Ҡыҙҙарҙы гүзәллек серҙәренә, нәзәкәтлеккә, сәхнәлә һәм тормошта үҙеңде тоторға өйрәткән “Һылыуҡай” студияһы күптән инде башҡорт ҡыҙҙары араһында ҙур популярлыҡ яуланы. 2000 йылдан эшлән килгән студия бик күп ҡыҙҙарға ҙур тормошҡа юл асты. Ғәлиә Сер, Асия Шахмина, Фаягөл Дәүләтйәрова, Гөлсөм Айытҡолова – “Һылыуҡай” студияһының элекке тәрбиәләнеүселәре исемлеген оҙаҡ дауам итергә була. Был ижади ҡыҙҙар тормошта үҙ урындарын тапты. Студияла шөғөлләнгән ҡыҙҙар “Һылыуҡай” республика конкурсында ғына түгел, халыҡ-ара гүзәллек бәйгеләрендә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, 2003 йылда Ҡаҙаҡстанда халыҡ-ара гүзәллек конкурсында – Гран-при, 2004 йылда “Мисс Азия” конкурсында – беренсе премия, 2006 йылда – “Азияның Мисс-камиллығы” титулы. Әйткәндәй, “Мисс Азия” халыҡ-ара конкурсынаа быйыл Башҡортостандан ике ҡыҙ – “Һылыуҡай-2010” телевизион конкурсы еңеүселәре ҡатнашасаҡ. Студияның элекке тәрбиәләнеүселәре донъя кимәлендә лә танылыу таба. Эльвира Хисаева Милан, Париж, Нью-Йорк кеүек юғары мода агентлыҡтарында билдәле модель. Әле ул сит илдәрҙә контракт буйынса эшләүен дауам итә. Гөлсөм Айытҡолова исемле талантлы ҡыҙ билдәле дизайнер Валентин Юдашкинда эшләй. Ә уның һеңлеһе Айгөл быйы “Һылыуҡай” тажына лайыҡ булды. Студияның уңышлы эшмәкәрлеге тураһында тағы ла бер факт һөйләй. Бер нисә йыл рәттән студия ҡыҙҙары республиканың алдынғы дизайнерҙары менән берлектә Мәскәүҙә Халыҡ-ара Юғары мода конкурсында ҡатнаша. Хәҙер улар Милли кейемдәрҙең алтын китабына индерелгән. Гүзәллек студияһында ҡыҙҙарҙы хореография, актер оҫталығы, визаж һәм стиль үҙенсәлектәренә, сәстәрҙе тәрбиәләү, шейпинг кеүек һәр бер ҡатын-ҡыҙға кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтәләр, фотосессиялар ойошторалар. Шулай уҡ ҡыҙҙар төрлө теле- һәм шоу-проектарҙа ҡатнашып тора. “Һылыуҡай” студияһына йөрөргә теләүсе ҡыҙҙар өсөн шуны хәбәр итәбеҙ. 7 сентябрҙә студия “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрә. Был көндә студияның етәкселеге һәм уҡытыусылары, тәрбиәләнеүселәре менән осрашырға мөмкин буласаҡ. Һәм тағы ла бер яңылыҡ – быйыл студияла беренсе тапҡыр балалар төркөмө (7 йәштән) тупланасаҡ! “һылыуҡай” студияһы һеҙҙе саҡыра!
7 сентябрь, 19 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Кустарная, 17 (“Витаминный завод” туҡталышы) адресы буйынса гүзәллек һәм сәхнә оҫталығы мәктәбенә рәхим итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 294-04-99
8919-146-2008
|