Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының мөрәжәғәте » Башкирский портал

bash-portal.ru 03.02.2010 1 min read

ban_120_60-5916942 120-7620884 ban_mag-6431203 foto_120_60-4305172

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының мөрәжәғәте История, Политика
Хөрмәтле сибайҙар!
Урал аръяғы халҡы өсөн Сибай атайсалға әүерелде. Атай-олатайҙарыбыҙ милләт һәм дин айырмалыҡтарының тыныс һәм ижади тормош өсөн ҡаршылыҡ була алмауын быуаттар дауамында күп тапҡыр иҫбатланы. Әммә, быуат быуатҡа оҡшамай, тигәндәй, тормош бер урында тормай, һәр заманда ла көнүҙәк проблемалар, төрлө борсоулы хәлдәр тыуып тора.Бына әле лә донъя кимәлендә билдәле булған оло шәхестәребеҙҙең данлы эшмәкәрлеген кире яҡтан күрһәтергә теләүселәрҙең табылыуы – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың пак исеменә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты А. Назаровтың бысраҡ һирпергә маташыуы – үрҙә әйтелгәндәргә миҫал. Бөгөн төбәгебеҙҙең аңлы кешеләре араһында Ә. Вәлиди хеҙмәттәренең Рәсәй федерализмы нигеҙе булыуын танымаған кеше һирәктер. Ә баяғы депутаттың шәхси тормошо һәм көндәлек эше тотошлай мутлыҡтарҙан тороуы күптәргә билдәле. Ошоға бәйле беҙ, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, барлыҡ төбәк халҡын, сибайҙарҙы шәхескә яғылған яланың республикабыҙға, унда йәшәгән 130-лап милләткә, милләт-ара тыныслыҡты, татыулыҡты, тотороҡло социаль-сәйәси хәлде ҡаҡшатырға йүнәлтелгән экстремистик, милләтсел, шовинистик сара икәнлеген аңларға саҡырабыҙ һәм түбәндәгеләрҙе еткерәбеҙ.1. Философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаевтың «Ватандаш» журналының 2009 йылдағы 11-се һанында донъя күргән «Зәки Вәлиди – сәйәсмән, ғалим һәм патриот» тигән тарихи мәҡәләләрен һәм башҡа материалдарҙы уҡып, Әхмәтзәки Вәлидиҙең фашистик Германия менән бәйле булмауына ышанабыҙ һәм уның тыуған илгә булған мөнәсәбәтен аңлап, хөрмәт итәбеҙ. Беҙ, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, барлыҡ төбәк халҡын, сибайҙарҙы шаҡшы уйҙырмаларға ышанмаҫҡа өндәйбеҙ. 2. Төбәк компоненты буйынса ҡала башҡорттары ҡоролтайының позицияһы – Рәсәй Федерацияһының мәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу. Ошо уңайҙан үҫеп килгән йәш быуынды, мәктәп уҡыусыларын, студент­тарҙы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлын һәм хеҙмәттәрен төптән өйрәнергә саҡырабыҙ. 3. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи хәтерен нығытыу маҡсатында Сибай ҡалаһы музейында, балалар һәм йәштәр үҙәктәрендә, мәктәптәрҙә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында, «Атайсал», «Сибайский рабочий» һ.б. баҫмаларҙа, радио һәм телевидениела Ә. Вәлиди эшмәкәрлегенең әхлаҡи ватансыл йүнәлештә булыуын киң сағылдырырға тәҡдим итәбеҙ. 4. Бөгөн Рәсәй – уникаль федерация. Унда 170-ләп милләт йәшәй. Статистика буйынса, уртаса алғанда, Рәсәй гражданы икһеҙ-сикһеҙ тыуған илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтар тураһында бер нәмә лә белмәй, хәбәрҙар түгел. Әхмәтзәки Вәлидиҙең хеҙмәттәре хаҡында, бигерәк тә уның Германияға ғалим булараҡ саҡырылған осорон ил күләмендә танылыу алған ғалим-тарихсыларыбыҙ бар дөрөҫлөгөндә интернет аша даими сағыл­дырһын ине. 5. Беҙ, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ата-олатайҙарыбыҙ тарафынан һалынған халыҡтар дуҫлығын XXI быуатта яңы шарттарҙа нығытасаҡбыҙ. Ул дуҫлыҡ нигеҙендә бер-береңә ихтирам, тыуған төйәккә һәм Бөтә Рәсәйгә һөйөү ята. Ә бына ошо донъяуи принциптарҙы иҫәпкә алмай, яман, шикле уй менән донъя күләмендә атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре булған Ә. Вәлидигә яла яҡҡан РФ Дәүләт Думаһы депутатын ҡырҡа ғәйепләйбеҙ, уға Думала урын юҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Унда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һай­ланған депутат 2000 йылда Сибайҙа Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл астырыуҙың барлыҡ сығымдарын ҡаплаусы булараҡ, бөгөн килеп беҙҙең төбәк халҡына үҙенең ике йөҙлө булыуын иҫбатланы. Депутатлыҡ срогы тулмаһа ла, ошо һәм башҡа ҡырын эштәрен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһының «Берҙәм Рәсәй» партияһы бюроһынан уны депутатлыҡ вәкәләттәренән бушатыу мәсьәләһен күтәреүҙе һорайбыҙ. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы

башҡарма комитеты ағзалары.

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[1 февраля 2010] | Просмотров: 8 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{sms}

{allpages}

Continue Reading

Previous: Кәкре иғландар » Башкирский портал
Next: Блоги » admin » Стало больше статей » Башкирский портал

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025