналарынан:- Үәт, рәхмәт! Ҡалай шәп кеше булып сыҡтығыҙ әле!Новосибирскиҙа, Калачинскиҙа һәм тағы ла ҡайҙалыр туҡтатҡан милиционерҙар ҙа бик итәғәтле генә документтарҙы тикшереп, хәйерле юл теләп ҡалды. Ҡайтҡанда Силәбе өлкәһенә аяҡ баҫҡас, водителдәрҙең ҡурҡытыуҙары буш хәбәр булып сыҡты, тип ҡыуандыҡ: үҙең юл ҡағиҙәләрен боҙмаһаң, бөтә билдәләрҙе лә теүәл үтәһәң, һиндә бер кемдең дә эше юҡ. Тик юлда һөйләшкән дальнобойщиктарҙың барыһы ла тиерлек: «Иң яуыздары һеҙҙә!», — тип Башҡортостан гаишниктарына дәғүә белдергәндәре һаман ҡолаҡта сыңлағандай. Үҙебеҙҙекеләрҙе яҡлашҡайныҡ та, тик шоферҙар хаҡлы, ахыры, сөнки бер-ике көн эсендә генә Шишмә, Өфө, Архангель, Учалы райондарында юл һаҡсылары алты тапҡыр документ тикшерҙе һәм әллә күпме штраф тейәп ҡайтарҙы. Погонлы егеттәрҙең үҙ бурыстарына артыҡ яуаплы ҡарап, атлығып тырышлыҡ күрһәтеүҙәре юл-транспорт ваҡиғалары һанының кәмеүенә килтерәме икән? Әллә дәүләт ҡаҙнаһы (шәхси кеҫәләр?) генә ҡалынаямы икән? Юл билдәләре Әйткәндәй, юл билдәләре тураһында. Улар Хоҙай ҡушмаған ерҙә лә тороуы ихтимал. Мәҫәлән, ике-өс урында тиҙлекте кәметергә ҡушҡан «70», «50», «30» билдәләре тора. Һин уларҙы ихтирам итеп, яйлайһың, ә трасса тип-тигеҙ, ялтырап ята. Аптырап, баш сайҡайһың да, киләһе осраған шундай уҡ билдәләрҙе инде инҡар итеп, туҡһан менән килгән ваҡытта ғына машинаның төбө шағыр-шоғор һыҙырылып (үтмәҫ бысаҡ менән йәнеңде ҡыралармы ни шул мәлдә!), даңҡ-доңҡ итеп һуғыла! Ғөмүмән, һәр юл билдәһе кемдеңдер ҡаны менән нығытылған, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.Дөйөм алғанда, М5, М51, М53, М55 федераль трассалары насар түгел. Тик Ҡаҙағстан таможняһы менән бәйләнеп тормаҫ өсөн Ишем яғына боролғас та, Е30 трассаһының бомбаға тотолғандай соҡор-саҡырлы участкаларына барып сығаһың. Улар хәлде лә, ваҡытты ла, бензинды ла ашай ғына. Шул боролоштағы Макушинола заправкаға туҡтағас, Ишем яғына ымлап, урындағы водителдәрҙән һораған булдым:- Беҙ үҙебеҙҙең машинала был яҡтан үтә алырбыҙмы икән? — Ә һеҙҙең машинаға ни булған? — тип ҡаштарын һикерттеләр.- Тәпәш бит, асфальтта ғына йөрөргә ҡулайлы, ә был яҡтың юлдары алама тиҙәр.- Ә унда тик ошондай японкалар ғына йөрөй ҙә…Ысынлап та, юл насар тип тормай, трассала техника мыжғып тора һәм күпселеге — сит ил маркалары. Айырата әйткәндә, уң рулле автомобилдәр. Хөкүмәт ундай машиналарға ҡарата берәй төрлө сикләү сығара ҡалһа, бөтә Себер, Алыҫ Көнсығыш водителдәре ҡалҡыр микән? Алаһы ла бар, ҡолаһы ла Юлда кемдәр генә осраманы: Германиянан ил гиҙергә сыҡҡан велотуристар, Питерҙың байкерҙары, йәйәүле сәйәхәтселәр… Шулай уҡ сәйер әҙәмдәр: бер турист үҙенән өс тапҡыр ҙурыраҡ ағас тәрене йөкмәп китеп бара ине; юл ситендә ҡап-ҡара ялбыр-йолбор кейемле, оҙон ҡара сәсле сихырсыға оҡшаған ҡурҡыныс ҡатын тороп ҡалды; фырт костюмда, эшләпәлә эре-эре аҙымдар менән юлды үлсәгән яланаяҡ аҙамат… Ә Иркутск янында беҙҙе ҡупшы ғына кейенгән ирекәй ҡулдарын болғай-болғай туҡтатты һәм:- Изге кешеләр, ярҙам итегеҙ, зинһар! — — тип ике ҡуллап асыҡ тәҙрәгә йәбеште, телен вата-емерә бытылдарға кереште.