Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт * * Ҙур ҡайғылар еле тейҙеме әллә, Һыҙланаһың, йөрәк, ниңә әле? — Был ғүмерҙең шаулы һабан туйы Беҙҙең йәндә геүләй бит әле. Ҡайырыла йөрәк-сабыш аты Һаман ситкә һабан туйынан. Исем ҡуйылмаған… ә тойғолар Күберәк, ахыры, һиңә йыйылған. Ауыҙлығын, сәйнәп ырғылаһың, Яйҙағыңды йыҡма таштарға, Шундай сабыш бит был! Бер йығылһаң, Мөмкин түгел ҡабат башларға. Бәйгеләрҙә елдерәбеҙ әле, Ҡайғыларға, йөрәк, ҡайырма, Әле яңы ҡояш күтәрелә, Алыҫ әле уға байырға… Сыҡма, йөрәк, сабыш юлдарынан, Ергә ишеттереп һуҡ әле! Есем булһаң да һин күкрәгемдә, Ысын исемең һинең юҡ әле… Беҙ кем ерҙә? Беҙҙең еңеүҙәрҙең Ниндәй бейеклектә ҡаяһы? Йөрәктәргә исем уяһы бар, Тойғоларға исем ҡуяһы! Ҙур ҡайғылар еле тейгән һымаҡ Һыҙланмасы, йөрәк, бик иртә… Шаулай әле ғүмер һабан туйы, Һабантуйҙа беҙҙе ил көтә. Бер йүгәндең ике теҙгене Сабышҡыла беҙҙең еҙ йүгән, Беҙ китмәбеҙ әле бәйгенән! — Даның артһын, малың артһын! — тип, — Йән тартмаһа — ҡаның тартһын, — тип, — Үҙең тәпәй баҫҡан урынға! — Оҙатҡанда әсәй оронған Йүгәнемдең уң теҙгененә, Хәйерле юл теләп үҙемә. — Исемеңде һаҡла, егетем, Тапама һин ауыл өмөтөн. Ауылыңда һинә ҙур өмөт, Үлһәң дә ҡайт ҡабат терелеп, Тыңлат ауылыңа йырыңды! — Шулай тине атай, орондо Йүгәнемдең һул теҙгененә, Хәйерле юл теләп үҙемә… Яйҙаҡтарҙың була үҙ дене, Бер йүгәндең ике теҙгене, — Ни күрһәм дә барған юлымда, Ике теҙген минең ҡулымда. Теҙгендәрҙе өҙгән юҡ әле, Сабыштарҙан биҙгән юҡ әле! Сабышҡыла һаман еҙ йүгән,
Беҙ китмәбеҙ әле бәйгенән!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 4 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}