Литература » Песни | ||
Нурҙар сәскән йондоҙҙарым,Селтәр булып күкте ялмаған.Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм,Аҡ томандар һине ҡаплаған.Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ,Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре.Йөрәгемдең шишмәһе һин,Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре.Йондоҙҙарын һанай — һанай,Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә.Барлыҡ эштәремде ташлап,Киләм әле һиңә бөгөн дә.Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм,Бирермен йөрәгемде.Йәлләмәйем һинең өсөнИң ҡәҙерле булған йәнемде.Күрһәң, әгәр, һинең өсөнЙөрәгемдә янған күмерҙе.Әл дә Хоҙай һине биргән,Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе.Яҙғы ташҡын таныштырҙы,Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр.Бер — беребеҙгә терәк булып,
Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 февраля 2011] | Просмотров: 584 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}