- Заправкаға тиклем йыраҡмы икән? Беҙҙең яғыулыҡ бөттө тиерлек, етмәһә һумдарыбыҙ ҙа юҡ, алыштырмаҫһығыҙмы валютаны? Күберәк бирергә ризабыҙ, тик алыштырығыҙ ғына! Беҙ Румыниянан килдек бында, ярҙам итегеҙ!Күҙҙәренә йәш сығарып илаулаған ирекәй шикле тойолдо, шулай ҙа маршрут дәфтәрен сығарып, АЗС-ҡа саҡрымдарҙы иҫәпләнем:- Ете саҡрымдан Ангарск була, унда заправка ла, банк та бар. Ә беҙҙең валютаны алыштырырлыҡ аҡсабыҙ юҡ шул. Иремә ымлайым, йәнәһе лә, ҡуҙғалдыҡ, ләкин ул, изге йән, һаман тегене тыңлай, аҡсаны ла сығара башламаҫ тимә! Теге ирекәй ҙә, минең менән борсаҡ бешмәҫте, ә иремдең йомшаҡ күңелле икәнлеген тойомлап, инде тубыҡланып тиерлек ҡулындағы балдағын сисә башланы:- Дуҫ, ҡотҡар! Бына мин һиңә үҙемдең алтын балдаҡты ни бары ике меңгә генә һатам! Бушлай тиерлек бирәм, ал! Зерә ул ошо һүҙҙәрҙе әйтте, сөнки былай ҙа шикле тойолған әҙәмдең кемлеген шунда уҡ аңланым — сиғандар! Улар ошо рәүешле юлда асыҡ ауыҙҙарҙы төп башына ултыртып, кәсеп итә, был хаҡта бөтә автотуристар ҙа бер-береһен иҫкәртә. Ах, «румындар»…- Ике меңгә түгел, бушлай бирәм тиһәң дә алмаҫ инек, егет, беҙ алтын-көмөшкә бөтөнләй битараф бит әле, — тип йылмайҙым уға, ә иремә башҡортса өндәштем, — әйҙә киттек, улар юлға «эшкә» сыҡҡан. Тағы ла әҙерәк туҡтап торһаҡ, был йәш ирҙең йоғонтоһона бөтөнләй эләгеп, ыштанһыҙ ҡалабыҙ. Китә һалайыҡ, бәләһенән баш-аяҡ.Ваҡытында ысҡындыҡ тоҙаҡтан, юғиһә иптәштәренә ярҙамға тағы ла ике «румын» йүнәлгәйне. Юлда йүнһеҙ әҙәмдәрҙең осрау ихтималлығын иҫәпкә алабыҙ беҙ, әммә ярҙамға мохтаж кешеләрҙе үтеп китә алмайбыҙ. Шулай Новосибирскиға етмәҫ борон ҡараңғы төштө, ә беҙ һаман ҡайҙа ҡунырға урын тапмай киләбеҙ. Төнгө ике булып китте, ямғыр һибәләй, һалҡын, трасса буп-буш. Шул саҡ алда аварийкалары менән емелдәп ултырған КамАЗды абайланыҡ. Бәлки берәйһенең хәле мөшкөлдөр, тип туҡтаныҡ. Ә водитель яҡташыбыҙ булып сыҡты! «Туймазыхиммаш» предприятиеһы эшсеһе Ғәзинур тәүҙә юғалып ҡалды, шунан балаларса эскерһеҙ ҡыуанды. Баҡтиһәң, заправкаға ун алты километр ғына ара ҡалғас, яғыулығы бөткән. Ул рация аша ла башҡаларға өндәшеп ҡараған, юлға сығып та фураларҙы туҡтатып маташҡан, тик бушҡа ғына — күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыла, төн уртаһында кем туҡтаһын? Беҙҙән башҡа, әлбиттә. Яҡташыбыҙҙы ете ят ерҙә осратҡанға шатлана-шатлана, кәнистре менән тейәп ултыртып алып, АЗС-ҡа кире боролдоҡ. Байтаҡ ҡына урау булды беҙҙең өсөн, әлбиттә, әммә Ғәзинурҙың ҡыуанысын күреү, рәхмәтен ишетеү күпкә ҡәҙерлерәк ине. Чертокулич ауылы, Кабинетный совхозы… Сәғәтте күсерергә баштан сыҡҡан, шуға Омск, Новосибирск, Кемерово өлкәләрендә һаман үҙебеҙҙең ваҡыт менән китеп барабыҙ. Үҙебеҙ аптырайбыҙ: «Нишләп шулай иртә ҡараңғы төшә икән?!» Төндә китеп барғанда, был өлкәләр бигерәк йәмһеҙ күренә (яҡтыла нисауа ғына һымаҡ та ул). Һаҙлыҡтан томан, әкиәттәге аждаһа кеүек, юлға һонола, тәгәрмәстәргә урала, яланғас ҡайындарҙың шөкәтһеҙ аҡ олондары шом өҫтәй, брррр…. Һәм шул мәлдә ауыл исемдәре пайҙә була: Неудачино, Чертокулич, Болотное… Бер йәнһүрәттә әйтелгәнсә, нисек карапты (ауылды?) атаһаң, ул шулай йөҙөп китә түгелме?! Байрамдарҙа халыҡты сәләмләгәндә нисек дөйөмләштереп атайҙар икән? «Хөрмәтле неудачниктар!»