Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинАғара, тиһең, сәстәрем.Кем эше һуң, кем эше?Һине матурлата ғынаСәстәреңдең көмөшө.Кешегә шул ғына кәрәк — Мин ағартҡан, тиҙәрҙер,Уларға инде, әлбиттә,Ерҙә бөтә ирҙәр бер.Һин ҡайғырма — беҙ ҡарт түгел,Беҙ нәҡ үҙ йәшебеҙҙә.Төрлө саҡ була торғандыр — Эй ҡыҙыҡ йәшәйбеҙ ҙә!Гөрләшәһең, тиргәшәһең,Әйткәләшеп алаһың.Бер ҙә юҡҡа үпкәләйһең,Шунан татыулашаһың.Унан һиҙҙермәйсә генәҺүҙҙе ситкә бораһың.Һин әле йәш, тигән булам.Һин ышанған булаһың.Ҡайһы саҡта ни өсөндөрМине маҡташтыраһың.Әллә ҡайҙан һиҙәм инде — Юрый маташтыраһың.Маҡтағанды кем яратмай?Үҙем дә иреп китәм.Үпкәләшеүҙәр бынан һуңҺис булмаҫ төҫлө бүтән.Йәшәйексе үҙебеҙсә,Тик күҙ тейеп ҡуймаһын!Ә кешеләр, рәхим итеп,
Үҙҙәренсә уйлаһын.
|
||
| Напечатать | Комментарии (3) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 363 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}