[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк – йәнә сәхнәлә | Главная, Культура |
7 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Ҡыҙыҡ менән мәҙәк” эстрада төркөмөнөң яңы концерт программаһы үтә. Көлкөлө тамашала Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов, Хәмит Тләмов, Филүс Ҡалмурзин, Фаяз Йәнтурин, Хима Йәнбирҙина ҡатнаша.“Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада көлкө театры үҙенең ҡабатланмаҫ сығыштары менән халыҡ араһында оло популярлыҡ яулаған. Улар үҙҙәренең эс ҡатырғыс интермедиялары, пародиялары, скетчтары менән тамашаларҙы йәмләй, онотолмаҫлыҡ итә. Шуға күрә лә төркөмдөң сығыштарын республиканың төрлө төбәктәрендә ашҡынып көтөп алалар.“Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада көлкө театры 1990 йылда бөтә яҡтан да талантлы артист Вәлит Илембәтовтың инициативаһы менән төҙөлә. Төркөмдөң беренсе концерты Көлкө көнөнә арнала һәм оло уңыш ҡаҙана. Тап ошо йылдарҙа телевидениела режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов әҙерләгән “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” тапшырыуы сыға. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төркөм ҙур популярлыҡ яулап өлгөрә. Уның концерттарына халыҡ эркелеп килә, залға һыймаған саҡтар күп була.Төркөмдөң төп персонажы – Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтович. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтовкә был исем бик ярап ҡала, олоһо-кесеһе яратып, үҙ күреп, Ҡыҙыҡ тип кенә йөрөтә башлай. Уның коллегаһы – Мәҙәк тә иш янына ҡуш тигәндәй, бик уңышлы килеп сыға. Төрлө йылдарҙа Мәҙәк ролен Фәрүәз Мөхәмәтшин, Тимерхан Әхмәтйәнов, Салауат Ҡусҡарбаев, һәм Фаяз Йәнтурин башҡара. Бөгөнгө көндә Ҡыҙыҡтың Мәҙәктәре хатта икәү булып китте. Улар — Хәмит Тләмов менән Фәрхәт Ғәйнетдинов.
“Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” төркөмө сығыштары һәр береһе ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле. Репертурҙарында Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Буранбай Исҡужин, Әлфиә Батталова, Азамат Юлдашбаев һәм башҡа сатирик яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар. Тормоштоң кире яҡтарын сатира-юмор аша күрһәткән әҫәрҙәрҙе Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк өсөн махсус та яҙалар. Мәҫәлән, 1993 йылда Мостай Кәрим филармонияға Вәлит Илембәтовкә үҙенең “Приватизация” исемле яңы сатирик әҫәрен алып килә. Ул оҙаҡ ҡына репертуарҙан төшмәй, популяр була. Шулай уҡ төркөмдөң репертуарында “Әбейҙәр”, “Милиция”, “Армия мажаралары”, “Чапаев” кеүек күп сюжетлы интермедиялар сериялары бар. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 1) |
[1 ноября 2009] | Просмотров: 121 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}