? Ғөмүмән, ҡыҙыҡлы исемдәр күп осраны: Яя, Блудная, Тыреть, Болваниха һ.б. һ.б. Бигерәк тә совхоздың «Кабинетный» булыуы беҙгә ныҡ оҡшаны. Моғайын, бер ауылға Биш буға исемен ҡаҙаҡтар биргәндер, Тормакүлде татарҙар атағандыр, тип уйланыҡ. Ә Красноярск өлкәһендәге Ҡурай, Урал ауылдарына башҡорттар нигеҙ һалманымы икән?! Сталин заманында бик күп яҡташтарыбыҙ ошо һаҫыҡ һаҙлыҡ, икһеҙ-сикһеҙ тайга, эре, яман серәкәйҙәр иленә һөрөлгән бит. Гүзәл Башҡортостандарын һағыныуҙан йөрәккенәләре меңгә теленгән золом ҡорбандарын иҫкә алып, күңел һыҙланы…- Нисек һеҙ был ерҙә йәшәйһегеҙ? — һыу алырға туҡтағанда йөҙө мең һырлы бабайҙан һораным.- Сөнки беҙ башҡа ерҙе белмәйбеҙ, ошо икән ерҙең кендеге, тип йәшәйбеҙ… Фуралар-ағайҙар Беҙ палатка, һауа менән тултырыла торған матрас, кескәй генә ҡаҙан алһаҡ та, аҡыллы кешеләрҙе тыңлап, юл ситендә ҡунырға туҡтаманыҡ. Федераль трассаның буйынан-буйына кафелар, ҡунаҡханалар күп төҙөлгән. Фуралар кисен шулар янында туҡтай башлай. Юлда байтаҡ ҡына проблемалар тыуҙырғандары өсөн уларҙы эстән генә әрләһәк тә (йәбешеп тигәндәй бер-бер артлы килгән оло йөк машиналарын уҙып китеүе ҡыйыныраҡ), ҡояш батыр мәлдә үҙҙәрен ҡарауыллап ҡына киләбеҙ, абруйҙары бермә-бер арта. Йоҡларға ваҡыт етһә, улар араһына шым ғына тығылып килеп инәбеҙ ҙә, тиҙ генә машинаның ултырғыстарын һалып, урындыҡ әтмәләп, әүен баҙарына сумабыҙ. Елле-елле күмәк йөк машиналары араһында йоҡлауы хәүефһеҙ, тыныс. Дальнобойщиктар ыҙғышып-талашып йөрөгән кешеләр түгел, улар үҙ-ара татыу, бер-береһенә ярҙамға ла йыш ҡына туҡтайҙар. Айырыуса үҙҙәренең яҡташтарына. Ә трассала бөтә өлкә, республика машиналарын күрергә яҙҙы. Нимә ташыйҙарҙыр инде, әммә тегеләй-былай йөрөп кенә яталар. Күпселектә дальнобойщиктар бер-береһен алыштырып, икешәр йөрөй, әммә юл аҙабын фәхишәләр менән бүлеүселәр ҙә осраштырғыланы. Эш юҡ, ә ғаиләне аҫрар кәрәк, тип тә, арт һындарына мажара эҙләп тә хаталы юлға баҫҡан гүзәл зат вәкилдәре йә аҡсаға, йә тамаҡ хаҡына водителдәрҙең күңелен күрә. Уларҙы ғәйепләүе лә ауыр, сөнки ярты Рәсәйҙең ниндәй мөшкөл, хәйерсе хәлендә йәшәүен күрҙек. Рәсәй — ҡапма-ҡаршылыҡтар иле Был хаҡта яҙмау мөмкин түгел… Ҡай саҡ зарланһаҡ та, Башҡортостанда тормошобоҙ яҡшы, милләттәштәр. Мәҫәлән, беҙ беренсе тапҡыр Себер киңлектәрендә йыраҡтан ауылды күреп, әллә янғынға тарыған, әллә үләт ҡырған инде үҙҙәрен, тип аптырағайныҡ. Барып еткәс, таҡта, рубероид, шифер менән генә ябылған өйҙәрҙе, ғүмерҙә лә буяу күрмәгән ҡапҡаларҙы, емерелеп төшкән ҡоймаларҙы күреп иҫебеҙ китте. Әйтерһең дә, ваҡыт машинаһында ун туғыҙынсы быуатҡа барып сыҡтыҡ. Исмаһам, урамдарында беҙҙәге һымаҡ көтөү-көтөү ҡаҙ-өйрәктәр ҙа йөрөмәй. Теплицалар ҙа юҡ. Хәйер, баҡса үҫтергән кеше лә аҙ, барыбер, ҡырау