Новости » Культура | ||
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби- музыкаль композиция сценарийы.(Тәғәйенләнеше- юғары синыф уҡыусылары).(Талғын музыка яңғырай. Алып барыусы — шаршау артында) — Юҡ, яҙмыш, мин һиңә бирелмәнем. Юҡ, бирелмәнем. Тормошҡа мин һинең ҡулың аҫтында илап йәшәр өсөн килмәнем… Мин был һүҙҙәремде эшем, тирем, хеҙмәтем, йөрәк ҡаным менән, кәрәк икән, һис бер ҡыҙғанмайынса, саф һәм намыҫлы, сәскә кеүек ҡыҫҡа булып ҡалған ғүмерем, бөтә тормошом менән дә аҡларға әҙер… Мин кешеләр өсөн тыуғанмын, һәм мин- кешеләргә!..(Алып барыусы әкрен генә сәхнәгә сыға.)Шулай тип яҙа әле ун һигеҙе лә тулмаған үҫмер Рәми үҙенең көндәлегендә. Ғәҙәттә, бөйөк кешеләр алдан күрә белеү һәләтенә эйә булалар. Һиҙҙеме икән ул үҙенә ҡыҫҡа, ләкин бай йөкмәткеле, тулы ғүмер бирелгәнлеген? Һиҙгәндер, «шуғалыр ҙа инде ашығып, ашҡынып, тетрәнеп ижад итте, көйҙө, янды, ҡыуанды, көрәште». (Алып барыусы сыға).(Сәхнәлә- йәш шағир һәм Рәми Ғарипов).Рәми. Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!Йәш шағир. Кем тупһала? Кемде күрәм мин?Рәми. Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!.. Ас тиҙерәк! Был мин- Рәми.(«Киләсәгем, ас һин ишегеңде» шиғыры).Йәш шағир. Рәми ағай, хәҙер инде һинең” киләсәгең”-бөгөнгө көн.Рәми. Шулайҙыр шул. Фани донъяла ваҡыт аяуһыҙ.Йәш шағир. Ағай, ваҡытында һүҙеңә ҡолаҡ һалманылар, әҙәмгә һынаманылар, рәнйеп, әрнеп китмәнеңме беҙгә? Бик иртә киттең бит.Рәми.”Үлемдә лә матурлыҡ бар Илем, тиеп, үлһәң яуҙарҙа”… “Үлемһеҙҙәр”Йәш шағир. Тормош кеше юлына кәртәләрен ҡуя тора. Бөгөн дә, их, етмәй бит һинең кеүек ҡыйыуҙар!Рәми. “Таш төшкән ерендә ауыр, ти.Һүҙҙең дә ваҡытында әйтелгәне яҡшы.Һуңлап әйтелгән фекер, бөйөк булһа ла, рухи аҙыҡ була алмай, ҡустым”.Йәш шағир. Рәми Салаватски! Был исемгә лайыҡ булыр өсөн ниндәй булырға икән ул?Рәми. “Ил бәхете менән бәхетле бул Ил ҡайғыһы менән ҡайғылы. Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине Шул ҡайғынан һиңә айырылыу.” «Йырҙарыма ҡайтам».-Ярай, ҡустым, һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ донъяһында ҡалыуы хәйерле. Минең аманатымды онотмағыҙ.Йәш шағир.(Тәүҙә- әкрен.)-Һай таш булма, таш булма,Аң ғына бул телеңә.Аң булмайса туң булһаң,Бер имгәк һин илеңә.(көслөрәк)Телең барҙа илең бар,Илең барҙа иркең бар,Ил биҙәргә дәртең бар,Ерең, күгең- икең бар,Утың, һыуың- дүртең бар!..(“Аманат” ҡобайыры).Алып барыусы.”Рәми Ғарипов бөгөнгө көн менән генә йәшәмәне, уҙғандың тәжрибәһе аша киләсәкте күрергә ынтылды.”Әллә ниндәй таш быуатҡа китеп, ваҡыт әрәм итеп ҡайтаһың,”-тигән нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәргә ул:”Мин үткәндәр менән байығып, киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым,”-тип яуап бирҙе.(Рауил Бикбаев иҫтәлектәренән.”