Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

72-се ижад миҙгелен ябыу тантанаһы » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 15.05.2011 1 min read
Внимание! Сайт Баш-портал.ру продается! ПО всем вопросам обащатся администратору сайта. Е-майл указан ниже!
72-се ижад миҙгелен ябыу тантанаһы Новости » Культура
Республикабыҙҙың абруйлы, иң олпат профессиональ концерт ойошмаларының береһе – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сираттағы 72-се ижад миҙгелен тамамлай. Был уңышлы ла, үҙенсәлекле лә миҙгел үҙенә генә хас һыҙаттары менән айырылып тора.72-се ижад миҙгеле “Алтын көҙҙөң моңдары” исемле башҡорт һәм татар эстрадаһы фестивале менән асылып киткәйне. Тамаша филармонияның юғары сәнғәт усағына әүрелеүен дәллиләне, сәнғәт һөйөүселәрҙе йыл әйләнәһенә профессиональ кимәлдә үткән концерттар өҫтөнлөк аласағына ышандырҙы. Режиссерҙар, музыкаль етәкселәр, балетмейстерҙар һәр программа өҫтөндә төплө уйлап, бөтә оҫталыҡтарын һалып эшләйҙәр, шуға күрә лә филармонияла үткән барлыҡ концерттар ҙа сағыу балҡыш таба. «Һыҙҙырт, ҡурай!» беренсе Республика ҡурай фестивале, йыл һайын гөрләп үткән Республика филармониялары фестивале, «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада көлкө театрының 20 йәшлек юбилей программаһы, Ғашиҡтар көнөнә арналған «Мөхәббәткә 365 көн», халыҡ йырҙарынан ғына торған «Халҡым моңо», матур традицияға әүерелгән «Аҡ кистәр — аҡ хистәр» ретро концерты, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге «Ихлас» төркөмөнөң 20 йыллыҡ юбилей программаһы, Әлиә Нурғәлиеваның «Ғүмерем һалынған бейеүгә», Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитовтарҙың «Һин һәм мин» концерт программалары, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң ҡатын-ҡыҙҙарға арналған Байрам концерты, сәнғәт ветерандары ҡатнашлығындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдарында үткәндең һағыштары» һәм “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” моңло кисәләр, Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимероваларҙың «Йыр һөйгәндәр ҡартаймай» исемле концерт программалары филармония артистарының профессиональ башҡарыу оҫталығын, репертуар төрлөлөгөн күрһәтте. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры Юбилей концерттарын күрһәтте. Унда төрлө республика төбәктәренән, өлкәләрҙән билдәле дирижерҙар, ҡунаҡтар килде. Апрель айында Өфө халҡы дүрт көн буйына барған мәртәбәле «Розовая пантера» Халыҡ-ара джаз фестивален ҡарап ҡыуанды. Американан килгән трубала уйнаусы Шон Джонс, “Дуҫтар” һәм “Орлан” легендар джаз төркөмдәре, Өфө коллективтарының сығыштары сағыу булды. Быйыл тәүге тапҡыр фестивалдең художество етәксеһе, мәҙәниәт буйынса БР Президенты кәңәшсеһе, саксофонсы Олег Киреев ине. Ә 19 май 19 сәғәттә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы “Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр” исемле концерт программаһы менән ижад миҙгелен тамамлай. Халыҡ-ара дуҫлыҡ йылына арналған тамашала филармонияның ижади коллективтары: Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Эстрада – джаз оркестры, «Каруанһарай», «Далан», «Ихлас», «Йәдкәр», Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмдәре һәм солистар: Азат Айытҡолов, Иҙрис Ғәзиев, Рим Гәрәев, Римма Амангилдина, Вәхит Хызыров, Лариса Петрова, Нәзифә Ҡадырова, Лилиә Ишемйәрова, Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов, Урал Мортазин, Сәйҙә Ильясова һәм башҡа сәхнә оҫталары ҡатнаша.20 май 18 сәғәттә филармония алдындағы майҙанда «Йәшлек даръяһы» исемле концерт көтөлә. Бында тик һеҙҙең өсөн Айгиз Ғизәтуллин, Вадим Зәкиев, Искәндәр Ғәзизов, Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов, Гөлнур Ҡарабулатова, Азат Биксурин, Рөстәм Шәрипов, Илшат Ишморатов, Рәил Өмөтбаев, Рәдиф Зарипов, Айгөл Һағынбаева, Алтынай Юнысова, Шаһит Хамматов, Венер Камалов, Салауат Мөхәмәтйәров, «Далан», «Арғымаҡ», «Йәш Каруанһарай» төркөмдәре һәм башҡа эстрада йондоҙҙары ҡатнаша.

Был ижад миҙгелендә тағы ла бер тапҡыр яратҡан артистарыбыҙ менән бергә йырлашып, күңел асып, көҙ айҙарына тиклем юғары рухта, күтәренке кәйефтә хушлашыу кисәләренә рәхим итегеҙ, ҡәҙерле тамашасыбыҙ!

Обсудить на форуме

 
| Напечатать | Комментарии (0) up-9074491 0 down-5119248
[11 мая 2011] | Просмотров: 20 Автор: admin Оцени статью!

«Йэшлек» гзите сайтынан яылытар:

{allpages}

Continue Reading

Previous: Стартовала Третья интерактивная лотерея «ЛотоСтройка»! » Главные сайты Башкортостана
Next: Президент Хамитов и Шамонино. Кто победит? » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025