һуға, тип, үҙҙәренең ялҡаулыҡтарын, вайымһыҙлыҡтарын климатҡа һылтайҙар. Рәсәй — ҡапма-ҡаршылыҡтар иле: фалиж һуҡҡан кешеләй, яртылаш ҡыйшайып, яҡты донъяға ярым һуҡыр күҙҙәре менән генә баҡҡан ҡурҡыныс барак янында дәү-дәү юлдаш тәрилкәләре теҙелгән (күрәһең, белгестәр уларҙы дөйөм йорттоң ҡыйығына ҡуйырға баҙнат итмәгән); түбәләре күккә терәлгән ҡарағас-ҡарағайҙар уратыуында йәшәүселәрҙең йорт-ерҙәре тишек-тошоҡ; ҙур ҡалаларҙағы затлы һарайҙарҙа йәшәгән, икешәр-өсәр машинаһы булған байҙар һәм ауылдарҙағы балаһына велосипед та алырға хәленән килмәгән ярлылар… Был әсендергес күренеш һаман йәнде әрнетә. Бер оло йәштәге апайҙан, урман эсендә йәшәйһегеҙ, нишләп йортоғоҙҙо яңыртмайһығыҙ, тип һорағайным, рөхсәтһеҙ бер бөртөк ағас ҡырҡырға ярамай, ә рөхсәтте алыр өсөн мең төрлө тупһаны тапарға, мең ҡат йөҙ һыуын түгергә тура килә, шуға кеше ыжламай, тине. Шул уҡ ваҡытта ҡырын эштәр ҙә башҡарыла, имеш: махсус ялланған тоҡандырыусылар бригадаһы урманға ут төртә, ағастың ҡабығы, ботаҡтары янғас, арттарынан һүндереүселәр сыға һәм янғынға ҡаршы көрәшә — шунан һуң бер нисә гектар урман янып юҡҡа сыҡты, тип акт яҙып, «тере» ҡалған ағастарҙы эшелондарға тейәп ҡайҙалыр олаҡтыралар. Был ысынмы-бушмы, кем белһен… Ә нишләп текмәләрҙе буямайһығыҙ, матур йөҙлөктәр эшләмәйһегеҙ, тигән һорауға, икмәккә аҡса еткереп булмай, матурлыҡ ҡайғыһымы, тип ҡул ғына һелтәнеләр. — Беҙҙең ир-егеттәр төньяҡта бил бөгә, аҡса эшләй, ә һеҙҙекеләр нишләп бот күтәреп өйҙә ята, — тип төпсөнгәнгә бер төрлө яуап яңғыраны: — Эшләйем тигәндәре ҙур ҡалаларға китеп бөттө, ә был һаҙлыҡҡа кире ҡайтырға кем атлығып торһон? Ауылда ҡарт-ҡоролар ҙа эскегә һалышҡандар, йә яҡшы тормошҡа өмөтөн өҙгәндәр, яңы тормош башларға хәленән килмәгәндәр генә тороп ҡала. Провинциялағы ҡалалар ҙа байлыҡтан туйып һикермәй. Туҡһанынсы йылдарҙа беҙҙә Ҡытайҙан килтерелгән сыбар ир күлдәктәре модала була торғайны (хәҙер ул синтетиканы кеше сепрәк итеп тә тотонмай, — авт.), ана шуларҙы беҙ бер нисә ҡаласыҡта ир-егеттәрҙә күрҙек. Шулай уҡ тубыҡтары сыҡҡан совет триколары ла, буяуы аҡтарылған «Школьник» велосипеды ла һаман ҡулланыуҙа. Бүрәт Республикаһында ғына беҙҙәге ише ауылдарҙы күреп, йән тынысланды. Был, бәлки, трасса буйында ғына шулайҙыр, һәр хәлдә пагодаларға оҡшатып төҙөлгән матур ҡыйыҡлы йорттар, үҙенсәлекле йөҙлөктәр, төҙ, таҙа урамдар күңелгә ятты. Ауылса бизнес Трасса буйындағы ҡайһы бер ауылдарҙың халҡы балыҡ, эрбет сәтләүеге, бәшмәк, еләк һатып аҡса эшләй (әйткәндәй, алма, груша юҡ тиерлек). Беҙҙе бәшмәк-еләк менән аптыратырлыҡ түгел, ә зәңгәр күк төҫөндәге эрбет сәтләүеген үҙебеҙ өсөн яңынан астыҡ: һөтлө сағында бигерәк хуш еҫле, йомшаҡ, тәмле, телеңде йоторлоҡ! Күп итеп йыйып, дуҫ-иштәргә, туғандарға алып ҡайтырға ниәтләгәйнек тә, юлда ул целлофан тоҡсайҙа ятып, күгәргән дә ҡуйған (оҙайлы ямғырҙар аҫтында ҡайттыҡ, — авт.). Ауыҙ иттерергә яҙмаған… Хаҡтар Нимә-нимә, юлда ашамайса булмай (Пруссия короле Фридрих Вильгельм I әйтмешләй, һуғыш һуғыш менән, ә төшкө аш йәҙүәл буйынса). Кафеларҙа хаҡтар төрлөсә. Уртаса алғанда, дүрт кешегә өсәр йөҙ һумға төшкө һәм киске ашты ашарға мөмкин, иртәнге аш ике йөҙгә барып баҫа. Һәр кафела тиерлек бушлай термосҡа ҡайнаған һыу тултырып алып була (ҡайһы берҙәрендә һәр литры өсөн ун-ун биш һум түләтәләр). Ябыға алмай йонсоған, диеталарҙа ултырған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн идеаль вариант ул оҙайлы сәйәхәт.