Шоңҡар” журналы,1(52), 2002 йыл,41-се бит).Йыр яңғырай.”Салауат батыр”.Сабып сығып сал быуаттар аша,Сапсындырып суйын саптарын.Оран һалып илгә, һай, Салауат,Мәңгелеккә әйҙәй саптарын. Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау. Хас дошмандар әле сиктәр ашаХөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.Батшаларға башын эймәгәндеБашҡаларға башҡорт баш эймәҫ.(Рим Хәсәнов музыкаһы яңғырай.)Алып барыу сы.Беҙ киләбеҙ дүртәүләп,Өҫтөбөҙгә ҡар яуа,Ҡар ҙа яумай өҫтөбөҙгә,Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар яуа,Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар яуа.Баш әйләнгес саф һауа.Туҡай йыры һымаҡ яҡын,Янған йөрәккә дауа…Беҙ йырлайбыҙ туған телде,Өҙөлгән өмөттәрҙе.Күрһә икәнТуҡай үҙеБөркөттәй егеттәрҙе.Егеттәр башҡарыуында “Урал бөркөттәре” бейеүе.Алып барыусы.Шағир уй-тойғоларын нескәлектәре менән аңлатып бирә, йөрәк серҙәрен йәшермәйенсә уртаҡлаша- был алымдар Рәми Ғарипов лирикаһының төп үҙенсәлектәре. Уның өсөн мөхәббәт- ғүмерлеккә изге, мөхәббәтһеҙ донъяның бер ниндәй мәғәнәһе юҡ. Һөйөүҙең иң һағышлы, хатта ғазаплы саҡтарын да ул яҙмыш бүләк иткән бәхет итеп, ҡәҙерләп күңеленә ҡабул итә.Рәми Ғарипов һүҙҙәре, Р. Сәлмәнов музыкаһы.”Һуңғы осрашыу”.Алып барыусы. Шағир үҙ ижадына талапсан, лирик уйланыуҙар мәлендә лә, тәбиғәткә һоҡланғанда ла уй-тойғолары йәйғор кеүек күп төҫлө һәм сағыу, шиғырҙарында “ысын ир һүҙе” ишетелә.Бөркөт- күктә, суртан- һыуҙа,Ир ҙә тере, илгә ҡушылһа…Нәмә өсөн йәшәй ерҙә кеше,Йөҙмәҫ балыҡ, осмаҫ ҡош булһа? Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк, Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң? Ҡайғың да бәхет, ваҡ бәхетте, Бәдбәхетте, алып ырғытһаң. “Йырҙарыма ҡайтам”.Алып барыусы. Халыҡ шағиры башҡорт һүҙ сәнғәтен энәһенән ебенә тиклем ентекле өйрәнә. Шуға күрә уның һәр һүҙенең тәьҫире көслө, уларҙың хәҡиҡәт икәнлегенә бер ниндәй ҙә шик ҡалмай. Халыҡ әҫәрҙәрендәге бай традицияларҙы үҙ ижадында уңышлы дауам итә Рәми Ғарипов.«Уйҙарым» ҡобайыры яңғырай.Ярты төндә уянып,Йоҡлай алмай уйланып,Уйлап ятҡан уйҙарҙы-Таралышҡан ҡуйҙарҙы-Ҡалай итеп йыяйым,Ҡ алай итеп тыяйым? Далалағы ҡамғаҡтай,Әкиәттәге йомғаҡтай,Тотоп тыйып булмаҫтай,Ташлап ҡуйып булмаҫтай,Ағым мәллә уйҙарым,Һағым мәллә уйҙарым? Заманаһы- заманға,Яҡшылығы-яманға,Дөрөҫлөгө- ялғанға-Барыһы бергә ялғанған!..Ҡалай итеп һүтәйем,Был сыуалған йомғаҡты?Ҡалайҡыуып етәйемДауыл ҡыуған ҡамғаҡты?Йөрәгемдең ҡағышы,Йөрәгемдең һағышы-Етмеш ете яу күргән,Етмеш ете дау күргәнХалҡым ғына шул минең,Ялҡынғынам шул минең! Бөгөнгөһөн уйлайым,Иртәгеһен буйлайым,Иртәгеһе- ишәккә, типҠулым һелтәп ҡуймайым,Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙеИшәктер, тип уйлайым. Ай Уралым,Уралым-Ил һаҡлаған ҡоралым!Ятып ҡалған төнөң бар,Балҡып янған көнөң бар,Мең йыл йәйгән түлең бар,Түл йәйҙергән телең бар,Телде һаҡлар халҡың бар,Илде туплар хаҡың бар!..