Новости » Литература | ||
Һәр Яңы йыл шатлыҡ алып килә,Гүйә, балҡый йондоҙ сатҡыһы.Һәр бер өйҙә ылыҫ еҫе аңҡый,Ҡыуандыра күктәр сафлығы. …Йылан йылы бик үк еңел булмаҫ,Беҙ беләбеҙ уны, туғандар.Беҙ бит фажиғәле ҡырҡ берҙеңҠара көндәрендә тыуғандар. Беҙ тыуғас та, шатлыҡ гөлдәренеңАлһыу сәскәләре һулыған.Ярһып илағанбыҙ,ӘсәйҙәрҙеңКүкрәгендә һөтө ҡороған. Хоҙай беҙҙе кеше күңелдәренИмләр өсөн ерҙә яралтҡан.Шуғалыр ҙа беҙҙең зиһендәргәҠара төндө ярыр нур яҡҡан. Булды, булды зәһәр йыландарҙыңЫмһындырғыс алма һуҙғаны.Саф һыуҙарға ҡара ыуын сәсеп,Юлдарҙы ла ҡыйып уҙғаны. Юлыбыҙҙа ҡат-ҡат борғоланып,Ҡурҡыу һалғанда ла йәндәргә,Беҙ күктәрҙән тик яҡтылыҡ алдыҡ,Ғашиҡ булдыҡ ерҙә йәмдәргә. Шуға беҙ, кешеләр, ситкә атыпБорғоланған йылан ағыуын,Алдыҡ бары уның халҡыбыҙғаҺәр саҡ шифа булыр дарыуын.Икмәк бары төшкә кергәндә лә,Юлды ҡаплаһа ла боҙлауыҡ,Йылан үәсүәсәһен ситкә аттыҡ,Йылан алмаһына ҡыҙманыҡ. Беҙ һиҙгер һәм ҡай саҡ уҫал булдыҡ –Йылан йылдарында тыуғандар.Йылан арбауына ҡапмаҫ өсөн,Шулай кәрәк ине, туғандар. Маяҡ булһа әгәр юлыбыҙҙаИман, намыҫ, аҡыл яҡтыһы,Бер ни юймаҫ, тоноғайта алмаҫЯңы йылда ҡайтҡан шатлыҡты.
Әнисә Таһирова
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[23 декабря 2016] | Просмотров: 717 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}