Ҡунаҡханалар ҡиммәт — койка-урын бер меңдән кәм түгел. 92-се маркалы бензиндың иң осһоҙо Омск өлкәһендәге Татарск менән Барабинск ҡалалары араһындағы АЗС-та — литры 21 һум 50 тин. Иң ҡиммәт бензин Байкал аръяғы крайында — 26 һум 80 тин. Бар шундай ерҙәр… Форсат тейгәндә ҡайһы бер тарихи, ҡыҙыҡлы урындар хаҡында ла яҙып үтәйем. Ҡурған өлкәһендә күлдәрҙең күплегенә хайран ҡалдыҡ — бер-береһенә терәлеп үк йәйрәгәндәр. Беҙ, таҙа һыулы йылға-күлдәр илендә үҫкән балалар, һыуҙы күргәс тә, йөҙөнөргә, үҙебеҙҙән юл саңын йыуып төшөрөргә ниәтләнек. Шатлана-шатлана, юлдан ситтәрәк туҡтап, тиҙ генә береһенә йүгерҙек. Барып еттек тигәндә генә күлдең сите шыр батҡаҡ икәнен абайланыҡ. Йөҙөндөң һиңә, янына яҡын барырлыҡ түгел… Башҡаларында ла шул уҡ күренеш. Ҡурған ере шуның менән хәтерҙә ҡалды. Төмән өлкәһендәге боронғо Себер ҡалаларының береһе Ишемгә Ермактың ҡоралдаштары 1687 йылда нигеҙ һалған, Коркин слободаһы тип аталған. Һуңынан Екатерина II уны ҡала итеп үҙгәрткән һәм яҡындағы Ишем йылғаһының исемен ҡуштырған (»иш» һүҙенән). Ошо ҡалаға яҡын ғына биҫтәлә «Конек-горбунок»ты яҙған яҙыусы П.Ершов тыуған. Ишемдә төрмә урынлашҡан, шуға ла уның янында ҡуныуы беҙгә хәүефле тойолдо, алыҫыраҡ китергә тырыштыҡ. Ҙур, матур, таҙа Омск ҡалаһы оҡшаны. Ҡәлғәне 1716 йылда подполковник И.Бухольц етәкләгән экспедицион отряд нигеҙләгән. Петр I уларҙы Себергә яңы ҡәлғәләр төҙөр, Ҡытай һәм Һиндостанға сауҙа юлдары асыр өсөн ебәргән. «Омь» гидронимы барабин татарҙары телендә «шым» тигәнде аңлата. Барабин татарҙары Татарск, Чаны, Каргат, Чулымда ла байтаҡ. Уларҙың теле Ҡаҙан татарҙарыныҡынан айырыла кеүек тойолдо. Халыҡ иҫәбе буйынса Мәскәү һәм Питерҙан һуң өсөнсө урында килгән Новосибирскиҙа ҡояш музейы бар! Әммә беҙ барғанда ул ябыҡ ине. Эре сәнәғәт үҙәгендә йыл һайын тиҫтәләгән фестивалдәр үтә тинеләр: фантастика фестивале «Аҡ тап», реклама фестивале «Идея!», урыҫ музыкаһы фестивале «Покров көҙө» һ.б. Урман паркында урынлашҡан зоопарк, опера һәм балет театры, «Барахолка» исемле баҙар Новосибирскиҙың ҡабатланмаҫ йөҙөн билдәләй, буғай. Ошо моңло төбәктән әллә күпме һәләтле йырсылар, музыканттар сығып, бөтә ер шары буйлап таралған. Сиркәүҙәр, дипломатик һәм консул вәкиллектәре лә туп-тулы. Кемерово нимәһе менәндер Магнитогорск ҡалаһына тартым, тик таҙараҡ, йорттарына бысраҡ, саң ултырмаған. Ҡаланың урынында элек ете ауыл булған, шуларҙың береһенең исеме (тәү күсеп килеүсе Кемеровтар һалған ауылдыҡы) тороп ҡалған. Березовский ҙа өс ҡасаба ҡушылдығы. Был тарафтарҙа шахтерҙар йәшәгәне әллә ҡайҙан тойола. Боронғо Кийский ауылына, төп Мәскәү почта трактының бер пунктына, 1856 йылда ҡала статусы бирелгән һәм бер йылдан Александр II ҡатыны императрица Мария Александровна хөрмәтенә Мариинск тип аталған. Был ҡала, алдан яҙыуымса, Себер лагерҙары ҡорбандары иҫтәлегенә төҙөлгән мемориалы менән билдәле. Мәктәптә яҡшы уҡығандар Красноярск крайының Рәсәйҙең ҡап уртаһында урынлашҡанын белә. Айырата әйткәндә, илебеҙҙең географик үҙәге Эвенкияның Виви күле буйында. 