Алыпбарыусы. Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалды. Рәмиҙең ижады үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Иҫән сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала , уның ысын ҡәҙере арта бара.Үҙенең балалары ғына түгел, хәҙер инде милләтебеҙҙең нисә быуын балалары уның “Туған тел ” шиғырын уҡып ,үҙ халҡын һәм уның телен яратырға өйрәнә. Туған тел.Мин халҡымдың сәскә күңеленән,Бал ҡортондай ынйы йыямын,Йыямын да йәнле ынйыларҙанХуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:Бер телдән дә телем кәм түгел-Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. Халҡым теле миңә- хаҡлыҡ теле,-Унан башҡа минең илем юҡ:Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә –сәсән теле,-Унан башҡа минең халҡым юҡ:Йөрәгендә халҡы булмағандыңКеше булырға ла хаҡы юҡ!Яҙмыш шағирға аяуһыҙ. Ниңәлер тормош ауырлыҡтары башҡаларға ҡарағанда тосораҡ төшә уға, шуға ла әҫәрҙәренең күбеһе моңһоу.(Рим Хәсәновтың «Көҙгө ямғыр» музыкаһы аҫтында).Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был,Яланғас ел генә күгендә…Бәлки һуңғы ҡабат килгәнһеңдер,Йән өшөткөс бушлыҡ күңелдә. Гүйә, донъя- моңһоҙ бер һыбыҙғы,Буш һыбыҙғы- елдәр өрөргә.Ниҙер үлде, ниҙер һүнде унда,Кире ҡайтмаҫ өсөн ғүмергә. Күңелдә тик ауыр юшҡын ғына,Әрем әсеһе тик ирендә…Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше,Йыр юғалһа күңел түрендә!.. “Ниндәй шыҡһыҙ һары таң был”…Алып барыусы.Рәми Ғарипов һүҙҙәренә … музыкаһы.”Кәкүк”.Кәкүк, кәкүк!Әйтсе миңә,Күпме минең ғүмерем?Күпме минең был донъялаШатлыҡтарым, күререм?Кәкүк,кәкүк!Ниңә улайҺүҙең һаран: бер, ике,өс?Оҙағыраҡ ҡысҡырырғаТапманыңмы берәй көс?Кәкүк, кәкүк!Үпкәләмәм,Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:Бар ҡайғыһын, бар шатлығынТатып китәм был ерҙең!..Алып барыусы.“Рәми ағайҙы һуңғы юлға оҙатҡан көн…Епшек ҡар бураны көнө буйына тынманы. Ер менән күк тоташҡан тиерһең. Бөтә донъя ап-аҡ. Илай-илай, ауыр һулай-һулай, ыңғыраша-ыңғыраша оҙатты ап-аҡ донъя үҙенең аҡ күңелле шағирын. Аҡҡа төрөп оҙатты. Рәми ағайҙы донъяға алып килгән һәм алып киткән февраль”…Шағир китте, әммә ҡыйыу, ҡанатлы һүҙҙәре йәшәй, ижады йәшәй, йәшәйәсәк! Бөгөнгө кисә бөйөк шағирыбыҙҙың һикһән йәшлек юбилейына арналды. Ҡулланылған әҙәбиәт.1.М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев.\\ И. Ә. Шарапов,-Өфө:Китап,2009й.-192 бит.2.”КискеӨфө” гәзите.2007й.№6(216),17-23 декабрь,2005й.,№5,2007й.,№10,2006й.3.”Шоңҡар”журналы.№1(52),2002й.4.Р. Ғарипов. Бер көн.Ҡазан,Татарстан китап нәшриәте,1994й. 5.”Ашҡаҙар” гәзите. №10(6970),2007й.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[9 ноября 2016] | Просмотров: 1230 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}