Новости » Литература | |
Әҙәбиәт йылы аҙағына ла яҡынлашты. Уның һөҙөмтәләре, хәл ителгән проблемалар, йәш ижадсылар тураһында республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Әсҡәт улы ҒӘЙЕТБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Әҙәбиәт йылын, Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ, ниндәй кисерештәр менән ябаһығыҙ? Әҙәбиәт өлкәһендәге ниндәйҙер проблемалар хәл ителдеме? – Йыл уңышлы булды, тип икеләнмәйенсә әйтә алам. Байтаҡ проблеманың хәл итеү юлын таптыҡ. Һуңғы яңылыҡ булып “Талҡаҫ” шифаханаһы базаһында Ижад йорто асылыуын әйтеп үтергә була. Яҙыусылар союзы унда юлламаларҙы бушлай бирә, ижадсыларға туҡланыу хаҡын ғына түләргә кәрәк буласаҡ, уға ла шифахана етәкселеге ҙур ташлама яһай. Һаулығын нығытырға теләүселәргә бер ыңғай төрлө дауаланыу процедураһын да алырға була. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, ҡаланың шау-шыуынан ял итеп, ҙур күләмле әҫәрҙәр яҙырға теләүселәр өсөн был ҙур мөмкинлек. Тәүгеләрҙән булып юлламалар шағир Зөфәр Вәлитов менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовҡа бирелде. Форсаттан файҙаланып, Ижад йортон асырға булышлыҡ итеүсе, ярҙам ҡулы һуҙыусы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитовҡа, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Александрович Гурьевҡа, уның урынбаҫары Азамат Хөсәйен улы Хәсәновҡа, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа һәм “Талҡаҫ” шифаханаһы директоры Мортаза Рәүеф улы Абдуллинға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.Милли әҙәбиәт музейы 15 йыл буйы, күргәҙмә залы булмағанлыҡтан, тулы ҡеүәткә эшләй алманы. Әҙәбиәт йылында был проблема ла хәл ителде: Тыуған яҡты өйрәнеү музейының элекке ҙур бинаһын уларға биреү тураһында ҡарар әҙерләнде, бының өсөн республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, Хөкүмәтебеҙгә рәхмәтлебеҙ.Әлбиттә, тормошҡа ашмай ҡалған эштәр ҙә булды. Әммә беҙ йыллыҡ эш планын төҙөгәндә һәр нәмәгә реаль ҡараныҡ. Ҙур сығым талап иткән йәки атҡарып сыға алмаҫтай эштәр тураһында һөйләшеү булманы. – Йыл дауамында эшләгән “Әҙәби нағыш” марафоны – әҙәбиәт өлкәһендә оло яңылыҡ, тип әйтеү һис тә хата булмаҫ. Бығаса бындай саралар күберәк күңел асыуға ҡоролһа, быйыл әҙәбиәтселер аныҡ эш башҡарыр өсөн райондарға сыҡты… – Яҙыусылар союзына рәйес итеп ҡуйылғас та йәш таланттарҙы ижадҡа йәлеп итеүҙе, олоғая барған яҙыусыларға алмаш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Ике йылда союзға 56 яңы ағза ҡабул ителде, уларҙың күбеһе – 40 йәшкә тиклемге быуын. Әҙәбиәт йәшәһен, Яҙыусылар союзы эшләһен тиһәк, йәш таланттарҙы эҙләргә бурыслыбыҙ. Һәм алмаш әҙерләү айырым бер системаға һалынырға тейеш. Ошо йүнәлештә быйыл ҙур эш башҡарылды: республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары буйлап “Әҙәби нағыш” эстафета-марафоны үтте.