Новости » Слово автору | ||
Гүзәл Ғәлиева Декабрь, 2003 йыл Эйе, еңдек. Ләкин ниндәй хаҡтар биреп!.. Еңеү көндө өйкәп тора шул йөрәкте… Заман заңын һанламаған мәнеһеҙҙәрҙең Енәйәти хаталары хаҡ түләтте. Хаҡ түләтте, креслом, тиеп ҡалтыранған /Кемгә эшләйем икән, тип баш ватҡаны/, Аңлап етмәй ине, ахыры, урындығын Ҡалтырауы менән нығыраҡ ҡаҡшатҡанын. Аңһыҙ, ғәмһеҙ һәм һатлыҡтар хаҡ түләтте Һатлыҡтарҙы беҙ кисереп өйрәттек бит!.. Еңеүгә беҙ түләп еткермәгән хаҡты Ил ағаһының үҙенән түләттек бит! Ошонан һуң уйлап ҡарайыҡ, йәмәғәт. Рәхмәтлеме, аң яғынан айыҡмы беҙ? Түләр ваҡыт еткәндә лә — беҙ алабыҙ, Ошондай ил ағаһына лайыҡмы беҙ? Бындай һынау һуңғы түгел, ватандаштар, Булыр әле «пиар»ҙарҙың хәтәрҙәре. Беҙҙең халыҡ тура күңеллеге менән Аңлап етмәҫ бөгәл-бөгәл мәкерҙәре. Ниндәй ауырлыҡтар менән төҙөгәнде Үҙ ғәмһеҙлегебеҙ менән һүтербеҙме? Йә алданып, йә һатылып аҡсаларға, Аңһыҙлығыбыҙҙан ғына бөтөрбөҙмө?!
Уйланайыҡ!
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 217 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}