2006 йылда Эвенкия һәм Таймыр (Долгано-Ненец) автономия округтары ошо край составына инеп, ябай муниципаль райондарға әйләнде. Үкенесле хәл… Ачинск бастругы 1641 йылда нигеҙләнгән (төркиҙәр ырыуына ҡараған ачи (асы) төркөмө ерҙәрендә урынлашҡанға шулай аталған). Ачинск бөтә Рәсәй кимәлендәге тарихи һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә булған рәсми ҡалалар исемлегенә индерелгән. Ошо районда археологтар эҙләнә торғас, кешелек тарихында иң боронғо тип табылған ай календарын соҡоп сығарған. Беҙҙең маршруттан алыҫыраҡ булмаһа, барып күрергә теләк бар ине…Хакас халҡының этнографик бер төркөмө булған хаастар ерендә урынлашҡан Красноярск буталсығыраҡ урамдары, төрлө стилдәге архитектураһы менән хушты алды (хаас телендә «Хызыл чар» — Ҡыҙыл яр). Красноярскиҙа танылған рус рәссамы Василий Суриков тыуған, уға арналған ике-өс музей бар. Ғөмүмән, край үҙәгендә музейҙар бихисап: урман музейы, аптека эшенең музейы, анатомия музейы һ.б. һ.б. Был ҡалала шулай уҡ СССР дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Виктор Астафьев, Рәсәй Федерацияһы Геройы, иң елдер министр Сергей Шойгу, яратҡан йырсым Дмитрий Хворостовский, рок-музыкант Вячеслав Бутусов кеүек билдәле шәхестәр тыуған. Ошондағы автобаҙарҙа Япония, Корея, Ҡытай машиналарын осһоҙлата һатып алып була. Иркут йылғаһы буйындағы Иркутск тәүге көндәренән үк Ҡытай менән сауҙа итеү буйынса мөһим пункт ролен үтәгән — бөтә сауҙа карауандары ла ошонан үткән. Киләһе йыл ҡалаға 350 йыл тула, шуға әҙерлек эштәре башланған. Бында туристар һәләк күп — төрлө илдәрҙән йыл әйләнәһенә кешеләр ағымы туҡтамай ағыла ла ағыла. Айырыуса йәйен халыҡ иҫәбе бермә-бер арта — барыһы ла Байкалға атлыға. Байкал олатай Донъялағы иң тәрән күлде (тәрәнлеге 1642 м) йыраҡтан күргәс тә, йөрәк тулҡынланып тибә башлай. Тауҙарҙан төшкәндә мискәлә бешерелгән эҫе омулде ҡабаланып-ҡарһаланып ашай-ашай йотлоғоп Байкалға ҡарайһың — ул көткәндәгенән дә гүзәлерәк, мөһабәтерәк. Оҙонлоғо 636 км һәм киңлеге 25-тән алып 80 километрға тиклем! Ул беҙҙе күперектәрен сәсеп, бейек тулҡындары менән ҡаршыланы. — Байкал! Бай-кал! Бай-ка-а-ал! — ҡосаҡтарҙы йәйеп, бала-сағалар ата-әсәһенә осҡандай, уға табан йүгерҙек. Шул ыңғайы салбар балаҡтарына бутала-бутала, сыр-сыу килеп сисенеп Байкалға сумдыҡ ҡына тигәндә аяҡҡа тулҡын бәрелде һәм — боттарҙы боҙло һыу яндырып алдымы ни?! — беҙ кире елдереп ярға килеп сыҡҡанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ! Тиҫтәләрсә тау йылғалары Байкалға ашҡынып һыуын ҡоя, уның температураһын һалҡын кимәлдә тота, шуға ла турбазаларға боролорға тура