Союздың идара ағзалары һәм билдәле яҙыусылар, программаға ярашлы, һәр ерҙә мотлаҡ рәүештә йәш һәм башлап яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын алдан уҡып, тикшереп, урындарҙа “түңәрәк өҫтәл” ойоштороп, уларға методик ярҙам күрһәтте. Беҙгә мең ярымдан ашыу кеше эшен тәҡдим итте. Айырыуса һәйбәт тип табылған авторҙарҙың әҫәрҙәрен киләһе йылда альманах итеп сығарыу күҙ уңында тотола. Ә “иң-иң” тип билдәләнгән ете авторҙы Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау тантанаһында билдәләп үттек, уларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.Йәш таланттарҙы асыҡлауҙан тыш, марафон республикабыҙҙың тулайым әҙәби картаһын төҙөргә ярҙам итте. Һәр район 16 һорауҙан торған анкета тултырҙы. Мәҫәлән, районда нисә мәктәп яҙыусы исемен йөрөтә, нисә һәйкәл, бюст бар? Әҙәби музей эшләйме? Яуаптарға ҡарап, һәр төбәктә киләсәктә ниндәй эш эшләнергә тейеш икәнен дә билдәләп була. Шулай уҡ марафон барышында һәр райондың әҙәби түңәрәктәренең, берекмәләрҙең эше күренде. Быға тиклем ҡайһы бер район етәкселәре уның барлығын да белмәһә, быйыл улар үҙҙәре үк уны тергеҙергә, йәнләндерергә тырышып йөрөнө. Әлеге көндә һәр районда бындай берекмәләр талантлы яҡташтарҙы йыйып эш башланы, тип ҡурҡмай әйтергә мөмкин.“Әҙәби нағыш” – бик күп кешенең тырышлығы һалынған хеҙмәт. Яҙыусылар союзы идараһы, Милли әҙәбиәт музейы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, һәр райондың китапхана, мәҙәниәт йорто коллективы, урындағы етәкселәр – уларҙың барыһы ла был эштең әһәмиәтен, мөһимлеген аңлап, үҙ бурыстарына етди ҡараны. Был эш ошоноң менән генә тамамланмаясаҡ, ул киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Әҙәбиәт йылы үтте лә, оноттоҡ түгел. Ошо марафон асҡан талантлы йәштәр менән Өфөлә өс көнлөк семинар үткәреү планға индерелде, республика Башлығы грантына документтар тапшырҙыҡ.Әлбиттә, “Әҙәби нағыш” әҙер әҙәбиәтселәр бирмәне, бәлки, уларҙың күбеһе киләсәктә был йүнәлештә эшләмәҫ тә. Әммә йәштәр менән артабан да эшләргә, таланттарын үҫтереү өсөн ярҙам итергә кәрәк. Мин Сибай ҡалаһында йәшәгәндә “Ирәндек” әҙәби берекмәһен етәкләнем, 70-се йылдар аҙағында Рәмил Ҡол-Дәүләт, Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Лилиә Ҡәйепова, Буранбай Исҡужин һәм башҡа йәштәр менән бергә эшләргә, уларҙың тәүге ҡулъяҙмаларын уҡырға, тикшерергә тура килде. Улар ҙа бит 90-сы йылдарҙа ғына ысын яҙыусы булып китте. Ижад – ул оҙайлы процесс, һөҙөмтәләре йылдар үткәс кенә күренәсәк. Шуға күрә марафондың бушҡа булмауына, унда ҡатнашҡан йәштәрҙең байтағы әҙәбиәткә килеренә ышанам. – Оло быуын яҙыусылары иғтибарҙан ситтә ҡалманымы? – Йәштәрҙе генә һөйләй, оло быуын яҙыусыларҙы иҫкә алыусы юҡ, тип уйламағыҙ, беҙ уларҙы ла онотмайбыҙ. Йылды йомғаҡлау тантанаһында 29 кешегә юғары наградалар, БР Мәҙәниәт министрлығының, Яҙыусылар союзының Маҡтау грамоталары тапшырылды. Йыл дауамында 70-тән ашыу яҙыусының юбилейы билдәләп