Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда…
|
Новости » Литература |
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаНиҙәр генә юҡ бөгөн.Дуҫтарға күстәнәс тип,Иңенә һалған тоғон. Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –»Йәшлек» ҡиммәтле бүләк.Шуға күрә был гәзиттеңҠәҙерен белер кәрәк.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаҠымыҙы ла бар икән.Кемдең нимә яратҡанынУл әллә һиҙәме икән?Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаУрын алған фәрештә.Бабай, һәр саҡ ҡыйыу бул,Яуыздарға бирешмә.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаНиңә Маймыл юҡ икән?Күстәнәстәр күп булғанғаМаймыл һыйманымы икән?Эй, Ҡыш бабай, пар ат егеп,Бар ғаләмде урап үт.Донъяла ник тыныслыҡ юҡ?Шул йомғаҡтың серен һүт.Серен һүт тә берүк ҡабул итсеҺәр бер изге йәндең теләген.Ә теләктәр бары – тыныс тормош,Быныһын бит үҙең беләһең.Ҡымыҙ эсеп, айыҡ аҡыл менәнЯңы йылды ҡаршы алайыҡ.Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына,Ҡәҙерҙәрен белеп ҡалайыҡ.Илгиз ӘХТӘМОВ.Баймаҡ районы,
Ғәҙелбай ауылы.
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[24 декабря 2015] | Просмотров: 203 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}