килде — улар күлдең йылы ҡултыҡтарында урынлашҡан. Туристарҙың барыһы ла тиерлек күл буйлап пароходта круизға сыға, утрауҙарға юллана, Өлкән Байкал Һуҡмағы буйлап сәйәхәт итә… Урындағы халыҡ Байкалға оло хөрмәт менән ҡарай. Беҙгә лә фатиха бирҙеләр: «Күлгә килгәс тә һаулыҡ һорашырға, ҡайтырға сыҡҡанда рәхмәт әйтеп хушлашырға онотмағыҙ», «Йөҙөнөү мотлаҡ таҡ һанлы булырға тейеш: бер, өс, биш…», «Һыуға сумғанда үҙегеҙгә теләк теләгеҙ — ул тормошҡа ашасаҡ». Шуныһы ҡыҙыҡ — көн боҙоғораҡ саҡта ла ирендәр күгәргәнсе һыу индек, әммә һыуыҡ теймәне. Хушлашҡанда, күлдең дымлы һауаһын туймаҫтай булып һулап, ошо хозурлыҡты күрергә форсат биргән хоҙайға мең-мең рәхмәттәр уҡыныҡ. Айырыуса ер тетрәүе булмағанға ҡыуандыҡ, юғиһә бында ер тынғыһыҙыраҡ. Бүрәттәрҙең легендаһы хәтергә уйылды: «Байкал олатайҙың 336 йылға-улы һәм Ангара исемле бер ҡыҙы булған, улар атаһының һыуын тултырып торған. Әммә ҡыҙы Енисей атлы йылға-егеткә ғашиҡ булып, атаһының һыуын уға ҡоя башлаған. Шуға асыуланған Байкал ҡыҙына дәү ҡая киҫәген бәреп, уны ҡарғаған. Был ҡая Шаман-таш тип атала…» Был легенданы оҙаҡ ауыҙҙа әүәләнек — барыбер башҡа эш юҡ ине. Бүрәттәр Мин Европала ғына ят бауыр, ә Себерҙә — үҙ кеше. Ҡайҙа барһам да азиат һыҙатлы йөҙөмә ҡарап, мине үҙҙәренеке итеп ҡабул итәләр. Мәҫәлән, Бурятияла бер кафела мәрйә минең заказды ҡабул иткәс, һеҙ бик матур бүрәт ҡыҙы, тип комплименты менән буҙартты. Бүрәттәр иһә, бигерәк сибәр, һомғол монголка, тип тел шартлатты (ул мәлдә минең түбәм күккә тейгәйне, әллә бында ғына ҡалырға ла ҡуйырға инде, тигән ҡырын-мырын уйҙар ҙа башҡа килгәйне, хатта). Машинаның номерын күргәс иһә, күҙҙәре упайҙы: «Һеҙ кемдәр? Ҡайҙан?» Башҡорттар, Башҡортостандан, тибеҙ. Берәүҙең ҡатыны ишетмәйерәк ҡалды, иренән һораны: «Ҡайҙан, ҡайҙан тиҙәр?» Ире уға: «Баш… баш.. какой-то стандан ҡыҫҡаса», — тип яуапланы. Яныбыҙға йыйылып киттеләр, һорауҙар менән күмеп ташланылар. Ҡыҙыҡһынғастары, уларға үҙебеҙҙең республикабыҙ, ҡалабыҙ, «Салауат Юлаев», «Таусы» командалары тураһында шаптырып һөйләнек. Ғәжәпләнеп тыңланылар. Баштарын сайҡай-сайҡай. Ә беҙ Ҡытайға терәлеп тиерлек ятабыҙ, тик донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, исмаһам, бер тапҡыр ҙа барғаныбыҙ юҡ, тип үкенделәр. Бынан ары һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынырбыҙ инде, тип туғандарҙай һаубуллаштылар. Айырылышып китеүҙәре ҡыйын булды, биллаһи. Ил сигендә Яҙа ла-яҙа, ә әле һаман Ҡытай тураһында ләм-мим, былар барып етәме-юҡмы, тип зарығып бөткәнһегеҙҙер. Оҙаҡ була инде, йыраҡ бит, ни тиһәң дә алты мең километр. Шулай ҙа килә торғас, Забайкальскиға ла барып етер көн булды. Ил сигенең яҡынлығы күккә выжылдап осҡан хәрби самолеттарҙың тауышынан, тегендә-бында осраған һалдаттарҙан тойомларға мөмкин ине (әйткәндәй, Байкал аръяғы крайында хәрби частәр ҡалдырып киткән буш йорттар күп осрай: казармалар, фатирҙар, келәттәр — барыһы ла емерелеп-етемһерәп ултыра). Забайкальскиҙың үҙендә виза алырға мөмкин, машинаны ла ҡуйырға түләүле туҡталҡалар