үтелде, мәрхүмдәрҙең хәтер кисәләре ойошторолдо. Ауырыған яҙыусыларҙың хәлен белеп торабыҙ, өйҙәренә барабыҙ. Уларҙың әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә даими баҫылып тора, мөмкинлектәренә ҡарап, 5 – 7 йыл һайын “Китап” нәшриәте китаптарын сығара. – Яңы йылда ниндәй саралар үткәрергә ниәтләйһегеҙ? – Минең эш башлауыма ла ике йыл ваҡыт үтеп киткән, март айында башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре буйынса йыйылыш буласаҡ. Райондарҙа эшләгән әҙәби берекмәләрҙең етәкселәрен бергә йыйып, кәңәшмә үткәрергә, уларға урындарҙа эште ойоштороу өсөн күрһәтмәләр бирергә, методик ярҙам ойошторорға ниәт бар. Һәм алда әйтеп үткән йәш таланттар менән өс көнлөк семинар үткәреү. Ҙур сараларҙан ошоларҙы әйтеп үтергә була. – Әҙәбиәт йылы иғлан ителеү менән, яҙыусыны айырым һөнәр итеү тураһында һөйләшеүҙәр башланғайны. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек? – Был, әлбиттә, кәрәк. Мин, мәҫәлән, пенсияға тиклем биш йыл тирәһе эшләмәнем, тик ижад менән генә булыштым. Нисек кенә емешле ижад итһәм дә, ул йылдар хеҙмәт стажыма инмәй. Был статусты хеҙмәт һәм һөнәр реестрына индереү тураһында ил етәкселегенә, Рәсәй Яҙыусылар союзына хаттар ебәрелде, әммә аныҡ ҡына яуап юҡ әле. Ҡарарҙар бит тиҙ арала ҡабул ителмәй, бәлки, киләһе йылдарҙа был проблема ла ыңғай хәл ителер. – Ижадсыны, айырыуса йәштәрҙе бер һорау борсой: ижад бөгөн аҡса килтерәме? – Ижадтың аҡса килтереүе мөмкин, әммә килем өсөн генә ижад итеү дөрөҫ түгел. Әйтер фекере, һүҙе күңеленән ташҡын булып сыға икән, яҙыусы аҡса тураһында уйламаясаҡ. Тик был минең, союз етәксеһенең түгел, ә яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың шәхси фекере. – Әҙәбиәт йылы халыҡтың, уҡыусыларҙың, етәксе урындарҙа эшләүселәрҙең әҙәбиәткә, ижадсыларға булған ҡарашын үҙгәрттеме? – Ҡараштың, мөнәсәбәттең ҡырҡа үҙгәреүен тоям. “Әҙәби нағыш”тың һәр районда оло йыйын булып үтеүенә ҡарап ҡына ла быны иҫбатларға була. Район етәкселәре, башҡа төбәктәрҙән ҡалышмаҫ өсөн генә булһа ла, үҙҙәрендәге таланттар менән ҡыҙыҡһынып, уларға иғтибар бүлә башланы, байрамдың әҙерлеге, барышы менән танышып торҙо. Алда әйтеп үткән алмаш тәрбиәләү урындағы етәкселәрҙең ҡарашынан да тора. Хатта яҙыусыларҙың да ҡарашы үҙгәрҙе. Элек төрлө осрашыу, кисәләр үткәреү өсөн райондарға сыҡҡанда, улар күберәк үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыһа, хәҙер урындағы ижадсылар менән ҡыҙыҡһына, уларға фекерҙәрен еткерә. Ҡыҫҡаһы, уҡыусы менән ижадсы диалог алып бара.Йылдың әһәмиәте ҙур, әммә ул тамамланыу менән проблемалар ҙа, уны хәл итеү юлдары ла туҡтап ҡалмаясаҡ. Ижадсы һәм уҡыусы булғанда әҙәбиәт йәшәйәсәк. Ә әҙәбиәт бар икән, тимәк, фекер үҫә, аң киңәйә, мөмкинлектәр асыла. Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[25 декабря 2015] | Просмотров: 1566 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}