бар. Шунда беҙ бер төркөмгә эләгеп, ниһайәт, таможняға аяҡ баҫтыҡ. Йәмғеһе алты кордон аша үтер кәрәк. Беренсеһендә сикте сығырға рөхсәт ҡағыҙын алаһың. Ә икенсеһендә сменаларҙың алышҡан мәленә тура килдек. Көтөп торҙоҡ бер аҙ. Таможняла эшләүсе ханымдар төшкө аштан һуң байтаҡ ауырайып (тамаҡ ялғағандан һуң йоҡолары ла килеп киткәндер), ялҡауҙары ғына килеп үҙҙәренең кабинаһына инеп ултырҙы. Ымлап ҡына берәмләп беҙҙе саҡыра башланылар. Һары сәс нимәгәлер йәне көйөп, паспортты алды. Йөҙгә текләп, фото менән сағыштырып, тикшерҙе. «Нимә, буржуйҙар, илдән ҡасаһығыҙмы? Аҡсағыҙҙы тығырға бында урын булманымы? Сит илде байытырға йыйындығыҙмы?» — тигән һымағыраҡ ҡараны. Өҙөп-йолҡоп, дарҫ-дорҫ һөйләште. Артығын да әйтмәне, ә шулай ҙа күңелдә көйөк ҡалды (үҙеңде бөрөшкән бер бөжәк һымаҡ хис итәһең!). Паспортҡа мисәт ҡуйылды. Өсөнсө кордонда үҙебеҙҙең пограничниктар шуны тикшереп, алдыбыҙҙа шлагбаумды асты. Ике илде айырып торған бер нисә метр буш ер һәм ҡытай пограничниктары үҙҙәренең иленә саҡырҙы. Машинаның ишеген асып, хәрби кейемдәге һөйкөмлө егет йылмайып сәләмләне, паспорттарыбыҙға күҙ һалды. Ҡытай таможняһындағы һылыу ҡыҙ ҙа беҙҙе күргәс, ҡояштай балҡыны: «Һаумыһығыҙ! Документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ, зинһар!» Үҙҙәренең иленә инергә рөхсәт иткән мисәтте сәпәгәс, йәнде иретерҙәй йылмайыу бүләк итте: «Рәхим итегеҙ Ҡытайға! Матур ял итергә теләйем!» Бына бит, туристар менән дә кешесә һөйләшергә, мөғәмәлә итергә була, ә нишләп беҙҙекеләр шулай тупаҫ ҡылана икән, тип үҙебеҙҙең таможняла эшләүселәр өсөн кәйеф ҡырылып ҡуйҙы. Беҙҙә баҫыуҙағы һәр йомран — агроном, тип мәғәнәле көлөмһөрәне төркөм етәксеһе. Эскалаторҙан тап-таҙа, иркен, гөлдәр менән зауыҡлы биҙәлгән залға төштөк. Әле Забайкальскиҙан Ҡытай яғына үрелеп ҡарап торғанда ундағы тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташланғайны. Беҙҙә сүп-сар туҙып ята, бысраҡ, ҡаҡырыҡ-төкөрөк, ә унда аяҡ аҫтында бер кәнфит ҡағыҙын да күрмәҫһең. Микроавтобусты тикшергәндәрен шул залда көтөп ултырабыҙ. Оло плазма телевизорынан һылыу ғына ҡытай дикторы яңылыҡтарҙы һөйләй. Телен аңламаһаҡ та, нимә хаҡында һүҙ барғанын видеорәттән төшөнөрлөк. Йыйыштырыусы ирҙәр бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә: иҙәнде бер тапҡыр йыуып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ һыуҙарын алыштырып, яңынан йыуырға төштөләр. Уларҙың тауышы ла-тыны ла сыҡмай, өндәшмәй генә үҙ эштәрен башҡарып тик йөрөйҙәр. Шулай ҙа ат кеүек кешнәп, үҙҙәрен бик иркен тотоп һыра эсеп ултырған урыҫ ҡыҙҙарына аҫтыртын ғына асыулы ҡараш ташлағандарын абайланыҡ. Тиҙҙән машинабыҙ килде, беҙ сығып ултырҙыҡ һәм «зелнка» тип аталған ерҙә документтарҙы күрһәткәс, Маньчжурия провинцияһы еренә барып индек. Юлдарҙың тигеҙлеге!.. Көҙгө һымаҡ тип-тигеҙ, ялтырап ята, ҡыҙыҡ өсөн генә машинаны бер тапҡыр һелкетһәсе… |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 3) |
[5 сентября 2010] | Просмотров: 282 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}